Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Сентябрь 2022, 19:13

Йәнде имләр, зиһенде балҡытыр күңел ипкендәре

Ул – тәрбиә сығанағы, тормош дәреслеге.

Айырым өлөштәре республикабыҙҙың төп гәзите “Башҡортостан”да  бик үҙенсәлекле вә мәғәнәле “Хәтер ипкендәре” тигән атама менән донъя күргән сағында уҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте был мемуар, үҙебеҙсә әйткәндә, хәтирә-иҫтәлек. Бының бер сәбәбе – уның заманында Башҡортостаныбыҙҙың һәм ҙур Совет илебеҙ СССР-ҙың, ул тарҡалғас, Рәсәйебеҙҙең ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни тормошо үҙәгендә ҡайнап, янып-илһамланып эшләп йөрөгән ил ағаһы булараҡ танылған дәүләт эшмәкәре, өҫтәүенә, хәҙер инде ғүмер юлының 80-се саҡрымына аяҡ баҫҡан аҡһаҡал тарафынан яҙылыуында. 

Был хәл үҙе үк “элекке дәүләт әһеле, бөгөнгө аҡһаҡал нимәләр хаҡында һүҙ йөрөттө, нисегерәк яҙҙы икән” тигән ҡыҙыҡһыныу уята. Сәбәптең икенсеһе, әйтергә кәрәк, иң мөһиме, иҫтәлектең аналитик йөкмәткеле, йырлап торған шыма телле, уҡымлы стилле, сағыу публицистика өлгөһө булыуында. Уның менән башҡорт ил-ерендә төп әҙәби-нәфис һәм публицистик журнал булған “Ағиҙел”дең 2021 йылдағы 9 – 12-се, 2022 йылдағы 1 – 5-се һандарында тулыһынса донъя күргәндән һуң ентекләп танышып сыҡҡас, быға ныҡлап инандым.

Ул һис кенә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең рухи-мәҙәни тормо­шо­боҙҙа осраштырғылап ҡуйған хәл-ваҡиғаларҙы, беҙҙе уратып ал­ған тәбиғәт, ижтимағи тормош күре­нештәрен, факттарҙы, документаль материалдарҙы ҡоро ғына итеп теркәп, тәҡрарлап сығыуға ҡоролған иҫтәлеккә оҡшамаған. Уны мин һис икеләнеүһеҙ тәрән вә киң логик фекерләү менән художестволы (образлы) фекерләүҙең айырылғыһыҙ гармоник берлеге ерлегендә тыуған, һутлы тел менән ысынбарлыҡҡа, ижтимағи тормошҡа, кешеләргә ҡарата бөтә күңел-зиһен донъяһы­нан сыҡҡан ихлас вә әүҙем мөнә­сәбәттең, икенсе төрлө әйткәндә, пафостың романтик, драматик, героик, хатта ки сентименталь вә юмористик кеүек төрлө юҫыҡ-формаларында, киң диапазонда яҙылған, йәнде имләп, күңелде байытыр, зиһенде уятып, уйнағыраҡ итер тулы ҡанлы ысын ижад емеше, тиер инем.

Тикмәгә генә автор уның жанрын төрлө мөһим мәсьәләләр күтәргән фәнни-художестволы сәсмә әҫәр­ҙәргә ҡарата ҡулланылған эссе тип атамаған, күрәһең. Хәйер, быға аптырайһы ла түгел. Хәҙерге ва­ҡытта үҙҙәрендә фәнни менән художестволы фекерләү һыҙаттарын берләштергән күләмле әҫәрҙәрҙе лә эссе тип атау бар (мәҫәлән, Й. Солтановтың “Йәдкәр”, Т. Сәғи­товтың “Аманат”, В.Чивилихиндың “Хәтер” тигән роман-эсселары). Был атаманы проблемаларҙы ялҡынлы пафос менән һуғарып яҡтыртҡан публицистик ижад емештәренә ҡарата ҡулланыу ҙа йыш осрай.

Нисек кенә булмаһын, ярты быуатҡа яҡын ғүмерен комсомол, компартия, мәҙәниәт өлкәләрендәге, әҙәбиәт, журналистика, киң мәғлү­мәт саралары тармаҡтарындағы инструктор, бүлек мөдире, секретарь, журнал һәм гәзиттең баш мө­хәррире, телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетының рә­йесе, мәҙәниәт министры кеүек бе­реһенән-береһе яуаплы вазифа­ларҙа эшләп, ҙур тәжрибә туплаған, өҫтәүенә филолог белеменә эйә булған, бер ни тиклем уҡытыусы булып та эшләп алған Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов тарафынан ике йыл буйы ал-ял белмәй эҙләнеү һөҙөмтәһендә тыуҙырылған һәм яңы ғына донъяға китап итеп тә сығарылған был ижад емеше уны уҡып сыҡҡан кешеләрҙең береһен дә уйға, хис-тойғоға һалмай ҡалдырмағандыр, тип уйлайым.

Унан зиһен осошо, уй-фекер масштаблылығы, рух көсө, әҙәп-әхлаҡ паклығы, иман ныҡлығы, тәбиғәт вә тормош матурлығы, инсан сафлығы, ғәҙеллек нуры бөркөлөп тора бит. Ваҡыт поэтикаһы йәһәтенән дә, арауыҡ поэтикаһы яғынан да киң диапазонлы был ижад емеше берәй мөһим мәсьәләне ялҡынлы яҡтыртыуға ҡоролған эссе жанры сиктәренән күпкә ашып китә. Эйе, унда фәлсәфәүи, сәйәси, социаль, мәҙәни пландағы уйланыуҙар, аналитика киң генә урын ала. Әммә улар, авторҙың үҙенең яҡты донъяға ауаз һалған мәлдән алып, А. Чехов һүҙҙәре менән әйткәндә, “ҡояш ер менән үбешкән” ергә – офоҡҡа ҡарай үтелгән оҙайлы тормош юлы, ата-әсәһе, туғандары, ғаиләһе, дуҫ-иштәре, фекерҙәш хеҙмәттәштәре, ҡәләмдәштәре хаҡында уларҙың тормошона, ил-ҡор яҙмышына төрлөсә йоғонто яһаған бик мөһим ваҡиғалар, төрлө факт-күренештәр, иҫтәлекле хәлдәр солғанышында, һис кенә лә “мин бында” тип һерәйеп сығып, “ҡысҡы­рып” тормаған һоҡланғыс гармоник берлектә йәнле итеп бирелә. Был инде эссе күренеше генә түгел. Бында инде беҙ киң масштаблы, тулы ҡанлы иҫтәлек жанрының эссе менән синтезлашып китеүе осрағы­на тап булабыҙ. Бында һүҙ хал­ҡымдың ХХ быуат баштарындағы шанлы ла, драматик та, ғибрәтле лә, фәһемле лә яҙмышына бәйле тыуған мәшһүр иҫтәлек менән ошо уҡ быуаттың һуңғы сиктәренә – ХХI быуат баштарына ҡараған осорҙа, бөтөнләй башҡа ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни мөхиттә шундай уҡ илаһи бер идея-эстетик юғарылыҡтағы, йәнле художестволы бәйәнләү йәһәтенән хатта өҫтөнөрәк, уҡымлыраҡ хәтирә-эссеның барлыҡҡа килеүе тураһында бара (унда сағыу художестволы деталдәр, эпитеттар, сағыштырыуҙар, йәнләндереүҙәр, стилистик фигуралар һ. б. һүрәтләү саралары мөлдөрәмә тулып ята). Асылда, был ижад емешендә ҙур дәүләт эшмәкәре, ил ағаһы юғары­лығына күтәрелгән шәхестең ҡы­уаныслы ла, ҡаршылыҡлы ла тормош юлын күргән-кисергән хәл-ваҡиғалар һәм күренештәр фонында ентекле, мауыҡтырғыс бәйәнләү процесында башҡорт халҡының, Башҡортостандың, унда һәм ҙур СССР-ҙа, Рәсәйҙә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың ярты быуатлыҡ тарихы, социаль-иҡтисади, сәйәси һәм рухи-мәҙәни тормошо пано­рамаһы күҙ алдына баҫтырыла тиһәк тә, хата булмаҫ.

Был панораманың бөтә яҡта­рына ентекләп күҙ һалып тормаҫтан (ҙур булмаған мәҡәләлә был мөмкин дә түгел), бында уны барлыҡҡа килтергән авторҙың – әпәкәй ҡә­ҙерен бәләкәйҙән үк белеп үҫкән, ырыҫ-бәхет юлын күпселектә үҙ тырышлығы, аҡыл көсө менән һал­ған ил ағаһының – тормошта ҙур таянысы булған, хеҙмәт юлындағы артылыштарҙы бергә яулашҡан хәләл ефетенән, үҙе әйткәнсә, “иркәһе”нән, улдарынан, килендә­ренән, ейән-ейәнсәрҙәренән, тирә-йүндәгеләрҙән, үҙ күҙе менән күргән күренештәрҙән, елкәһендә татыған хәлдәрҙән алып бәләкәй Ватан, туған халыҡ, ҙур ил, хатта ки бөтә кешелек яҙмышына төрлөсә йоғонто яһаған төрлө осор ваҡиғаларына тиклем белдергән мөнәсәбәтенең асылы хаҡында ғына бер-ике кәлимә әйтеү менән сикләнеп торайыҡ. Ни генә тимә, тормошта һәр нәмәгә мөнәсәбәт ниндәй, һөҙөмтә лә шундайыраҡ була бит.

Тәлғәт Ниғмәтулла улының ана шул мөнәсәбәте нигеҙендә киң эрудиция, мәғлүмәтлелек, ентеклелек, әҙәплелек, ихласлыҡ һәм ғәҙеллек ятыуы һоҡландырырлыҡ. Ул шатлыҡ-ҡыуаныстары менән генә түгел, күргән-кисергәндәре, янып-көйөүҙәре, һөйөү-нәфрәттәре менән дә тартынмай уртаҡлаша, тормош юлындағы сетерекле мәлдәрҙе, хәл-күренештәрҙе урап үтмәйенсә, ту­раһын әйтеүҙән дә тайпылмай. Әм­мә күңелендә нәфрәт, тәнҡит тойғо­һо уянған мәлдәрҙә лә ул итәғәтле тонды, инсанлыҡ бәҫен, әҙәплелек сифатын һаҡлап эш итә, нигеҙһеҙ яланғас риторикаға ла, үтен сәскән лаф ороуға ла төшөп китмәй.

Бик тә кәрәк булғанда, ул кинә­йәләп уй йомоу, “ҡыя атып тура тейҙереү”, еңелсә генә “семетеп алыу” – юмор алымдары менән генә сикләнә. Был инде бөйөк мәғри­фәтсе шағирыбыҙ Аҡмулла әйткән “намыҫ төбөн сысҡан тишкән”дәрҙең антиподы булған әҙәпле, күркәм холоҡло, ғәҙел, итәғәтле, намыҫлы, ҡыҫҡаһы, тормоштоң яҡты яғында торған юғары мәҙәниле инсан булыуҙың асыҡ күрһәткесе. Социаль-сәйәси, фәлсәфәүи, мәҙәни пландағы бай мәғлүмәттәр, эстетик зауыҡ сығанағы булыуын әйтеп тә тормаҫтан, ошо яғы менән генә лә был күләмле хәтирә-эссе донъяла кешеләрҙең аң-зиһене һәм күңеле өсөн изге һәм яуыз көстәр ара­һындағы көрәш ныҡ киҫкенләшкән хәҙерге осорҙа баһалап бөткөһөҙ бер тәрбиә сығанағы, тормош дәреслеге булып тора. Ул бөтә йәһәттән дә республикабыҙҙың Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге юғары премияһына лайыҡ.

 

Тәлғәт МӨХӘМӘҘУЛЛИН,

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:

 

– Ҡулыма ҡағыҙ-ҡәләм алып, яҙырға ултырыуымдың сәбәпсеһе – Тәлғәт Сәғитовтың “Ағиҙел” журналында баҫылып сыҡҡан “Хәтер ипкендәре” әҫәре. Бик уҡымлы һәм фәһемле әҫәр булараҡ күңелемде әсир итте. Автор үҙенең әҫәре аша илебеҙҙә барған үҙгәрештәрҙе эҙмә-эҙлекле, үҙенә генә хас ябайлыҡ менән асып бирә.

Миңә айырыуса  оҡшаған урындары бар. Мәҫәлән, авторҙың беренсе уҡытыусыһы Сафиулла Сәхиулла улы Мөхәмәҙуллин тураһындағы хәтирәләре. Ул – минең атайым, 30 йылға яҡын башланғыс класс балаларын уҡытты һәм бик йәшләй генә, 49 йәшендә, баҡыйлыҡҡа күсте. Атайымды уҡыусылары әле лә яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала. Был минең өсөн, әлбиттә, оло мәртәбә.

Тәлғәт Ниғмәтулла улының Сәлих ауылында йәшәгән саҡтарын мин дә иҫләйем. Әсәһе беҙҙең ауыл дауаханаһында эшләне. 1966 йылда комсомол сафына алынған сағы әле булһа күҙ алдында. Ул саҡта Тәлғәт Ниғмәтулла улы Ишембай ҡалаһы комсомол ойошмаһының беренсе секретары ине. Беҙгә комсомол билеты тапшырғандағы ялҡынлы телмәре лә иҫтә: “Һеҙ инде комсомолдар, илебеҙҙең киләсәк быуыны, комсомол билетына тап төшөрмәгеҙ. Ҡыйыу баҫып алға атлағыҙ, маҡсатығыҙға өлгәшегеҙ”, –  тип изге теләктәрен әйтте ул.

“Хәтер ипкендәре” әҫәре үҙ уҡыусыларын тапты. Был эше өсөн  Тәлғәт Ниғмәтулла улы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ, тип уйлайым.

 

Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм почётлы кинематографсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре:

 

– Тәлғәт Сәғитовтың “Хәтер ипкендәре” әҫәрен роман-эссе булараҡ күрәм. Эскерһеҙ, саф күңелдән яҙылғанлыҡтан, бик еңел, йотлоғоп уҡыла. Ғүмеремдә бик күп әҙиптәрҙең, сәйәсәт өлкәһендә эшләгән ил ағаларының тормош, яҙмыш, кешелеклек төшөнсәләре хаҡында уйланыуҙарын күп уҡыным, фәһем алдым. Тәлғәт Ниғмәтулла улының әҫәре яңы асыш булараҡ ҡабул ителде. Бер яҡтан, ул документаль повесть. Һәр һаны, көнө, йылы ысынбарлыҡҡа тап килә. Һине ышандыра, сөнки шул ваҡыттағы ваҡиғаны үҙем күреп торҙом, ишеттем. Ә ниндәй итәғәтле, матур тел менән уҡыусыға еткерә. Битәрләү йәки йөҙ йыртыу кеүек кире тойғоларҙың эҙе лә юҡ. Йән тыныслығы табып уҡыла.

Студенттар, аспиранттар өсөн уҡыу методикаһы, дәлилле документтар сығанағы. Ул – халҡыбыҙҙың 1940 йылдарҙан алып бөгөнгәсә булған бик нескә, бик сетерекле тормошон психологик-сәйәси йәһәттән тулыһынса күҙалларға мөмкинлек биргән әҫәр. Тормошобоҙҙоң төрлө яғын ҡағыҙ биттәренә объектив рәүештә төшөрөүе һоҡландыра.

 

 

Ғиниәтулла ҠУНАФИН

Читайте нас: