Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Октябрь 2022, 14:00

Аксаков көндәре нисек үтә?

Әминә Шафиҡова Григорий Аксаков ордендарын тапшырҙы.

Аксаков көндәре нисек үтә?
Аксаков көндәре нисек үтә?

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда 30 сентябрҙән 1 октябргә тиклем XXXII халыҡ-ара Аксаков байрамы үтә. Быйыл ул ике иҫтәлекле ваҡиғаға – билдәле рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың 231 йыллығына һәм Башҡортостанда Аксаков фондына нигеҙ һалыныуҙың 30 йыллығына арнала.

Тәүге көндәге сара Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтте. Әйткәндәй, ул Аксаков халыҡ йортоноң тарихи бинаһында урынлашҡан.

Тантаналы сарала БРашҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, “Русский дом” журналының баш мөхәррире Александр Крутов, Өфө ҡалаһы округы башлығы, ҡала Советы рәйесе Марат Вәсимов ҡатнашты.

- Сергей Тимофеевич Аксаковтың бөтә ижады тыуған ергә, уны уратып алған кешеләргә һөйөү менән һуғарылған, ул шуның менән беҙгә еребеҙҙе һаҡлау, берҙәм булыу хаҡында иҫкәртә. Шул саҡта илебеҙҙә барыһы ла яҡшы буласаҡ, - тине сығышында Әминә Шафиҡова.

Башҡортостан Аксаков фондының 30 йыллығы уңайынан уның дүрт попечителе Григорий Аксаков ордены менән бүләкләнде. Улар – “Дорремстройтрест” йәмғиәтенең генераль директоры Вячеслав Аброщенко, “Ютейр” авиакомпанияһының төбәк директоры, танылған хәрби һәм ҡотопсо летчик, запастағы генерал-лейтенант, Рәсәй Геройы Николай Гаврилов, “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Роман Ковалев, Ҡатау-Иванов приборҙар эшләү заводының генераль директоры Динар Сәғҙетдинов. Улар оҙаҡ йылдар дауамында Аксаков көндәрен үткәреү йәһәтенән ойоштороусы һәм бағыусы булараҡ сығыш яһай.

Кисә барышында Аксаков премияһын тапшырыу ҙа үтте. Быйыл был премияға 18 студент лайыҡ булды. Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры сарала ҡатнашыусыларға “Ал сәскә” спектаклен тәҡдим итте.

Бөгөн XXXII халыҡ-ара Аксаков байрамы Өфө, Ҡырмыҫҡалы һәм Бәләбәй райондарында дауам итә.

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: