Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Сентябрь 2022, 15:00

“Ижади майҙан” проектының ҡеүәте ҙур

Ул төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын берләштерә.

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Ижади майҙан” тип аталған сираттағы күсмә сараны Ағиҙел ҡалаһында уҙғарҙы. Унда Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондарынан һәм Нефтекама ҡалаһынан делегаттар ҡатнашты.

Проект үҙен ифрат әһәмиәтле, һөҙөмтәле итеп танытып өлгөрҙө: быға тиклем Бөрйән, Стәрлебаш, Йәрмәкәй райондарында үткән саралар йөҙҙәрсә мәҙәниәт хеҙмәткәрен, уҡытыусыларҙы, һәләтле балаларҙы, ғөмүмән, әҙәбиәткә битараф булмаған шәхестәрҙе йыйҙы, билдәле сәнғәт оҫталары, яҙыусылар, рәссамдар, кино белгестәре ҡатнашлығындағы осрашыуҙар яҡшы фекерҙәр тыуҙырҙы һәм артабан да ойоштороу ихтыяжы барлығын белдерҙе.

Ғөмүмән, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы асҡан мөмкинлектәрҙе, урындағы һәләттәрҙе табыу, үҫтереү юлдарын күрһәтә, мәҙәни һәм рухи мираҫ хазиналарын үҫештә файҙаланырға ярҙам итә.

Мөмкинлектәрҙе асыуға йүнәлтелгән

 

“Башҡорт мәҙәниәтенең күп төрлөлөгө 50 башҡорт ырыуының үҙенсәлектәренә нигеҙләнгән, “Ижади майҙан” проекты район-ауыл­дарҙың рухи мөмкинлектәрен асыу­ға йүнәлтелгән. Беҙҙең команда “өйрә­тергә” генә бармай, ә райондар менән бәйләнеште лә яйға һалыуҙы күҙаллай. Райондың мәҙә­ниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, балалар кино, һынлы сәнғәт, театр, хореография һәм башҡа өлкәләр­ҙең заманса йүнәлештәре менән таныша, артабан ошо йүнәлештәр буйынса үҫешеүгә дәрт-дарман алып, республика, федераль ки­мәл­гә сығыу мөмкинлегенә эйә бу­ла. Тап ошондай ике яҡлы эшмә­кәрлек мәҙәниәтебеҙгә “мүкләнмәү” сараһын бирә – башҡорт йәмәғәт­селеге алдына ҡуйылған стратегик бурыс ошонан ғибәрәт”, – тип бел­дерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов.

Сара барышында Ағиҙел спорт-ял үҙәге фойеһында ошо яҡта тыуып үҫкән мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендәге арҙаҡлы шәхестәргә арналған күргәҙмә лә ойошторол­ғайны. Пленар ултырыштан һуң төр­лө йүнәлеш буйынса ун майҙансыҡ үҙ эшен башланы.

Мәҫәлән, Ағиҙел ҡалаһының Башҡорт гимназияһында “Кинематография” майҙансығы ойошто­рол­ғайны. Унда урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре, мәктәп студияларында тәрбиәләнеүселәр, өлкән класс уҡыусылары, йәштәр өсөн оператор оҫталығы нигеҙҙәре, киносценарий яҙыу һәм Башҡорт­остан Кинематографистар союзы ағзаларынан кинофильм өсөн темалар һайлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Башҡортос­тан Республикаһы Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бура­ҡаева майҙансыҡтың модераторы булараҡ сығыш яһаны. Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы шулай уҡ “Ер һүҙе 2.0” төбәк-ара һанлы белем биреү проекты һәм “Ер һүҙе: киләсәккә аҙым” республика конкурсы хаҡын­да ла һүҙ алып барҙы.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, журналист, “Һәнәк” жур­налының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова “Әҙәбиәт” майҙансы­ғында модератор булып сығыш яһаны. Унда урындағы әҙәби түңәрәк ағзалары, китапханасылар, әҙәбиәт һөйөүселәр һәм йәш ижадсылар өсөн ижади хеҙмәттең төп бурыстары хаҡында һүҙ алып барылды. Модератор проза һәм шиғриәттең бәләкәй жанры тәртиптәре, уларҙы дөрөҫ ҡулланыу ысулдары, яҙы­шыуҙағы иң ябай хаталар һәм улар­ҙан арыныу юлдары тура­һында аңлатты һәм миҫалдарҙа күрһәтте. Шулай уҡ хәҙерге журналистика, башҡорт блогтары, блогер хеҙмәте һәм бөгөнгө әҙәбиәт­тәге, матбуғаттағы юмор һәм сатира темалары ла ҡуҙғатылып, төр­лө фекерҙәр, ҡыҙыҡлы бәхәстәр тыу­ҙырҙы. Ағиҙел халҡының ошондай әҙәби осрашыуҙарға һыуһаған икәнлегенә, рухи тотороҡлоҡ өсөн был саралар бик тә кәрәк булғанына инандыҡ, тип белдерҙе Миләүшә Ҡаһарманова.

Мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн 5-се “ПИН һәм ГВИН” балалар баҡсаһында “Аҡбуҙат” балалар әҙәби-нәфис журналы майҙансығы эшләне. Журналдың баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы рәйесе Лариса Абдуллина һүрәттәр конкурсын уҙғарҙы, “Аҡбуҙат” менән таныштырҙы, туған тел, Тыуған ил, шәжәрә, иман кеүек төшөнсәләр ту­ра­һында һөйләне. Биҙәлеш мө­хәр­рире Майя Ҡәйүмова һүрәт  төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Шулай уҡ балалар “Урал батыр” йәнһүрәтен ҡараны, шиғырҙар яҙыуҙа үҙҙәрен һынаны.

Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, режиссер Илнур Лоҡманов Ағиҙел ҡалаһының Спорт-ял үҙәгендә үткәрелгән “Театр һәм үҙешмәкәр сәхнә тамашалары” майҙансығында эшләне. Ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре, урындағы театр һәм бейеү коллективтары, дөйөм белем биреү ойошмаларының театр түңәрәктәре етәкселәре өсөн пьесалар һайлау, грим һалыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ сәхнә телмәре өҫтөндә эш ойошторолдо. Риф Ғәбитов бейеү коллективтары етәкселәре өсөн бейеү оҫталығы нигеҙҙәре, ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

– Оҫталыҡ дәресем “Балетмейстер ижады лабораторияһы” тип аталды, бейеү һалырға теләү­се­ләргә, бейеү коллективтары етәксе­ләренә яңы хореографик композициялар яһау өсөн тәжрибә уртаҡ­лашыу тәртибендә үтте. Башҡорт халыҡ бейеүе өсөн ниндәй ысулдар ҡулланырға, ниндәй ҡанундарҙы белергә, йөкмәткеле бейеү һалыу өсөн фольклор, археология, этнография, нәфис әҙәбиәткә мөрәжәғәт итергә – ошо һәм башҡа мәсьәлә­ләрҙе асыҡланыҡ,– ти Риф Фәтих улы.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы,  режиссер Илнур Лоҡманов та үҙ фекерен белдерҙе:

– Мин “Ижади майҙан” проектында икенсе тапҡыр ҡатнаштым. Әлбиттә, был юлы тәжрибәм дә бар, әҙерлек тә икенсе – урындағы халыҡтың сәхнә аша уй-хистәрен белгем килде. Маҡсаттарҙы ла асыҡларға тырыштыҡ – ауыл ерендә йәшәп тә, сәнғәткә, мәҙәниәткә хеҙмәт иткән кешеләрҙең киләсәк тураһында нимә уйлауын, йәш быуынға, халыҡҡа нисек хеҙмәт итергә теләгәндәрен тойомланыҡ. Халыҡ театрҙары булырға һәм халыҡҡа хеҙмәт итергә, кешеләрҙе берләштерергә, шул уҡ ваҡытта ижад аша халҡыбыҙҙың холоҡ-фиғелен, булмышын күрһәтергә һәм рухи йәһәттән этәргес көс булып торорға тейеш. Бында юлланғанда төрлө сценарий авторҙарын тыңлап ҡарағы, улар менән фекер алышҡы килә ине – ундай һәләт эйәләре лә бихисап.

Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыу­сыһы, Башҡортостандың атҡаҙан­ған рәссамы Йәлил Сөләймәнов “Һын­лы һәм ҡулланма сәнғәт” май­ҙансығында мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары өсөн башҡорт рәссамдарының ижад нигеҙендә оҫталыҡ дәресе, шулай уҡ “Урал батыр” эпосы буйынса һүрәттәр төшөрөү класы ойошторҙо.

– Оҫталыҡ дәрестәре балалар­ҙың иғтибарын йәлеп итеүен күрәм, улар минең менән бергә ҙур ҡыуаныс кисерә. “Ижади майҙан” проектының ҡеүәте ҙур. Мәҙәниәт, сәнғәт, фән вәкилдәре менән аралашыу йәш ҡатнашыусылар өсөн бик файҙалы. Улар ваҡыт үтеү менән сәнғәттең бер йүнәлешен һайлар, сәнғәт эшмәкәрҙәре булыр. Был осрашыуҙар оҙаҡ онотолмаҫ, – тип билдәләне Йәлил Әхмәт улы.

Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмаларының ата-әсәләр комитеттары рәйестәре өсөн туған телде өйрәнеүҙе, туған телдә уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу майҙансығы ла эшләне. Уны психолог, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова ойошторҙо.

“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова һәм “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенең төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Мәрүә Ғилметдинова “Урал батыр мәктәбе” майҙансығында Баш­ҡортос­тандың район-ҡалала­рын­дағы белем биреү ойошмаларында “Урал батыр” мәктәбен ойоштороу буйынса семинар үткәрҙе. Майҙан­сыҡ мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре, директорҙарҙың уҡыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙары, методистарына йүнәлтелгән. Рәйсә Абдрахман ҡыҙы түбәндәге фекерен белдерҙе:

– “Урал батыр мәктәбе” проекты балаларға, йәштәргә рухи-әхлаҡи, патриотик, экологик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән, авторы – билдәле педагог, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева. Проект 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Грантына лайыҡ булды. Әлеге көндә республикала утыҙға яҡын мәктәп, балалар баҡсалары ошо проектҡа ҡушылды, ете уҡыу учреждениеһы тәжрибә тәртибендә эшләй. Тәрбиә эше – оҙайлы процесс, уның һөҙөмтәләре бер нисә йылдан ғына күренә башлаясаҡ, шулай ҙа “Урал батыр мәктәбе” проектында эшләгән мәктәптәр балаларҙа ыңғай үҙгәрештәр булыуын билдәләй.

Шулай уҡ сарала башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм әүҙемселәре менән осрашыу уҙғарылды. Башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, башҡорт ырыуҙары рәйестәре һәм ағзалары, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеү­селәр өсөн майҙансыҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илүс Ялашев, Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлфиә Денисламова ҡатнашты.

– Был иҫтәлекле сараның Ағиҙел ҡалаһында үтеүе – яуап­лылыҡ ҡына түгел, мәртәбә һәм ғорурлыҡ та. Беҙ халҡыбыҙҙың социаль, иҡтисади, мәҙәни, тарихи һәм тел мәсьәләләрен хәл итеү буйынса байтаҡ эш алып барабыҙ. 2007 йылда урындағы башҡорт гимназияһының бинаһы үҙгәртеп ҡоролдо. Ошо йылда гимназия бинаһында яңы уҡыу кабинеттары менән бер рәттән ҡала башҡорт­тары ҡоролтайы башҡарма коми­тетының айырым кабинеты булдырылды. Бында уның ултырыштары үтә, гимназия уҡыусыла­рының кесе ҡоролтайы эшмәкәрлек алып бара. Ҡалабыҙҙа бер генә милли байрам һәм күргәҙмә лә ҡоролтай, “Ағинәйҙәр клубы” ҡатнашлығынан башҡа үтмәй.

Ҡалабыҙҙағы иң әүҙем башҡорт ғаиләләренән Шакировтарҙы, Шөғә­йепов, Харасовтарҙы билдәләгем килә. Гөлнур Шакирова – ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы, ғаиләһе менән шәжәрә һәм ғаилә конкурстарында призлы урындар яулайҙар. Руслан Шөғәйепов – ҡаланың Атайҙар комиссияһы рәйесе, ғаиләһе менән башҡорт милли байрамдарында, Шәжәрә байрамдарында, кон­курстарҙа әүҙем ҡатнаша.

Халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, тарихыбыҙҙы тергеҙеү, милли йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе онотмау, туған телде үҫтереү, тергеҙеү юҫығында Ағиҙел ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ҡаланың Үҙәк китапха­наһы, мәҙәниәт йорто, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән берлектә эш алып бара.

Башҡорт гимназияһының эшмә­кәрлегенә килгәндә, башҡорт телен уҡытыуға, уның абруйын күтәреүгә тейешле кимәлдә иғтибар бирелә. Гимназияла 250-нән ашыу бала белем ала, бөтәһе лә башҡорт телен өйрәнә. Уҡыусылар республика һәм ҡала кимәлендәге конкурс­тарҙың береһенән дә ситтә ҡалмай. Йыл һайын “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр зона һәм республика конкурсында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтәләр. Гимназияла этно-мәҙәни йүнәлештәге “Серле сәхнә” башҡорт театр студияһы, “Гәлсәр һандуғас” башҡорт вокаль, “Аманат” башҡорт фольклор һәм бейеү түңәрәктәре эшләп килә. Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар, халҡыбыҙҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә арналған тирмә йыһазландырылған.

Йыл һайын ҡоролтай башҡарма комитеты ағзалары башҡорт телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеү йәһәтенән байтаҡ эш башҡара. Шуларҙың береһе – алтаҡта­лар­ҙағы, тышлыҡтарҙағы яҙмаларҙың хатаһыҙ яҙылышы. Ҡала хакимиә­тенең терминология комиссияһы ла ошо маҡсатлы эшкә үҙ өлөшөн индерә. Комиссия составының эшендә ҡоролтай ағзалары әүҙем ҡатнаша. “Ижади майҙан”дың Ағиҙелдә үтеүенә бик шатбыҙ, – тине Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы.

Майҙансыҡта башҡорт халҡы­ның үҫеш стратегияһы, ырыуҙар хәрәкәте, 1812 йылғы Ватан һуғы­шының 210 йыллығын байрам итеү, Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы баш­ҡорттары ҡоролтайының, атайҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтарының эшмәкәрлеге, “Ағинәйҙәр ҡоро”, социаль селтәрҙәрҙәге эш хаҡында һүҙ алып барылды.

Йәштәр өсөн айырым майҙан­сыҡ ойошторолдо, унда йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре, урындағы блогерҙар, эшсе-йәштәр, өлкән класс уҡыусылары ҡат­нашты.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Гөл­нур Ҡолһарина, Елена Арямнова һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы вәкилдәре лә хәҙерге йәштәрҙең ил киләсәгендәге стратегик роле, хәҙерге заман мәҙә­ниә­те хаҡында һөйләне, төрлө те­маларға йәнле фекер алышыу булды.

Майҙансыҡ эшендә билдәле блогерҙарҙың эшләүе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, социаль селтәрҙә контентты танытыу үҙенсәлектәре хаҡында ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторолдо.

Майҙансыҡтарҙың эшенән һуң ижади коллективтар ҡатнашлы­ғында ҙур концерт булды, уның барышында төрлө тармаҡта эшлә­гән әүҙемселәр, район вәкилдәре маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

-  Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Ағиҙел ҡалаһы

Читайте нас: