

Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы 2022 йыл өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура буйынса Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреттары асыҡланды.
Шулай итеп:
- Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын төҙөү проекты өсөн “Архтамға” эксперт-проект бюроһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре - генераль директор Рөстәм Әлибаев, баш инженер Илфат Аҡтуғанов, баш архитектор Гөлфиә Тажетдинова;
- “Заһир Исмәғилев мираҫының алтын биттәре” проекты өсөн БР Милли симфоник оркестры хеҙмәткәрҙәре - генераль директор Артур Нәзиуллин, баш дирижер Дмитрий Крюков;
- “Салауат вариҫтары сигенмәйәсәк” спектакле өсөн Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Артур Кәбиров, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Рәис Низаметдинов ошо ҙур наградаға лайыҡ булды.
Бөгөн лауреттарҙы Республика көнөнә арналған йыйылыш ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне һәм премияларҙы тапшырҙы.
Автор һәм "Башинформ" фотоһы.