Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Октябрь 2022, 11:00

Ололар һүҙе - аҡылдың үҙе

Ысынында иһә һин аҡыллыраҡ, сөнки алйот еңдем, аҡыллы ҡуйҙым, тиер.

Ололар һүҙе - аҡылдың үҙе
Ололар һүҙе - аҡылдың үҙе

Кеше менән һүҙ көрәштерергә тырышма, балам. Әңгәмәсең һинең менән риза түгеллеген аңғарыу менән һөйләшеүҙе туҡтат йә икенсе темаға күсер. Уны ғәйепләмә лә, йәнең дә көймәһен. Һәр бер кеше һинең менән килешеп кенә торорға ла тейеш түгел. Һәр кемдең – үҙ фекере һәм шул үҙенсә дөрөҫ. Ул һине бер нисек тә аңлай алмай. Һин уны аңлай алмаған кеүек. Кемегеҙ дөрөҫ – берәү ҙә хөкөм сығара алмаҫ. Сөнки өсөнсө кешенең дә һеҙҙекенә оҡшамаған үҙ фекере бар.

Шуға һүҙ көрәштермә. Үҙеңә йоҡлауы тынысыраҡ булыр, күңелеңде бер нәмә лә өйкәмәҫ. Ул кеше, бәлки, һине еңдем, өндәшмәҫлек иттем тип ҡыуаныр. Ысынында иһә һин аҡыллыраҡ, сөнки алйот еңдем, аҡыллы ҡуйҙым, тиер.

Ысынлап та ололар һүҙе - аҡылдың үҙе!

Фото һәм текст сығанағы: Рәхимә Мусина.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: