Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Октябрь 2022, 04:30

Булат Пирғәлиндан байрам бүләге!

Үҙенең матур видеояҙмалары, күңелле йыр-моңдары менән байрам һайын ҡыуандырып торған Булат Пирғәлин Республика көнөнә лә видеокүстәнәс әҙерләгән. Әйҙәгеҙ, ҡарап алайыҡ әле.

Булат Пирғәлиндан байрам бүләге!Булат Пирғәлиндан байрам бүләге!
Булат Пирғәлиндан байрам бүләге!

Бөгөн- Республика көнө! Ошо уңайҙан Учалы районынан Булат Пирғәлин үҙенең байрам видеояҙмаһын әҙерләгән.

"Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең мәҙәниәт йортоноң халыҡ инструменттары ансамбле һеҙҙе байрам менән ҡотлап, бер нисә башҡорт көйө уйнап ишеттермәксе. Барығыҙға ла ҡоростай һаулыҡ, рух ныҡлығы, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс булһын!" - тигән ул.

Видео һәм фото: Булат Пирғәлиндең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас