Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Октябрь 2022, 11:30

Мауыҡтырғыс китап сыҡты!

Яҙыусының һутлы телле әҫәрҙәрен, тормоштан алынған яҙмаларын кешеләр яратып уҡый.

Мауыҡтырғыс китап сыҡты!Мауыҡтырғыс китап сыҡты!
Мауыҡтырғыс китап сыҡты!

Мөҙәрис Басир улын гәзит уҡыусыларыбыҙ үткер ҡәләмле журналист һәм һәләтле ижад кешеһе итеп  белә. Шағир, яҙыусы, драматург, сатирик булараҡ танылыу яулаған ул.

Яңыраҡ редакциябыҙға килеп, балалар өсөн яҙылған “Йөнтәфи” исемле яңы китабы сығыу ҡыуынысы менән бүлеште. Бында уның уйҙырма повесы, әкиәт-пьесалары, хикәйәһе тупланған.

- “Китап” нәшриәтенә күптән тапшырғайным, ниһайәт, донъя күрҙе. Был нәшриәттә минең хәҙер дүртенсе китабым сыҡты, - тине әҙип.

Баҫылмаған әҫәрҙәре лә аҙ түгел. Утыҙлап пьесаһы, шиғырҙары, юморескалары булыуын әйтте Мөҙәрис Багаев.

Бөгөн дә ижад менән мәшғүл замандашыбыҙ. Был донъяларҙан китеп барған бер туған Мәҙәрик ағаһы тураһында китап яҙыу менән мәшғүл. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап, 21 йәшендә Федоровка районының “Большевик” колхозына рәйес  итеп тәғәйенләнгән, тәүгеләрҙән булып фермер хужалығы ойошторған,  ауыл хужалығы тармағында ҡаҙаныштарға өлгәшкән  ағаһының бай хеҙмәт юлын бәйән итеү маҡсаты тора. 

Шул уҡ ваҡытта Мөҙәрис Багаев пьесалар ижад итеүҙе дауам итә. Күптәр уның сәхнә әҫәрҙәре менән республикабыҙ театрҙары ҡуйған спектаклдәр аша таныш.  

Авторҙың киләсәктә  яңынан-яңы  китаптарын ҡулға алырға яҙһын.

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас