Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Октябрь 2022, 07:00

Республика көнөндә сағыу саралар көтөлә

 Өфөлә "Геройҙар ваҡыты" бөтә Рәсәй фестиваленең финалы үтәсәк.

Республика көнөндә сағыу саралар көтөләРеспублика көнөндә сағыу саралар көтөлә
Республика көнөндә сағыу саралар көтөлә

11 октябрҙә, Республика көнөндә, Өфөнөң Совет майҙанында "Геройҙар ваҡыты" беренсе Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар фестиваленең финалы була. Проект ватансылыҡ темаһына яңы авторҙар һәм йырҙар эҙләүгә, художестволы зауыҡ формалаштырыуға, рухи мәҙәниәт, гражданлыҡ өлгөргәнлеге, үҫеп килеүсе быуындың лидерлыҡ һәм рухи-әхлаҡи сифаттарын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Конкурс “Автор йыры”, “Композитор”, “Һүҙ авторы” номинациялары буйынса уҙғарылды. Проектҡа Рәсәйҙең 28 төбәгенән 425 ғариза килгән, бөтәһе – 665 әҫәр. 

Бәйге финалына Башҡортостандан, Түбәнге Новгородтан, Новосибирскиҙан, Архангельскиҙан, Мәскәү, Киров, Ульяновск, Иваново өлкәләренән, Адыгей, Сыуашстан, Хакасия республикаларынан, Луганск халыҡ республикаларынан 18 ҡатнашыусы сыҡты.

Фестивалдең приз фонды 1 миллион һум тәшкил итә, ул ҡатнашыусылар араһында бүленәсәк. Жюри ағзаларының ҡарары буйынса, конкурстың ярымфиналында Гран-при тапшырыу ҡаралмаған, ә приз фонды номинацияларҙа еңеүселәр араһында бүленәсәк.

"Геройҙар ваҡыты" беренсе Бөтә Рәсәй патриотик йыр фестивале еңеүсерен бүләкләү тантанаһында жюри рәйесе – Рәсәй йырсыһы, композитор, продюсер, “Белый орел” төркөмөнөң элекке солисы Александр Ягья ҡатнашасаҡ, ул шулай уҡ өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын үҙенең йырҙары менән ҡыуандыра. Сара 19:00 сәғәттә башлана.

Киске 9-ҙа Совет майҙанында байрам программаһын Башҡортостан сәнғәт оҫталарының “Үлемһеҙ дан өсөн тыуған” исемле концерты дауам итә.

Республика көнө менән баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамбле, Өфөнөң “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары: Әлфиә Ниғмәтуллина, Рөстәм Шаһбалов, Тимур Рамазанов, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы солистары Марсель Ҡотоев, Айгиз Ханов, Вилдан Абраров, “Каруанһарай” һәм “Джентельмены” төркөмө ҡотлаясаҡ.

11 октябрҙә киске сәғәт 7-лә сараны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан 24” һәм “Вся Уфа” телеканалдары тура эфирҙа күрһәтә.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас