Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Октябрь 2022, 14:54

“Шиғриәт юлдаш булды”

“Беҙ төрлөбөҙ, шуның менән бәхетлебеҙ”

 

Өлкән быуын вәкилдәре үткән тормош юлы ауыр һынауҙарҙан да, бихисап ҡаҙаныштарҙан да тора. Улар туплаған аҡыл, кәңәш һәммәбеҙгә лә мөһим. Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалдарының береһе – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммас менән әңгәмә лә – ижад ҡына түгел, йәшәйешебеҙ, заман һәм кеше тураһында.

– Халыҡ шағиры бөгөн ниндәй уйҙар менән йәшәй?

– “Халыҡ шағиры”, “Халыҡ яҙыусыһы” исемдәренә лайыҡ булғандар күп булып киттек, ахыры. Остаздарыбыҙ Мәжит Ғафу­ри, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш кеүектәрҙән башлап, һәммәһен һанаһаң, был исемдәр байтаҡҡа һуҙылыр ине. Бик яҡшы күренеш, тип уйлайым. Тимәк, әҙәбиә­тебеҙ үҫә. Халыҡ яратҡан ижад емештәре арта. Миңә ошо маҡтаулы исем олоғайған көнөмдә бирелде. Ҡәләмдәштәрем, уҡыусыларым күтәреп алған фекерҙе хуплаған республика етәкселегенә рәхмәтлемен.

Әле бына халыҡ шағиры булып ҡына түгел, иң оло йәштәге яҙыусы булараҡ (туҡһан икемде тултырып киләм бит инде, беҙ Марат Кәримов дуҫым менән иҫәндәрҙән иң өлкәндәре ҡалдыҡ) яратҡан “Баш­ҡортостан” гәзитенең, ғаиләбеҙ ихтирам иткән шағирәбеҙ Тәнзилә һылыуҙың һорауҙарына ҡыуанып яуап бирәм.

Тиҙҙән яҙыусыларҙың съезы була тигән хәбәр йөрөй. Ун биш, егерме кешенең генә түгел, һәр яҙыусының ижадына иғтибар итергә, таланттарға юл бирергә кәрәк.

 

– Һеҙгә төрлө быуын яҙыусылары менән төрлө заманда аралашып, ижад итергә насип булды. Кем хәтерегеҙҙә нығыраҡ уйылып ҡалды?

– Эйе, оҙон ғүмеремдә миңә күп яҙыусылар менән, ололары һәм кеселәре менән дә, аралашыу, бергә юлдар үтеү, ижад итеү бәхете тейҙе. Уларҙың күбеһе инде баҡыйлыҡта. Беҙ, иҫәндәр, улар тураһында онотмаҫҡа тейешбеҙ. Мин Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Рәми Ғарипов, Мәҡсүд Сөндөклө, Баязит Бикбай, Хәким Ғиләжев, Назар Нәжми, Ғәйнан Әмири, Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Асанбаев, Әмир Гәрәев, Зиннәт Ғәлимовтар һәм башҡа оло йәштәгеләр, шулай уҡ үҙемдән күпкә йәшерәк булғандар менән дә юлдар үттем, ижад кисәләрендә ҡатнаштым. “Һайланма әҫәрҙәр”емдең 2-се томында “Киттеләр... Китмәнеләр...” ижади портреттар циклында һәм иҫтәлектәремдә күбеһе хаҡында яҙғанмын.

Яҙыусылар союзында Динис Бүләков менән бик йәнле эшләнек, бөтә район-ҡалаларға яҙыусыларҙы йөрөтөп, ижад кисәләре, уҡыусылар менән осрашыуҙар ойошторҙоҡ. Завод цехтарында булһынмы, баҫыуҙамы хеҙмәт коллективтары алдында шиғырҙар уҡый инек.

Студент йылдарын һағынып иҫкә алам. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында Ноғман Мусин менән бергә уҡыныҡ, бергә ижад юлын башланыҡ. Хәким Ғиләжев остазыбыҙ ине, ҡулъяҙма журналдар, альманахтар, стена гәзиттәре сығара инек.

Тағы ла ижад йорттары һағындыра. Унда үҙенә күрә бер матур мөхит тыуҙырылғайны. Переделкино, Пицунда, Ялтаға, Ригаға барып, китаплыҡ әҫәрҙәр яҙып алып ҡайта торғайныҡ. Фәнил Әсәнов, Барый Ноғоманов, Илгиз Кәримов менән бергә Переделкинола кистәр буйы Сыңғыҙ Айтматов менән һөйләшеп ултырғандар иҫтә ҡалған. Гөлсөм апайығыҙ ҙа бергә ине, уның менән йыш иҫкә алабыҙ дуҫтарҙы.

Рәми Ғарипов менән Федоровка райо­нында Ашҡаҙар буйында ижади пландар тураһында һөйләшеп ятҡандар, ә кисен клубта яңғыратып шиғыр уҡығандар иҫтә ҡалмаҫлыҡмы ни?!

 

– Шағир, прозаик, тәржемәсе, журналист булараҡ бихисап эш башҡарҙығыҙ. Ҡайһы жанр күңелегеҙгә нығыраҡ яҡын?

– Тәү сиратта мин – шағир, туғаным. Поэтик һүҙ бала сағымдан етәкләп барҙы мине. Әсәйем Рауза менән ҡартатайым Баһауетдин тәүге уҡытыусыларым бул­ғандыр. Етем әсәйем уҡый-яҙа белмәһә лә, ете балаһының һәр ҡайһыһына шиғырлап өндәшә ине. Ә ҡартатайым Ҡөрьәнде яттан уҡый торғайны. Шүрлегендә Ғабдулла Туҡай китабы, Ғәли батыр хаҡында легендалар бар ине. Биш йәшемдән шуларҙы уҡып үҫтем.

Хәлекәй мәктәбенә барғас, шиғриәткә ғашиҡ булдым. Һуғыш йылдарында ике йылға уҡыуҙы ташларға тура килде, фронтҡа киткән атайҙарҙың ҡамытын кейеп колхозда эшләнек. Атайыбыҙ яраланып ҡайтҡас, мине Әмир мәктәбенә бирҙе. Уҡытыусыбыҙ Һәҙиә апай Бәширова, әҙәби түңәрәк ойоштороп, беҙҙе шунда ылыҡтырғайны. Һуңынан Стәрлебаш мәктәбендә лә яҙыша инем. Уны көмөш миҙалға тамамланым. Бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырҙым – Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға керҙем.

Шиғриәт һәр ваҡыт миңә юлдаш булды. Мәктәптә уҡытыусы, директор булып эшлә­гәндә лә яҙыштым. Тәүҙә район гәзиттәрендә баҫыла инем. Республика матбуғатына ла сығырға тип, шиғырҙарҙы һайлап алдым да, Өфөгә юлландым. “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт бүлегендә Абдулхаҡ Игебаев эшләй ине. Шиғырҙарымдан Муса Йәлилгә бағышланған “Үлемһеҙ йыр” һәм сатирик “Шымабай шымарта” исемлеләрен шунда уҡ һайлап, тиҙ арала баҫтырып сығарҙы. Был 50-се йылдар уртаһы ине. Шунан башлап республика баҫмалары менән дуҫлашып киттем. Ә 1962 йылда инде үҙемде “Кызыл таң” гәзитенә эшкә саҡырҙылар.

Шулай итеп, Өфөнөң әҙәбиәт донъяһына инеп киттем. “Уттар” исемле беренсе поэмам “Ағиҙел” журналында донъя күргәс, оло шағирҙар, тәнҡитселәр тарафынан танылдым, маҡтау һүҙҙәре ишеттем.

Китаптарым йыл аралаш баҫылып килде. Хәҙер инде улар ике тиҫтәнән артты. Башҡорт, татар, рус телдәрендә донъя күрҙе. Руссаһы Мәскәүҙә сығып, Советтар Союзының төрлө ерҙәрендә йәшәгән уҡыусыларҙан рәхмәт хаттары килде, “Литературная Россия” гәзитендә ыңғай рецензиялар яҙылды. Утыҙлап поэмам баҫылды. Повестарым, хикәйәләрем үҙ уҡыусыһын тапты.

Әле бына “Һайланма әҫәрҙәр”емдең дүртенсе томын нәшриәткә тапшырҙыҡ. Ижад дауам итә. Яңы шиғырҙар, поэмалар тыуҙырам, хәләл ефетем Гөлсөм апайығыҙ уларҙы яҙып тора, улым Алмас компьютерҙа әҙерләп, мөхәррирләп, редакцияларға тапшыра. Улар – минең күҙҙәрем, таяныстарым, илһамландырып тороусыларым.

– Шағирҙар династияһы – һирәк була торған күренеш. Улығыҙ Алмас та, киленегеҙ Урания ла – ижад кешеләре. Шағирҙарҙың үҙенсәлекле ғаиләһендәге тормош нисегерәк ҡоролған?

– Алмастың шағир булып китеүенә әсәһе менән ныҡ шатландыҡ. Икенсе класта уҡығанда, мәктәптән “Әсәй миңә ғүмер асҡан” тип шиғыр яҙып алып ҡайтты. Хәҙер инде үҙе танылған яҙыусы, журналист, дәүләт эшмәкәре, университет уҡытыусыһы, өс китап авторы, Яҙыусылар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты. Президент, Мостай Кәрим стипендиаты булды студент йылдарында. Мостай ағай уға гел “Коллегам” тип өндәшә ине.

Әлбиттә, нәҫелдән килә инде ул. Гөлсөм апайығыҙ – шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң һеңлеһе генә түгел, үҙе шағирә, һүҙ оҫтаһы ул. Улыбыҙ ижад мөхитендә үҫте. Бала саҡтан мин эшләгән Яҙыусылар союзында булды, ҡәләмдәштәр менән аралашты, дүрт йәшенән китаптар уҡыны, башҡорт, татар әҙәбиәте менән шул саҡтан уҡ таныш. Шуға ла унда һүҙгә, туған телгә ихтирамы көслө. Ул – илһөйәр егет. Алмасҡа бағышлап яҙған “Дауамым” шиғырында шундай юлдар бар:

Һинең уйсан күҙҙәреңә ҡарап,

Ғүмер юлдарымды барланым.

Шиғырымдағы һуңғы сәләмемде

Һинең килереңә арнаным.

 

Саҡрымдарым өҙөлөп ҡалыр мәлдә

Һиңә күсә минең дауамым.

Мине ғазаплаған һорауҙарға

Һин ишетерһең тормош яуабын.

 

Һәр бер аҙымыңда мин үҙемдең

Ғүмер дауамымды күрермен:

“Минең ҡаным, минең дауамым”, – тип,

Рухи тамырымды үрермен.

Шиғри һүҙемде дауам итеүсе улым Алмасыма мәңге рәхмәтлемен мин. Шундай уҡ рухлы, шиғри күңелле ҡыҙ менән ғаилә ҡорҙолар. Бәләбәй ҡалаһында “Илһам шишмәләре” фестивалендә танышҡайнылар. Икеһе лә төрлө номинацияла еңеү яулағайны. Урания Вахитова – Учалы райо­нынан, бала саҡтан шиғыр яҙа, ике китап авторы, Флүзә Әхмәҙиева исемендәге премия лауреаты. Аспирант йылдарында Президент стипендияһына лайыҡ булды. Башҡорт дәүләт университетында сит телдәрҙән уҡыта. Әле декрет ялында. Ейәнебеҙ Даниэлде үҫтерәләр.

Бәләкәс ейәнебеҙ – иң ҙур ҡыуанысыбыҙ бөгөн. Ул баланың күңелендә шул тиклем яҡтылыҡ, изгелек. Донъяға, кешеләргә яратып баға торған бала ул. Үҙенә йәш ярым ғына, хәрефтәр ҙә таный, китаптар ярата, уйлап эш итеүе менән таң ҡалдыра. Өй китапханаһы – иң яратҡан урыны. Даниэль дә ижад кешеһе булыр, тип ышанабыҙ. Ата-әсәһенә бәхет килтерһен, ғүмерле булһын сабый.

 

– Бәхетле ир, бәхетле атай, олатай һеҙ. Ғаиләгеҙгә һәр ваҡыт һоҡланам. Тормошта үҙең менән гармонияла йәшәү, бәхетле булыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?

– Ғүмер бер генә... Дуҫым Динис Бүләков романын шулай атағайны. Һәм шул бер ғүмерҙе кешеләр бер-береһен яратып, ихтирам итеп үткәрһен ине. Беҙҙең ғаиләлә шулай ҡоролған: бер-береңде, бергә булған һәр минутты ҡәҙерләп, бер-беребеҙҙең шатлығына ҡыуанып йәшәйбеҙ. Шул гармония булалыр инде.

Үҙен генә яратҡан кеше бәхетһеҙ була, тип уйлайым. Киреһенсә, кешеләрҙе, донъяға яралған бөтә тере йәндәрҙе яратҡан кеше үҙен дә ярата, ҡәҙерләй белә. Беҙ донъяға бер киләбеҙ икән, уны ҡулдан килгәнсә яҡшыртырға, матурларға тырышайыҡ. Быны һеҙгә һуҡыр ағағыҙ әйтә. Күҙем күрмәһә лә, күңел күҙем менән, шиғри һүҙем менән донъяны үҙгәртергә тырышам бит. “Ҡәҙерен беләһеңме?” шиғырында яҙғанымса:

Ә һин мәхрүм түгел береһенән дә,

Бөтәһе бар: ҡулың, аяғың,

Күҙҙәрең бар, ишетер ҡолағың бар;

Гүзәллеккә тулы һәр яғың.

Әйҙә, тырыш, эшлә, донъяны матурла, мөғжизә тыуҙыр, егерме беренсе быуат кешеһе!

Бәхетле булыуҙың сере, ә бәлки, иң төп серелер ҙә, һеңлем, ул мөхәббәт. Юҡ, ҙур хәрефтән – Мөхәббәт. Был йәһәттән мин бәхетлеләрҙән-бәхетле. Гөлсөм апайығыҙ, ҡояш һымаҡ, тормошомдо яҡтыртып ебәрҙе. Уның менән ысын ир бәхетен белдем. Шуныһын да әйтәм: ир кешегә оҙон ғүмерҙе ҡатын-ҡыҙ бүләк итә.  Шуны онотмағыҙ. Йөҙ йәшемә атлайым икән – был Гөлсөм апайығыҙҙың тырышлығы, һөйөүе, оло хеҙмәте һөҙөмтәһе. Ул – минең илһамиәм дә, пар ҡанатым да, ҡурсалаусым да, табибым да. Минең юлымды дауам иткән бына тигән ул бүләк итте. Алмас менән Гөлсөмгә рәхмәтлемен. Бөтә кешеләргә, бөтә ирҙәргә лә минең һымаҡ бәхетле булыуын теләйем.

 

– Рауил ағай, һеҙҙең быуын – һуғыш ауырлығын татыған, иртә “олоғайған” быуын. Рух ныҡлығы менән тормош һынауҙарын йырып сыҡҡан быуын. Хәҙерге балаларға, йәштәргә әйтер һүҙегеҙ барҙыр...

– Эйе, беҙҙең быуын аслы-туҡлы заманды үткәргән һәм шуның менән сынығып үҫкән. Шуға күрә ниндәй генә ауыр мәлдәрҙе лә еңеп сығырға өйрәнгәнбеҙ. Бөгөнгө йәштәргә ололарҙан күп нәмәгә өйрәнеү бик мәслихәт булыр ине. Бер-береңде ҡәҙерләй белеүгә тәү сиратта.

Шуны онотмағыҙ, дуҫтар: үҙеңде баш­ҡаларҙан өҫтөн ҡуйыуҙан башлана күп фажиғәләр. Кешеләр араһында ла, дәүләттәр араһында ла. Донъяла беҙ әллә нисә миллиардбыҙ икән, һәр беребеҙ үҙе уникаль донъя ул. Беҙ – кешеләр – төрлөбөҙ, шуның менән бәхетлебеҙ ҙә. Шул төрлөлөктө, эске байлығыбыҙҙы һаҡлап, ихтирам итеп йәшәргә өйрәнәйек.


Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА

Читайте нас: