Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Октябрь 2022, 06:30

"Автор йыры" еңеүсеһе премияһын ярҙам итеп күсерә

“Геройҙар дәүере” Бөтә Рәсәй патриотик йыр фестивалендә еңеү яулаған Рәмил Баҙамшин 100 мең һумды махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеп бирәсәге тураһында белдерҙе. 

"Автор йыры" еңеүсеһе премияһын ярҙам итеп күсерә"Автор йыры" еңеүсеһе премияһын ярҙам итеп күсерә
"Автор йыры" еңеүсеһе премияһын ярҙам итеп күсерә

Республика көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында “Геройҙар дәүере” Бөтә Рәсәй патриотик йыр фестиваленең финалы үтте. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар ике сәғәт дауам иткән концертта илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йырҙар тыңлап кинәнде.

Конкурс финалына сыҡҡандарҙың һәм еңеүселәрҙең күбеһе әҫәрҙәрен шанлы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарға бағышланған. Республика гимнының көй авторы, композитор һәм дирижер, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисов яҙған “Творцам Великой Победы” тигән йырҙы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Артур Шәрипов һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Айгиз Ғизәтуллин башҡарҙы.

– Был йырҙы ижад итеүгә һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән Ватанды һаҡлау һәм яҡлау хисе сәбәпсе булды. Был тойғолар - беҙҙең күңел түребеҙҙә, ҡаныбыҙҙа. Беҙҙең ғаиләнән ете ағайым, әсәйем яғынан алты кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, өсәүһе фронтта һәләк булған. Атайымдың бер туған ағаһы Фәрит 19 йәшендә батырҙарса һәләк булған. Ошо йырҙы Шайморатовҡа һәйкәл асҡанда башҡарырға тәҡдим иттем, шул саҡта конкурста ҡатнашырға саҡырҙылар, – тине Фәрит Иҙрисов.

Фестивалдә Башҡортостан Республикаһының көс структураларының берләшкән ансамбле лә ҡатнашып, финалға сыҡҡан. Улар ансамблде быйыл ғинуарҙа төҙөгән. Шулай уҡ концертта Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы – Ишембай ҡалаһындағы дәүләт дөйөм белем биреү учреждениеһы ансамбле лә сығыш яһаны.

 “Геройҙар дәүере” конкурсы өс номинация буйынса үткәрелде – “Автор йыры”, “Композитор”, “Йыр һүҙҙәре авторы”. Фестивалгә Рәсәйҙең 28 төбәгенән 425 ғариза килгән, бөтәһе 665 әҫәр ҡатнашҡан. Финалға Башҡортостан Республикаһынан, Түбәнге Новгородтан, Новосибирск, Архангел, Мәскәү, Киров, Ульяновск, Иваново өлкәләренән, Адыгей, Сыуаш, Хакасия республикаларынан, Луганск Халыҡ Республикаһынан 18 ҡатнашыусы сыҡҡан.

Еңеүселәрҙе бүләкләү сараһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, конкурстың жюри рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Александр Ягья, Башҡортостандың халыҡ артисы Нур Дауытов ҡатнашты.

– Яңыртылған, яратҡан Совет майҙанында һеҙҙе тәбрикләүемә шатмын. Әле геройыбыҙ Шайморатов үҙенең арғымағында бейектән беҙгә ҡарай. Бөгөн бында тәүге тапҡыр “Геройҙар дәүере” Бөтә Рәсәй фестиваленең гала концерты үтте. Был фестиваль ошо майҙанда брендҡа әйләнеүен, нәҡ ошонда йыл һайын килеп, йөрәктән сыҡҡан йырҙары тыңларға теләйбеҙ, – тине Әминә Шафиҡова.  

Һәр номинацияла еңеүселәр дипломдар һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнде. Улар араһынан “Автор йыры” номинацияһы еңеүсеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бадамшин 100 мең һум аҡсаны махсус хәрби операцияла алғы һыҙыҡта көрәшкән яҡташтарыбыҙға ярҙам итеп ебәрәсәге тураһында белдерҙе.

Композиторҙар һәм йыр авторҙары араһында уҙғарылған “Геройҙар дәүере” Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йырҙары фестивален Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни программалар дирекцияһы ойошторҙо. Проект илһөйәрлек йырҙарын киңерәк таратыу, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, авторҙар йырына һәм шиғырҙарына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатын ҡуя.

Автор һәм "Башинформ" фотолары.

"Автор йыры" еңеүсеһе премияһын ярҙам итеп күсерә
"Автор йыры" еңеүсеһе премияһын ярҙам итеп күсерә
"Автор йыры" еңеүсеһе премияһын ярҙам итеп күсерә
"Автор йыры" еңеүсеһе премияһын ярҙам итеп күсерә
"Автор йыры" еңеүсеһе премияһын ярҙам итеп күсерә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас