Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Сентябрь 2022, 11:00

Рәсәй халҡын һоҡландырған бәләкәй ҡыҙ ҙур үҫкән

Башҡорт моңо Санкт-Петербург сәхнәһен яңғыратты.

Рәсәй халҡын һоҡландырған бәләкәй ҡыҙ ҙур үҫкәнРәсәй халҡын һоҡландырған бәләкәй ҡыҙ ҙур үҫкән
Рәсәй халҡын һоҡландырған бәләкәй ҡыҙ ҙур үҫкән

27 сентябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһындағы Дәүләт академияһы капеллаһы сәхнәһендә яҡташтарыбыҙ – Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, шулай уҡ Учалы районынан “Зәңгәр ҡош” конкурсында финалға сыҡҡан Ләйсән Золотарева сығыш яһаны. Был Рәсәйҙең халыҡ артисы Игорь Тонин етәкселегендәге “Метелица” рус халыҡ ҡоралдары дәүләт оркестры саҡырыуы буйынса мөмкин булды, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Капелла сәхнәһендә Рәмил Ғәйзуллин ҡурайҙа - оркестр, шулай уҡ Ләйсән Золотарева менән берлектә башҡорт авторҙары әҫәрҙәрен башҡарҙы. Ҡыҙ башҡортса йырланы, думбырала һәм варганда уйнаны. Бер нисә йыл элек уның үҙенсәлекле сығышы бөтә ил халҡын һоҡландырғайны.

Рәмил Ғәйзуллин белдереүенсә, уларҙың Ләйсән менән берлектәге сығышы халыҡҡа оҡшаған. Шулай итеп, улар Санкт-Петербургта Башҡортостан исеменән лайыҡлы сығыш яһаған.

Фотолар: “Башинформ”.

Рәсәй халҡын һоҡландырған бәләкәй ҡыҙ ҙур үҫкән
Рәсәй халҡын һоҡландырған бәләкәй ҡыҙ ҙур үҫкән
Рәсәй халҡын һоҡландырған бәләкәй ҡыҙ ҙур үҫкән
Рәсәй халҡын һоҡландырған бәләкәй ҡыҙ ҙур үҫкән
Рәсәй халҡын һоҡландырған бәләкәй ҡыҙ ҙур үҫкән
Рәсәй халҡын һоҡландырған бәләкәй ҡыҙ ҙур үҫкән
Рәсәй халҡын һоҡландырған бәләкәй ҡыҙ ҙур үҫкән
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас