Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Сентябрь 2022, 15:10

Беҙ белмәгән Хисамов

Үҙ яҙмышын үҙе билдәләне.

шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Нисәмә йыл аралашып йөрөйбөҙ, Ғәлим Афзал улы хаҡында бик аҙ беләм икән. Уның хаҡында һүҙ сыҡһа, иң тәүҙә мәшһүр Рәшит Солтангәрәевтең үлемһеҙ көләмәстәрен йә ул башлаған, индергән реформаларҙы, йәки үҙгәртеп ҡороуҙарҙы иҫкә төшөрәләр, ләкин миңә кемделер көлдөрә йә аптырата торған түгел, етди, ғәҙел, һәр эште яңыса ойошторорға күнеккән, карьераһын үҙ хәбәрсе булараҡ башлап, матбуғат министры вазифаһына тиклем күтәрелгән, уңышлы эшләгән, Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булған егәрле яҙыусы Ғәлим Хисамов яҡыныраҡ.

 

Төрлө урындарҙа эшләй

 

Эйе, уның хеҙмәт юлында киҫкен боролоштар аҙ булмаған, хатта ҡайһылары еңелсә мажараға тартым һәм аңлатма индереүҙе лә талап итә һымаҡ. Мәҫәлән, мәктәп­тән һуң Ғәлимдең Ырымбур юғары хәрби зенит училищеһына уҡырға барып инеүен һәм бер нисә айҙан ташлап ҡайтып китеүен нисек аңларға?

– Хәрби тәртип, муштра минеке түгеллеген тиҙ төшөндөм, – ти ул бөгөн, ярты быуат самаһы ваҡыт үткәс. – Белгән кешеләр, хәрби ант ҡабул иткәнсе хәл ит, юғиһә, һуң булыр, ғариза яҙ, тип кәңәш бир­ҙе. Ҡайтырға рөхсәт иттеләр, хат­та юл сығымдарын да түләнеләр.

Көйөргәҙе районының төпкөл ауылдарының береһе Кинйәбайҙан ҙур донъяға сығыу элек нисек бул­һа, әле лә шулай. Ҡыҫҡаһы, еңел түгел, юл насар, трактор менән дә йөрөүе анһат түгел. Өлгөр Ғәлим ауылға ҡайтыу менән документтарын тиҙ генә Стәрлетамаҡ педагогия институтына илтеп тапшыра, физика һәм математика факульте­тының ситтән тороп белем алыу бүлегенә ҡабул ителә, бер ай уҡып та ҡайта. Көҙгө яҡ, колхозда эше лә табыла, һалам өйәләр, ағас ҡырҡалар, таҡта яралар.

Эштән ҡайтып килгәндә Павловка мәктәбендә уҡытып йөрөгән Ғимран ағай тап була.

– Ни эш бөтөрәһең, Ғәлим? – тип һорай ул.

– Бына, колхозда тир түгәм.

– Һин уҡыуға шәп булдың, беҙгә кил, – ти ағай егеткә.

– Алырҙармы икән?

– Бишенсе, алтынсы, етенсе кластарға математика, физика уҡытыусыһы юҡ. Директорға инеп үҙем һөйләшермен.

Иртәгәһенә Ғәлим мәктәптә эш башлай, уҡыусылар менән өйөнә ҡайтып йөрөй. Шул арала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының декрет ялына сығыуы билдәле була. Сәғәттәрен йәнә Ғәлимгә өйәләр. Һынатмай егет, эшен дә оҡшаталар, үҙен дә яраталар. Директор “Ғәлим Афзал улы” тип мөрәжәғәт итеп кенә тора. Сәғәттәре утыҙҙан ашып китә, өйҙә атай менән әсәй ҡәнәғәт – аҡса мул ғына килеп тора бит.

Әммә Ғәлим, яңы эш эҙләп, Салауат ҡалаһына килә һәм комби­натҡа урынлаша, ҡоролма операторы булып эш башлай. Бында аҡсаны ла мулыраҡ түләйҙәр икән, ятаҡтан бүлмә бирәләр. Тырыш егетте цех начальнигы саҡыртып ала һәм Һамар ҡалаһына нефть институтына уҡырға барырға өндәй. Ә өйгә ҡайтһа, атаһы: “Улым, беҙҙе ташлама”, – тип ултыра.

Ялдан һуң Салауатҡа китеп барған Ғәлим Күмертау авто­станцияһында күренекле журналист Мостафа Солтановты осрата. Ошондағы интернатта белем алған егетте Мостафа ағай бик яҡшы белә һәм редакцияға эшкә саҡыра. Ғәлимдең үҙ хыялы бар, ижад менән мауыҡҡан, өйрәнсек шиғыр­ҙарын, хикәйәләрен “Ильич юлы”нда баҫтырған кеше бит. Был юлы атаһы менән һөйләшеү уның файҙаһына тамамлана, егет ай һайын ваҡ-төйәк сығымдарға аҡса ебәреп торорға ҡарар итә.

 

Уға юл күрһәтергә түгел...

 

Ғәлимде “Ильич юлы” гәзитендә ҡуш ҡуллап ҡабул итәләр. Тәүге әҫәрҙәре республика матбуғатында күренә башлай. Шәриф Бикҡол килеп, урындағы йәштәрҙең әҫәр­ҙәрен туплап, “Совет Башҡорт­ос­таны”нда бер бит сығара, Ғәлимде Өфөгә уҡырға килергә саҡыра.

Йәйен егет БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә, уның өсөн өр-яңы донъя башлана. Ең һыҙғанып эшләй ҙә, уҡый ҙа, редакцияның заданиеларын үтәй, радиоға ла барып етә. Айырыуса йәйге айҙарға уның хеҙмәтенә ихтыяж арта. Хәбәрселәр ялға тарала, ә гәзит тә, радио ла көн һайын эшләргә тейеш.

Өйләнә Ғәлим, ғаилә ҙурая, ҡатыны менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр, түшәктә ятҡан ҡәйнәһен дә ҡарай һәм һуңғы юлға оҙатҡансы ҡалдырмай. Ғаилә булғас, уҡыу икенсе урынға ҡала, эшкә тотонорға кәрәк. “Совет Башҡортостаны”ның легендаһына әйләнгән, 20 йыл баш мөхәррир булып эшләгән Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев уға рес­публикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәгенә, Ҡыйғы районына, үҙ хәбәрсе булып барырға тәҡдим итә. Хисамовты был яҡтарҙа әле лә онотмайҙар һәм ул яҙған тәнҡит мәҡәләләрен йыш иҫкә төшөрәләр.

Тик улмы һуң инде бер урында баш баҫып, тауыш-тынһыҙ эшләр кеше. Ҡулына БДУ-ны тамамлау хаҡында диплом алғас, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының шул осорҙағы директоры Зиннур Ураҡ­син Ғәлимгә Мәскәүгә аспиран­тураға уҡырға барырға тәҡдим итә. Үҙ хәбәрсе тәҡдимде ҡабул итә һәм ғаиләһе менән Аҡ ташлы мәр­кәзгә юллана. Мәскәүгә Хиса­мов­тарҙың сәфәре бер йылдан тамамлана, ғаилә ҡайтып Өфөлә эшен дауам итергә теләй. Һыналған хәбәрсене Абдулла Ғиниәт улы һис һүҙһеҙ ҡабул итә. Ғәлим Афзал улы өйрәнгән эшенә, республи­каның көньяҡ төбәгенә үҙ хәбәрсе итеп тәғәйенләнә. Хисамов үҙ эшен белә, партияның өлкә комитеты иғтибарға алырлыҡ, етди һәм тәнҡитле, үткер мәҡәләләр яҙа. Уларҙың береһе Ғәлим Афзал улының тормошонда хәл иткес роль уйнай һәм үҙе өсөн һабаҡ булып тора. Дүрт тиҫтә йыл самаһы ваҡыт үткәс, районын, хужалығын, аныҡ кешеләрен күрһәтмәй генә, был хаҡта һөйләргә һәм яҙырға мөмкин, тип таптыҡ.

 

Ғүмерлек һабаҡ

 

...Үҙ хәбәрсе ҡыш уртаһында бер көслө һәм алдынғы хужалыҡта мал ҡышлатыу барышы хаҡында әсе тәнҡит мәҡәләһе әҙерләй. Яҙма гәзиттә сыҡҡас, ҙур шау-шыу тыуҙыра, комиссия төҙөлә, райком бюроһы ултырышында ҡарала, ғәйеплеләргә шелтә бирелә, улар зыянды ҡаплай. Редакция өс-дүрт айҙан һуң үҙ хәбәрсегә хужалыҡҡа тағы ла барып, хәлдәрҙе тикше­рергә, “Баҫылғанға кире ҡайтып” рубрикаһында яҡтыртырға ҡуша. Хужалыҡ етәксеһе, алдан телефон аша шылтыратып ҡуйғас, кабинетында көтөп ултыра һәм хәбәрсегә сәсеү барышы менән танышырға тәҡдим итә. Яҙғы һунар миҙгеле асылған ваҡыт, күл буйҙарында аусыларҙың усаҡтары күренә, атыу тауыштары ишетелә. Хужалыҡ рәйесе шул тирәлә туҡтай, багажнигынан ҡушкөбәкле мылтығын ала ла хәбәрсегә үҙенә эйәрергә ҡуша. Етәксе, ағас араһына кергәс, туҡтай һәм боролоп ҡушкөбәкте Хисамовтың түшенә терәй.

– Атам! – ти ул. – Һине берәү ҙә таба алмаясаҡ. Һинең арҡала мин эшһеҙ ҡала яҙҙым, әллә күпме түләү һалдылар. Хәҙер атып, һыуға батырып китәм.

Бик оҙаҡ һөйләй етәксе, илап та ала, тормошона зарлана. Мәҡәләнең ғаилә ағзаларына тәьҫире булған икән, рәйестең балаларын үсекләгәндәр.

– Һин ата алаһың, мине һыуға ла батырырға мөмкин, – ти хәбәрсе. – Ләкин һине барыбер тотасаҡтар һәм оҙаҡ ваҡытҡа төрмәгә ултыртасаҡтар, сөнки мине алып киткәнеңде кешеләр күрҙе, райкомда беләләр.

Хужалыҡ етәксеһе: “Етте, әйҙә, ҡайттыҡ”, – тип һауаға ата ла район үҙәгенә йүнәлә. Аҙаҡ ул, ғариза яҙып, үҙ ихтыяры менән эштән китә.

Ошо миҫал Ғәлим Афзал улы өсөн ғүмерлек һабаҡ булып хеҙмәт итә. Мөнәсәбәттәрҙе ҡорғанда, һуңғы сиккә еткерергә ярамағанын аңлай ул.

Ә алда хәбәрсене тағы бер уҡыу йорто көтә – партияның өлкә комитеты Ғәлим Афзал улын Свердловск юғары партия мәктәбенә ике йыллыҡ курсҡа ебәрә. 1985 йылдың йәйендә Өфөгә ҡайтҡас, Абдулла Ғиниәт улы уны бүлек мөдире итеп эшкә саҡыра. Өс көн эшләп өлгөрә Хисамов яратҡан гәзитендә, өлкә комитетҡа эшкә саҡыралар: тәүҙә ябай инструктор, бүлек мөдире, сектор етәксеһе, китап нәшриә­тендә директор, матбуғат министры, “Башҡортостан” гәзитендә баш мөхәррир...

Үҙгәртеп ҡороуҙарға оҫталығы министр йөгөн тартҡан дәүергә тура килә лә инде. “Аҡбуҙат”, “Шоң­ҡар”, “Толпар”, “Йәшлек”, “Өмет” һымаҡ баҫмалар асыла. Шул ыңғай район һәм ҡалаларҙа милли гәзит­тәрҙе нәшер итеү башлана. Милли матбуғат һәм полиграфия ысын мәғәнәһендә яңырыу, үҫеш кисер­ҙе, уны үҫтереү буйынса беренсе тапҡыр программа төҙөлдө. Ошо документта билдәләнгән бурыстар хәл ителде һәм әле лә дауам итә. Ошо программаға ярашлы, район һәм ҡалаларҙа матбуғат үҙәктәре төҙөлә, кадрҙар мәсьәләһен тормошҡа ашырыу дауам итә.

- Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Читайте нас: