Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Октябрь 2022, 10:00

"Тоғролоҡ" Өфөгә килә

Салауаттар ни өсөн Мөнир Ҡунафиндың тап ошо әҫәрен һайлаған? Был хаҡта - әңгәмәлә.  

"Тоғролоҡ" Өфөгә килә
"Тоғролоҡ" Өфөгә килә

Быйыл Салауат башҡорт дәүләт драма театры яңы миҙгелде үҙҙәренең 90 йыллыҡ юбилейы менән аса. Юбилей уңайынан театр коллективы 19 октябрь Өфөгә юллана. Баш ҡалаға артистар һәр ваҡыт ашҡынып килә, тамашасы менән осрашыуҙы көтөп ала, уларҙың күңеленә хуш килерҙәй, профессиональ кимәлдә ҡуйылған иң сағыу спектаклдәренең береһен алып килә.

19 октябрь Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Мөнир Ҡунафиндың "Кешелеккә тоғролоҡ" хикәйәһе буйынса "Тоғролоҡ" драмаһы тәҡдим ителәсәк. Инсценировка авторы – Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссеры – Лиана Ниғмәтуллина, ҡуйыусы рәссам – Юлиә Сиражетдинова, композиторҙары – Мәскәү ҡалаһынан Диләрә Ғәбитова, Лариса Субботина, хореографы – Өфөнән Ольга Даукаева.

Ни өсөн тап ошо әҫәр һайланған, уның төп темаһы нимә, ниндәй көнүҙәк проблемалар күтәрелә – ошо һорауҙарға яуап табыр өсөн театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина менән әңгәмәне театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Динә Бәширова тәҡдим итә.

- Ни өсөн тап ошо әҫәрҙе һайланығыҙ?

Иң беренсе әҫәрҙең темаһы ҡыҙыҡһындырҙы. Гонаһһыҙ кеше бармы икән ул был донъяла? Юҡтыр, моғайын. Әҫәрҙә лә тап ошо турала һөйләнелә. Уҡып сыҡҡас та фекере күңелде йылытты. Был бик көнүҙәк.

- Әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ бара?

- Әҫәрҙә Нәфисә исемле ҡатын һәм уның ире Иҙристең ғаилә тарихы бәйән ителә. Ситтән ҡараһаң, өлгөлө ғаилә, барыһы ла яҡшы кеүек. Әммә уларҙың бер ҙур проблемаһы бар – тиҫтә йыл бергә ғүмер кисерһәләр ҙә, балалары юҡ. Асыҡланыуынса, сәбәп Иҙристә була, ЭКО ла ярамай икән. Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ, тиҙәр. Был хәҡиҡәттең әсеһен үҙ башынан үткәндәр яҡшы аңлайҙыр. Ғаиләлә сабый тауышы сыҡһын өсөн әҙәм балаһы ниндәй аҙымға бармаҫ? Нәфисәне был проблема бик борсой. Нисек булһа ла был хәлдән сығыу юлын эҙләй һәм иренән бер генә тапҡыр хыянат итергә рөхсәт һорай. Тейешле кандидатураны – йәш, әммә телһеҙ Рәсүлде таба. Серҙәрҙең барыһын да асып бөтмәйем, юғиһә, ҡыҙығы ҡалмаҫ. Нәфисәнең был аҙымға барамы-юҡмы икәнлеген, ҡылған гонаһтары өсөн уны ниндәй яза көтөүен спектаклде килеп ҡарағас белерһегеҙ.

- Тамашасыларға нимә еткерергә теләйһегеҙ?

- Шуны билдәләп үтергә кәрәк, бындай темаларҙа аныҡ ҡына яуап юҡ, бары тик уйланырға һәм уй-фекерҙәреңде тамашасыларға еткерергә генә ҡала. Кемделер нимәгәлер өйрәтергә тигән маҡсат ҡуйманым алдыма, әммә уйланырға урын бар. Автор уҡыусыларға бер генә гонаһтың да эҙһеҙ үтмәүен, уның өсөн үҙенә булмаһа, балаларына яуап бирергә кәрәк буласағын еткерергә теләй.

- Спектаклдә нисә кеше уйнай?

- Артыҡ күп кеше ҡатнашмай. Нәфисә ролендә – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нәүфилә Яҡупова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткалары Наҙгөл Иҫәнбаева, Минзилә Ҡотошева, Иҙрис – Радмир Дәүләтбаев, Юнир Мансуров, Рәсүл – Әмир Үтәбаев, Сара инәй – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлфирә Сәфиуллина, Хәсән ҡарт – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазылов. Беҙҙең труппабыҙ яңы актерҙар, актрисалар менән тулыланды. Массалы урындарҙа тап улар ҡатнаша ла инде: Лилиә Байгилдина, Эльвира Йәрмөхәмәтова, Нәфисә Мәжитова, Йәнгүзәл Халиҡова, Гөлфинә Ибәтуллина.

- Һеҙҙең спектаклдәрҙәге костюмдар һәр саҡ үҙенсәлелеге менән айырыла. Был премьерала улар ниндәй?

- Әҫәр тормошсан булғанға күрә, әллә ниндәй айырыу костюмдар тегеү талап ителмәй. Тик шуныһы бар, кешеләрҙән тыш, спектаклдә кешеләрҙе яңылышлыҡҡа, ялғанлыҡҡа этәреүсе ен-пәрейҙәр, “ҡара көстәр” ҙә бар. Тап бына улар өсөн ғәҙәти булмаған костюмдар тегелде.

90 йыллыҡ тарихы булған Салауат башҡорт дәүләт драма театрының Өфө ҡалаһында үтәсәк спектакленә килеп, фекер алышып, куңелдәрегеҙгә ял алып ҡайтығыҙ.

Фото һәм текст сығанағы: Динә Бәширова.

"Тоғролоҡ" Өфөгә килә
"Тоғролоҡ" Өфөгә килә
"Тоғролоҡ" Өфөгә килә
"Тоғролоҡ" Өфөгә килә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: