Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Сентябрь 2022, 17:00

“Пушкин белә!”

1 октябрҙән уҡыусылар һәм студенттар араһында шулай тип аталған  конкурс старт ала. Ҡатнашырға саҡырабыҙ! 

“Пушкин белә!”
“Пушкин белә!”

Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығы хәбәр итеүенсә, 2022 йылдың 1 октябренән 15 декабренә тиклем «Бәйләнештә» социаль селтәрендә финанс белем буйынса «Пушкин белә!» конкурсы башлана.

- Конкурсты ойоштороусы - «Ғилми-тикшеренеү финанс институты» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы. Был конкурс быйыл Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы тарафынан старт алған «Әҙәби геройҙарҙың хаталарында һәм уңыштарында финанс грамотаһына өйрәнәбеҙ» бөтә Рәсәй проектының бер өлөшө булып тора, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.

Конкурста 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге Пушкин картаһы эйәләре ҡатнаша ала.

Конкурста ҡатнашыу өсөн рус әҙәбиәтенең теләһә ниндәй геройы тураһында ҡыҫҡа ролик төшөрөргә һәм уның финанс хаталарын баһаларға, хәлде нисек төҙәтергә кәңәштәр бирергә кәрәк. Конкурс еңеүселәре декабрҙә иғлан ителә. Уларға аҡсалата приздар ҡаралған.

Конкурстың шарттары менән тулыраҡ һылтанма буйынса танышырға мөмкин:

https://моифинансы.рф/project/pushkin-znaet/polozhenie-o-konkurse/

Белешмә өсөн:

«Пушкин картаһы» - Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы һәм Почта Банктың берлектәге проекты. Ул йәштәргә федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә программала ҡатнашҡан театрҙарға, кинотеатрҙарға, музейҙарға, күргәҙмәләргә, филармонияларға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек бирә. Унда 14 йәштән 22 йәшкәсә йәштәр ҡатнаша ала. Билеттар һатып алыуға аҡса «Мир» картаһына күсерелә.

Сығанаҡ һәм фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: