Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Октябрь 2022, 22:15

Зауыҡлы моң байрамы

Республика Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән гранты ҙур мөмкинлектәр аса.

Зауыҡлы моң байрамы
Зауыҡлы моң байрамы

Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры республиканың Композиторҙар союзы менән берлектә "Башҡортостан Республикаһының йәш композиторҙары" проектын тәҡдим итте. Йәш авторҙарҙың музыкаһын Башҡортостан Дәүләт оркестрының баш дирижеры - республиканың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков.

12 йәш композитор үҙҙәренең яңы әҫәрҙәре менән таныштырҙы.

Проекттың әһәмиәтен билдәләп, Дмитрий Крюков: "Концерт бик үҙенсәлекле, сөнки ул икенсе төрлө концепцияларҙа яҙылған әҫәрҙәр калейдоскобы булып тора. Ҡайһы берәүҙәре еңел аңлашылыр, ә икенселәрен ҡабул итер өсөн әҙерлекле булырға кәрәк", - тине.

Шуныһы мөһим: грант ярҙамында һәр кем Башҡортостандың йәш композиторҙары әҫәрҙәрен тыңлау мөмкинлегенә эйә булды, сөнки инеү бушлай. Концерт авторҙарға үҙҙәренең тыңлаусыһын табырға мөмкинлек бирә һәм һөнәри киләсәген республиканың музыкаль мәҙәниәте менән бәйләгән йәштәр өсөн етди этәргес булып тора, башҡорт академик музыкаһын үҫтереү, пропагандалауҙы киңәйтергә форсат аса.

Мәғлүмәт сығанағы: Милли симфоник оркестрҙың матбуғат хеҙмәте.

Владимир Подкользин фотолары.

Зауыҡлы моң байрамы
Зауыҡлы моң байрамы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: