Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 30 сентябрҙән 1 октябргә тиклем традицион халыҡ-ара Аксаков байрамы үткәрелә. 2022 йылда ул 32-се тапҡыр уҙғарыла һәм билдәле рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың 231 йыллығына һәм Башҡортостанда Аксаков фондына нигеҙ һалыныуының 30 йыллығына арнала. Байрам Өфө ҡалаһында, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй райондарында ойошторола.
Аксаков уҡыуҙарының төп маҡсаты – гражданлыҡ һәм патриотизмды формалаштырыу һәм үҫтереү, йәш быуында юғары рухи һәм әхлаҡи сифаттарҙы, тыуған ереңә һөйөү тәрбиәләү, халыҡ ижадын һәм йолаларҙы пропагандалау, художестволы ижадтың барлыҡ формалары үҫешенә ярҙам итеү.
30 сентябрҙә 17.30 сәғәттә традицион рәүештә С.Т. Аксаков һәм А.С. Пушкин һәйкәлдәренә сәскәләр һалынасаҡ. Тантаналы кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк.
Тематик саралар республиканың баш ҡалаһында ғына түгел, С.Т.Аксаков тормошо һәм эшмәкәрлеге менән бәйле булған райондарҙа ла барасаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.