Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Октябрь 2022, 13:25

Агитбригадалар егеттәребеҙ янына юлланасаҡ

Улар был айҙа яҡташтарыбыҙ күп булған урындарҙа икешәр тапҡыр сығыш яһарға тейеш. 

Агитбригадалар егеттәребеҙ янына юлланасаҡ
Агитбригадалар егеттәребеҙ янына юлланасаҡ

Бөгөн Хөкүмәттең кәңәшмәһендәге һөйләшеүҙең ҙур ғына өлөшө өлөшләтә мобилизация, бурыстарын үтәргә юлланған егеттәрҙең һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә арналды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға яугир егеттәребеҙ янына барыр өсөн агитбригадалар булдырырға ҡушты.

– Агитбригадалар булдырылһын. Мин егеттәр менән һөйләштем, улар тыңларға ваҡыттары булыуын һәм һағыныуҙарын әйтте. Шуға күрә беҙҙекеләр күп булған һәр нөктәлә был ай эсендә икешәр сығыш күрһәтергә кәрәк тип иҫәпләйем. Ҡайһы бер артистар миңә үҙҙәре сыҡты һәм ярҙам тәҡдим итте, – тине Радий Хәбиров.

Агитбригадалар графигы бөгөн үк әҙер булырға тейеш тиелде.

Шулай уҡ республика етәксеһе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға өлөшләтә мобилизацияланған егеттәргә ярҙам итеү буйынса штаб эшен ойошторорға ҡушты. Был аҙнала хакимиәт башлыҡтары менән ошоға арналған айырым кәңәшмә буласаҡ. Улар үҙ төбәктәренән киткән егеттәр менән даими бәйләнештә булырға, кәрәк булған бар мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итергә тейеш.

Фото: pobeda59.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: