Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Сентябрь 2022, 23:00

Был бөйөк мираҫты тарих онотмай

“Волга Болғарияһы. Бөйөк мираҫ” күргәҙмәһе эш башланы.

Был бөйөк мираҫты тарих онотмай
Был бөйөк мираҫты тарих онотмай

Бөгөн Башҡортостандың Милли музейында “Волга Болғарияһы. Бөйөк мираҫ” исемле этнографик күргәҙмә асылды.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлыҡтары, Дәүләт эрмитажы, Рәсәйҙең Этнография музейы ойошторған был сара Волга Болғарияһында Ислам динен ҡабул итеүҙең 1100 йыллығына арналды һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә үткәрелде. Күргәҙмәне тантаналы асыуҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, "Ләлә" мәсетенең имам-хатибы Рауил хәҙрәт Мәмлиев, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе кәңәшсеһе Руслан Баҡаев, Рәсәй Этнография музейының Үҫеш фонды директоры Федор Демешко, ошо уҡ музей директорының дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Андрей Мельников һәм башҡалар ҡатнашты.

“Беҙҙең Милли музей Рәсәй Этнография музейы менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөгәйне һәм ошо күргәҙмә – был эшмәкәрлектең тәүге емеше”, – тине Әминә Ивний ҡыҙы. – Уның темаһы – Волга Болғарияһында Ислам динен ҡабул итеүҙең 1100 йыллығы – тәрән символик мәғәнәгә эйә, сөнки донъяның барлыҡ диндәренең борондан килгән мираҫы беҙҙең бөгөнгө тормоштоң нигеҙе булып тора”.

Урта быуаттарҙа Көнсығыш Европала этник-сәйәси берекмәләр барлыҡҡа килә һәм шуларҙың береһе Волганың урта ағымы ярҙарында урынлашҡан Волга Болғарияһы була. Күп ҡырлы болғар цивилизацияһы Евразиялағы ҙур биләмәләргә – Көнбайыш Себерҙән алып Балҡан ярымутрауына һәм Кавказға тиклем аралағы мәҙәни-тарихи, этник процестарға йоғонто яһай.

Боронғо дәүләттең мираҫы Волга-Урал төбәгендәге этностарҙың мәҙәниәтендә әле лә һаҡлана. Волга Болғарияһы составына татар, сыуаш, башҡорт, бесермән, мордва, мари халыҡтарының ата-бабалары ингән.

Күргәҙмә Волга Болғарияһы мәҙәни мираҫының төрлө аспекттарын күрһәтеүгә арналған. Улар ошо дәүләт тыуҙырған мираҫтың ни өсөн кешелек донъяһының бөйөк мәҙәниәте нигеҙҙәренең береһен тәшкил итеүен аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: