Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Сентябрь 2022, 08:30

Алған бәхетле түгел – биргән бәхетле икән

Бер студент үҙенең остазы менән һөйләшеп китеп баралар икән...

Алған бәхетле түгел – биргән бәхетле икән
Алған бәхетле түгел – биргән бәхетле икән


Бер студент үҙенең остазы менән һөйләшеп китеп баралар икән. Улар юл эргәһендә алама ғына ҡата күреп ҡалғандар. Күрәһең, ул яҡын-тирәлә эшләп йөрөгән ярлы ғына крәҫтиәндең аяҡ кейеме булғандыр.
Студент профессорға әйтә икән:
- Әйҙәгеҙ, крәҫтиәнде шаяртайыҡ: ҡатаһын йәшерәйек тә уның эҙләп ҡаңғырғанын ситтән генә күҙәтәйек.
Профессор былай тигән:
- Егет, бер ҡасан да кеше ҡайғыһы йә бәләһе өҫтөнән көлмә! Һин хәлле кешенең балаһы, шуға был ҡаталарҙың эсенә алтын тәңкәләр һал. Шунан ҡыуаҡ артына йәшенеп нимә булырын күҙәтәйек.
Студент шулай эшләгән дә икәүләп йәшенгәндәр. Крәҫтиән баҡсалағы эшен тамамлап кейемен ҡалдырған ергә килгән. Ул аяғына кейә башлау менән ҡата эсендә нимәлер барлығын һиҙеп ҡалған. Таш тип уйлаһа, уныһы алтын тәңкә икән. Крәҫтиән аптыраған, тирә-яғын байҡаған, берәү ҙә күренмәгәс, аҡсаны кеҫәһенә һалған.
Икенсе ҡатаһын кейәйем тиһә, уның эсендә лә аҡса тапҡан. Меҫкендең күҙҙәренә йәш төйөлгән, ул ергә тубыҡланған һәм башын күккә күтәреп, ҡулдарын һоноп, Хоҙайға доға һәм рәхмәт уҡый башлаған. Үҙенең доғаһында ул ауыр сирле ҡатынын, ас балаларын телгә алған, ниһайәт, улар бер туя ашай аласаҡтарына ҡыуанысын илай-илай белдергән.
Студент был күренеште тетрәнеп күҙәткән, күҙҙәренә йәш тығылған. Профессор унан һораған:
- Әгәр һин был ирҙең ҡаталарын йәшергән булһаң, үҙеңде ошолай бәхетле тойған булыр инеңме?
- Профессор, һеҙ миңә ғүмерлек һабаҡ бирҙегеҙ. Алған бәхетле түгел – биргән бәхетле икәнен аңлатҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тигән студент.

Фото һәм текст сығанағы: "Сәләм" телеканалы

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: