

Ҡыйғы районының Ибрай ауылында ауыл мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт тамамланған. Октябрь башында учреждениены асыу тантанаһы булды. Эштәрҙе ҡабул итергә һәм ауыл халҡын ҡотларға мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов барған.
Учреждение илебеҙ Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Мәҙәниәт” милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә яңыртылған. Был ваҡиға Ибрай ауылы халҡы өсөн Республика көнөнә ҙур бүләк булды.
Капиталь ремонт һөҙөмтәһендә бинаның тышҡы яғы яңыртылған, эргә-тирәләге биләмәһе төҙөкләндерелгән, ҡыйығы, тәҙрә һәм ишектәре, инженер коммуникациялары алмаштырылған, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү системаһы яңыртылған, санузелдар йыһазландырылған, электр монтажлау һәм яҡтыртыу эштәре башҡарылған. Шулай уҡ бинаның эсе, шул иҫәптән тамаша залы, комплекслы ремонтланған.
Район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, ауыл биләмәһе башлығы Юрик Муликов һәм башҡалар ауыл халҡын мөһим ваҡиға менән ҡотлаған.
Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл Ибрай ауыл мәҙәниәт йорто “Кесе Ватан мәҙәниәте” йүнәлеше буйынса субсидиялар биреүгә грант еңеүсеһе булған. Учреждение өсөн кәрәкле йыһаз һәм техника һатып алынасаҡ.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА