Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Октябрь 2022, 04:00

Искәндәр Ғәзизовты миҙал менән бүләкләгәндәр

Был яңылыҡ менән йырсы социаль селтәрҙә уртаҡлашты

Искәндәр Ғәзизовты миҙал менән бүләкләгәндәрИскәндәр Ғәзизовты миҙал менән бүләкләгәндәр
Искәндәр Ғәзизовты миҙал менән бүләкләгәндәр

Танылған йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизовты “Башҡортостан Республикаһы Адвокатураһына – 100 йыл” миҙалы менән бүләкләгәндәр. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге яҙмаһында уртаҡлашты.

“Кисәге концертҡа яҡташым, шәп Ҡатай ағайҙарыбыҙҙың береһе, хөрмәтле Булат Ғүмәр улы Йомаҙилов үҙе килде, һәм миҙал таҡты!!! Ҙур рәхмәт һеҙгә, Булат Ғүмәр улы! Беҙ бергә! Беҙ – Ҡатай егеттәре”, - тип яҙҙы йырсы.

Ҡотлайбыҙ, Искәндәр!

Фото: Искәндәр Ғәзизовтың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһенән (vk.com/iskandar1984) 

Искәндәр Ғәзизовты миҙал менән бүләкләгәндәр
Искәндәр Ғәзизовты миҙал менән бүләкләгәндәр
Искәндәр Ғәзизовты миҙал менән бүләкләгәндәр
Искәндәр Ғәзизовты миҙал менән бүләкләгәндәр
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас