Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Сентябрь 2022, 14:55

Сәнғәт яратҡан ғаиләнән ул

“Студент саҡтан бер ғәҙәт ҡалған: кешеләрҙе күҙәтергә яратам”

Ләйсән Миңлеғәлиеваның шәхси архивынан.
Фото:Ләйсән Миңлеғәлиеваның шәхси архивынан.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының спектаклдәрен даими күҙәтеп барырға тырышам. Сибай ҡалаһындағы гастролдәрен көтөп алам, Өфө тарафтарына юл төшкәндә лә уларҙы ситләтеп үтмәйем. Ни өсөнмө? Сөнки унда тыуған ауылым Күсейҙең өс ейәнсәре – Аида Күлбаева, Ләйсән Миңлеғәлиева һәм Алтынай Юнысова уйнай. Хәйер, өсөнсөһө әле декрет ялында, йәнә икәүһе – бөгөн театрҙың йөҙөн билдәләгән талантлы йәш артистар. Аида Күл­баеваның “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы ла ошо һүҙҙәргә ҡеүәт өҫтәй. Бөгөн Ләйсән Миңле­ғәлиева хаҡында булыр һүҙем. Ул тыуҙырған сәхнә образдары үҙенең сағыу, ышанды­рырлыҡ, тамашасы күңеленә барып етерлек булыуы менән айырылып тора, шул уҡ ваҡытта ул йырсы-актриса ла.

Ләйсәнде бала сағынан яҡшы беләм, тиһәм дә була. Ауылыбыҙҙа “Әртистәр бит улар!” тигән дан алған Гөлшат апай Әбдрәхимованың ейәнсәре ул. Ләйсәндең әсәһе Хәфиә Дәминдәр ҡыҙы ла ауылда тәүгеләрҙән булып Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡыны. Игеҙәк апайҙары Венера менән Сулпан Әбдрәхимовалар Өфө сәнғәт институтын тамамланы. Бөгөн Сулпан Дәминдәр ҡыҙы Ләйсән менән бер театрҙа эшләй, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.

 

– Ләйсән, әңгәмәбеҙҙе традицион һорауҙан башлайыҡ. Бала саҡтан артист булырға хыяллан­дыңмы?

– Ысынлап та, бәләкәйҙән артист булырға хыялландым. Һәр ваҡыт үҙемде сәхнәлә күҙ алдына килтерә торғайным. Хатта йоҡларға ятҡанда күҙемде йомоп, йәнәһе, спектаклдә уйнайым, зал тулы тамашасы миңә ҡул саба икән, тип уйлайым. Беренсе рәттә – һөйгән кешем, миңә һоҡланып, мөхәб­бәтле ҡарашын төбәп ултыра, атай-әсәйем, туғандарым минең уйнаға­ныма шатлана, тип хыяллана инем. Һәр бала кеүек, мин дә ҡулыма массажка йәки скакалка тотоп, үҙемде йырсы итеп күҙ алдына килтереп, магнитофон ҡуйып, Татьяна Буланова, Гөлсөм Бикбулатова һәм башҡа “йондоҙҙар”ҙың йыр­ҙарын үҙемсә башҡара торғайным.

Икенсенән, үҙегеҙ әйтмешләй, йән тартмаһа ла, ҡан тартҡандыр. Ике яҡтан да туғандарым – сәнғәткә һәм мәҙәниәткә ғашиҡ кешеләр. Атай-әсәйемде лә сәнғәтте үҙ итеү, уны яратыу ҡауыштырған. Икеһе лә Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында белем ала, шунда таныша һәм ғаилә ҡора. Атайым аҙаҡ Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай, әммә сәнғәт юлын һайламаһалар ҙа, ғаиләлә йыр-моңға, мәҙәниәткә һөйөү бала саҡтан тәрбиәләнде, улар һәр башланғысыбыҙҙы ҡеүәтләп, һәләттәребеҙҙе үҫтерергә тырышты. Өсөнсөнән, ул саҡта игеҙәк апайҙарым – Венера менән Сулпан да, Өфө сәнғәт институтын тамамлап, Арыҫлан Мөбәрәков исемен­дәге Башҡорт дәүләт драма театрында эшләй ине. Улар уйнаған образдарҙы ҡарап, һәр йәй һайын өләсәйемдә булып, талантлы һәм дәртле Күсей халҡынан бай мираҫ йыйып, күңелемде байытып, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙемә һеңдереп, йола-байрамдарҙы күреп ҡайта инем.

 

– Студент йылдарыңа килгәндә...

– Йәшлегемдең иң матур оно­толғоһоҙ мәлдәрен һәр саҡ тулҡынланып, яратып иҫкә алам. Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһына уҡырға ингәс тә, тәүҙә “ҡайҙа эләккәнмен икән”, тип аптырап ҡалдым: фойеға килеп инәһең, бер мөйөштә кемдер үҙенсә нимәлер һөйләнә (геройы­ның һүҙҙәрен ятлай), икенсе ерҙә ауыҙ эсенән нимәлер йырларға маташалар – үҙе бер әкиәти донъя ине.

Төркөмөбөҙ Стәрлетамаҡ театры өсөн махсус курс булды, шуға бөтәбеҙ ҙә хеҙмәт юлыбыҙҙы тап ошо театрҙа башланыҡ. Мин Инорс­тан йөрөп уҡыйым, юл алыҫ, хатта ҡайһы саҡта дәрестәрҙән тыш, төштән һуң актерлыҡ оҫталығы буйынса махсус курс бик һуң бөтһә, автобустан тороп ҡалған ваҡыттар ҙа булды. Ул саҡта институтҡа кире барып, ҡара­уылсыға инәлеп-ялбарып, ауди­торияға инеп, нимә­лер түшәп йоҡлаған саҡтарымды әле йылмайыу ҡатыш иҫләп алам. Шулай ҙа дүртенсе курста диплом спектакле өҫтөндә эшләгән саҡта сабырлығым өҙөлдө, деканға инеп, ятаҡтан урын алдым.

Уҡытыусыларҙың йыш ҡына беҙгә: “Һеҙ буласаҡ артистар, кешеләрҙе күҙәтегеҙ, уларҙың холоҡ-фиғелен өйрәнегеҙ, йөҙ хәрәкәттәрен, ым-ишараһын үҙләш­терегеҙ”, – тип әйтеүе шул тиклем ҡанға һеңеп киткән, мин әле лә кешеләргә тишеп тигәндәй төбәлеп, уларҙы күҙәтәм.

 

– Бөгөн һинең репертуарыңда байтаҡ ҡына роль бар. Шулай ҙа тәүгеһен иҫләйһеңме?

– Әле әйтеүемсә, беҙҙең курс Стәрлетамаҡ театры өсөн махсус рәүештә әҙерләнде. 2007 йылда тотош төркөм менән унда эш башланыҡ. Тәүге ролем Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедия­һында Маһибәҙәр ине, уны сәхнәгә Рөстәм Хәкимов сығарҙы. Беҙ был спектакль менән республика буйлап ҡына түгел, хатта Краснодар, Анапа ҡалаларына ла гастролдәргә сыҡтыҡ. Стәрлетамаҡ театры миңә хыялдарымды тормошҡа ашырыр­ға тулы мөмкинлек бирҙе, бигерәк тә режиссер Азат Йыһаншинға ҙур рәхмәт. Ул мине бар яҡлап асты, ышанып ролдәр бирҙе. Артабан миңә Ф. Бүләковтың “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?” драмаһында – Сәлимә (йәш сағын), Александр Вампиловтың “Өлкән ул”ында – Нина, М. Бураҡаеваның “Үҙең яҙған яҙмыш” романтик драмаһында – Көмөшкәй, Н. Ғәйетбайҙың “Күңел­ле йәшәйбеҙ” комедияһында Файза һәм секретарь ролдәрен башҡа­рырға насип булды. Шулай уҡ В. Распутиндың “Йәшә һәм онотма” тигән  әҫәре буйынса Мәскәү режиссеры Татьяна Воронина сәхнәләштергән спектаклдә Настена ролен әле булһа һағынам.

 

– Өфө һине нисек ҡаршы алды?

– Әлбиттә, тыуған ҡалам мине ҡоласын йәйеп ҡаршыланы. Мос­тай Кәрим исемендәге Йәштәр театрында эш башланым. Бында уйнаған тиҫтәнән ашыу ролем бар, уларҙың һәр береһенә күңел йылым, йөрәк тибешем, тормош тәжрибәм һалынған. Беләһегеҙме, Йәштәр театрына эшкә килгәс, тәүге ролдәрем ниндәй булды?! Стәрлелә ҡуйылған Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” һәм Александр Вампиловтың “Өлкән ул” комедияларындағы кеүек. Быны мин тормоштоң йәнә бер мөғжизәһе кеүек ҡабул иттем. Шулай ҙа әлегә үҙемде тулыһынса асып бөттөм, тип уйламайым, һуңғы ваҡытта режиссерҙарҙың миңә бер типтағы ролдәр биреүе бер аҙ ялҡыта ла башланы. Артист бер урында тапанырға тейеш түгел, үҫеш кәрәк. Үҙемде башҡа типтағы геройҙарҙа һынап ҡарағым килә.

 

– Һинең иң талапсан тамаша­сың кем?

– Атайым менән әсәйем. Улар үҙҙәре лә, сәнғәтте аңлаған кеше­ләр булараҡ, һәр саҡ кәңәш бирә, фекерҙәрен еткерә. Бер премьерамды ла ҡалдырмай, һәр саҡ ҡарап баралар. Артист кешегә тән­ҡит һүҙе лә, бер аҙ маҡтау ҙа кә­рәктер, тип уйлайым. Маҡтаһалар, һин ниндәйҙер кимәлдә ҡәнәғәт­ләнеү кисерәһең, тәнҡитләһәләр, бигерәк тә яҡшы. Үҙ өҫтөңдә эшләү, ижади эҙләнеү өсөн бигерәк тә тәнҡиттең ярҙамы ҙур. Тамашасы фекеренә лә ҡолаҡ һалырға яратам, сөнки улар һине ситтән күрә, аңлай, ә хәҡиҡәт сағыштырыуҙа таныла.

 

– Әле һинең Зөлхизә исемле иркә генә ҡыҙың үҫеп килә. Ниндәй әсәйһең?

– Талапсан да, яғымлы ла. Ҡыҙымды бар яҡлап үҫтерергә тырышам, атай-әсәйем беҙҙе өйҙә башҡортса һөйләштерҙе, мин дә ҡыҙым менән башҡортса аралашам. Киләсәктә уның өсөн әсәй генә түгел, серҙәш тә, әхирәт тә булырмын, тип уйлайым.

Мин таҙалыҡты яратам. Фатирымды ла һәр саҡ тәртиптә тоторға, бөхтә һәм зауыҡлы кейенергә ынтылам. Ҡыҙым да шулай, кәрәк икән, иҙәнде һөртөп ала, өйҙө йыйыштыра.

 

– Ләйсән, күптәр һине моңло тауышлы актриса булараҡ та белә, йырҙарың радио тулҡын­дарында ишетелеп ҡала, клип­тарың бар. Артабан йыр сәнғә­тендә үҙеңде һынап ҡарарға уйың бармы?

– Әлбиттә, бар. Аҡсам күп булһа (көлә-авт.). Мөмкин тиклем күберәк йыр яҙып, тамашасы хөкөмөнә сығарып торорға тырышам, әммә финанс мөмкинлектәренең булмауы бәкәлгә һуға. Киләсәктә үҙем шиғыр яҙып, уға көй сығарырға ла теләгем бар.

Йәнә уй-ниәтем – бөтә донъя­ны гиҙеп сығырға, яратҡан эшемдә ҡолас ташлап ижад итергә, яңы об­раз­дар тыуҙырырға, ҡыҙымды үҫтереп, үҙе теләгән һөнәр алырға ярҙам итеү.

 

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Ижади уңыштар юлдаш булһын!

- Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: