Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Октябрь 2022, 05:35

Беренсе каналда башҡорт халыҡ йыры "Сибай" яңғыраны!

Ни өсөн жюри Баймаҡ районының Казанка ауылынан моңло тауышлы егетте киләһе турға үткәрмәне, тип уйлайһығыҙ? Әммә Алмас ниндәй саҡырыу алған? 

Беренсе каналда башҡорт халыҡ йыры "Сибай" яңғыраны!Беренсе каналда башҡорт халыҡ йыры "Сибай" яңғыраны!
Беренсе каналда башҡорт халыҡ йыры "Сибай" яңғыраны!

Баймаҡ районының Казанка ауылынан моңло тауышлы Алмас Хөсәйенов һәм Сибайҙан бер төркөм һәүәҫкәр йырсы Беренсе каналдағы "Поем на кухне" шоуында ҡатнашҡан.

Улар унда "Сибай" халыҡ йырын һәм "Не для меня" рус романсын бик оҫта башҡарған. Жюри ағзалары Алмастың моңло һәм сихри тауышына һоҡланыу белдерҙе, уларҙың сығышын юғары баһаланы. Әммә... улар  финалға үтмәгән...

Алмастың әсәһе Айһылыу Салауат ҡыҙы әйтеүенсә, йырсы ғаиләне 9 ноябрҙә Яңы йыл сығарылышына төшөргә саҡырғандар. Тимәк, баймаҡтарҙың сығыштары Беренсе каналға оҡшаған. Тиҙҙән Алмас Хөсәйеновтың моңло тауышын Беренсе каналда ишетәсәкбеҙ әле. Афарин, Баймаҡ һандуғасы!

Фото: Алмас Хөсәйеновтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас