Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Сентябрь 2022, 16:59

Китап йәшәр уҡыусылары булғанда

Сәфәрҙән быға инанып ҡайттыҡ.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә китапханасылар араһында уҙғарылған конкурс­та Илеш үҙәк район китапханаһынан Клара Хәлиуллина ла алдынғылар рәтендә булғайны. Был яҡтарға юл төшөү менән еңеүсебеҙ, ул эшләгән коллектив менән танышып сыҡтыҡ.

 

Үҙәк район китапханаһы директоры Айгөл Яҡупова әйтеүенсә, уларҙың ҡарамағында 30 китапхана булһа, уларҙың 28-е – ауылдарҙа, бынан тыш, үҙәк һәм балалар модель китапханалары бар. Ҡырҡтан ашыу китапханасы халыҡ менән эшләй. Кәштәләрҙең яңы китаптар менән тулыланыуы – уҡыусыларҙы йәлеп иткән төп ҡорал.

 2020 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә яңы быуын китапханаһы программаһы буйынса Андреевка ауылы модель китапханаһы субсидия алыуға өлгәшкән.

– Китапхана лайыҡ булған 7,5 миллион һумлыҡ субсидия уны йыһазландырыуға йүнәлтелде. Йәнә өс йыл дауамында 236-шар мең һумлыҡ китап менән тәьмин итеү бурысы ла төп шарт булып тора, – тип һөйләне Айгөл Сәлихйән ҡыҙы.

Иң оҙаҡ эшләгән хеҙмәткәр­ҙәрҙең береһе Клара Хәсәнйән ҡыҙының хеҙмәт стажы 42 йылға етә. “Уның тәжрибәһенә таянып, кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Бик яуаплы хеҙмәткәр, тотонһа, бурысын аҙағынаса алып барып еткерә”, – ти китапхана директоры.

– 1976 йылда ошо китапхана асылды, дүрт йылдан бында килдем һәм ғүмер буйы бер урында эшләнем, – тип һүҙгә ҡушылды 1-се категориялы китапханасы.

Уның тырышлығы менән 12 йыл дауамында “Илһам” әҙәби-музыкаль клуб эшләп килә. Йыр-моң кисәләре, конкурстар ойошторола, осрашыуға билдәле яҡташтар саҡырыла.

Әле лә китапханасылар бик матур сараға әҙерләнеү өҫтөндә. Илеш районының ҙур шәхесе, “Башҡортостан” колхозы рәйесе Ғабдрахман Хөсәйен улы Сираев­тың тыуыуына 100 йыл тулыу уңа­йынан хәтер кисәһе үткәреләсәк.

Илештән сыҡҡан шәхестәрҙе ҙурлаған бындай саралар даими уҙғарыла.

Осрашыуҙарға ғына түгел, бынан китап алырға килеүселәр ҙә өҙөлмәй. Көнөнә уртаса 10-15 кеше хеҙмәтләндерелә.

– Иң оло йәштәге китап уҡыусы­быҙ – 85 йәшлек Рәфис Ғари­фуллин. Ябалаҡ ауылынан килеп китаптар алып китә. Үҙҙәрендә лә китапхана бар, ләкин беҙҙә һайлау мөмкинлеге күпкә киңерәк. Андреевканан йөрөгән бер уҡыусыбыҙ ҙа бар. Ул бер килгәндә 15-20 китап һайлай. Ололар ғына түгел, йәш быуын да беҙҙең китап йортона һулыш бирә, – тип һөйләне Илеш китапханасылары.

Китап – белем шишмәһе. Халыҡтың әйткәндәре ваҡыт менән һыналған. Йәм­ғиәтебеҙҙә уҡыуға ынтылыш һүрелмәгәндә, китапханаларға юл да өҙөлмәҫ.

- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Илеш районы

Читайте нас: