Республика көнө уңайы менән ойошторолған тантаналы йыйылышта Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Таңсулпан Ғариповаға "Баймаҡҡа фиҙакәр хеҙмәте өсөн" тигән маҡтаулы билдә тапшырҙы.
Был юғары наградаға танылған әҙибә оҙаҡ йылдар ижади эшмәкәрлеге, Баймаҡ районында рухи-әхлаҡи, мәҙәни традицияларҙы һаҡлауға, үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн лайыҡ булды.
"Баймаҡ ерендә тыуыуым менән бәхетлемен, - тине әҙибә. - Баймаҡ халҡы рухи ныҡлығы, боронғолоҡто һаҡлай алыуы, тарихи булмышыбыҙҙы бөгөнгәсә һаҡлап ҡалыуы менән феноменаль ул. Әҫәрҙәремдә лә тыуған төйәгемә булған һөйөүем ярылып ята, геройҙарым да Баймаҡ диалектында һөйләшә. Минең хеҙмәтемде юғары баһалағанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, яҡташтарым!"
Азамат Мөхәмәтшин фотоһы.