Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Октябрь 2022, 08:00

Үҙенсәлекле флешмоб ойошторолған

Өфө артистары башланғысы менән баш ҡалала Рәсәй Геройы генерал-майор М.Шайморатовҡа һәйкәл асыуға арналған флешмоб үткән

Үҙенсәлекле флешмоб ойошторолғанҮҙенсәлекле флешмоб ойошторолған
Үҙенсәлекле флешмоб ойошторолған

Уға ярашлы, ҡаланың өс урынында артистар "Шайморатов генерал" йырын башҡарған. Был сара – мобилизацияланған яҡташтарға теләктәшлек белдереүҙең тағы бер ысулы.
"Планета" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә үткән сарала Өфөнөң "Мирас" йыр-бейеү ансамбленең, Ҡала мәҙәниәт һарайының, ҡала мәҙәни-ял үҙәгенең, Өфө балалар филармонияһының, "Моторостроитель" мәҙәниәт һарайының, Мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәгенең, "Башҡортостан" дәүләт концерт залының артистары ҡатнашҡан. 250-гә яҡын кеше башҡорт яугирҙәренең гимнына әйләнгән "Шайморатов генерал" йырын яңғыратҡан. Флешмобҡа сауҙа үҙәгенә килеүселәр ҙә ҡушылған. Артистар сығышты "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" тигән һүҙҙәр менән тамамлаған.


"Шайморатов генерал" һуғышта еңгән ата-бабаларыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо уята, рухты нығыта. 11 октябрҙә "Мирас" ансамбле йырҙы "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтәсәк Хөкүмәт сараһында башҡарасаҡ, – ти ансамблдең художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Иҡсанова.
"Мирас" ансамбле артисы Сәлимә Юлдашбаева йырҙы башҡарғанда, әлеге ваҡытта махсус хәрби операция барған ерҙәге бер туған ағаһын күҙ алдына килтергән. "Был флешмоб һалдаттарыбыҙға ғына түгел, уларҙы өйҙә көткәндәргә лә терәк булыр тип ышанам", – ти ул.


Акцияға Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Ғафаров та ҡушылған. "Шайморатов генерал" йырын башҡарғанда һәр ваҡыт 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан олатайым Ғәйзулла Ғафаровтың образы күҙ алдыма килә. Беҙҙең быуын Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы китаптар һәм фильмдар менән үҫте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт үтеү менән тарихыбыҙға һәм патриотик тәрбиәгә иғтибар кәмене. Бындай флешмобтар йәш быуында геройҙарыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныу уятыр, үҙҙәренең еңеүселәр вариҫтары икәнен белһен өсөн кәрәк", – ти Алмас Ғафаров.


Карауанһарай майҙанындағы флешмобта опера солистары Иҙел Аралбаев, Айгиз Ғиззәтуллин һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин ҡатнашҡан. Уларға Ф. Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары ҡушылған. "Мобилизацияланған егеттәр өсөн барыбыҙ ҙа борсолабыҙ һәм уларға мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ. Бөгөнгө акция аша егеттәргә ихтирамыбыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ", – ти бейеү ансамбле директоры Нәзир Байегетов.


Арт-квадрат майҙансығында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары сығыш яһаған. Баян һәм ҡурай моңо аҫтында атаҡлы композиция бер нисә тапҡыр башҡарылған. Йыр Республика көнө алдынан тыуған Башҡортостанға һәм махсус хәрби операция урынындағы бар яҡташтарға бағышлаған.

Мәҙәниәт министрлығынан.

Үҙенсәлекле флешмоб ойошторолған
Үҙенсәлекле флешмоб ойошторолған
Үҙенсәлекле флешмоб ойошторолған
Үҙенсәлекле флешмоб ойошторолған
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас