Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Октябрь 2022, 05:00

Бөгөн Фидан Ғафаровҡа – 75 йәш!

Кисә, Республика көнөндә, уға ҙур награда тапшырылды. 

Бөгөн Фидан Ғафаровҡа – 75 йәш!Бөгөн Фидан Ғафаровҡа – 75 йәш!
Бөгөн Фидан Ғафаровҡа – 75 йәш!

Башҡорт театр сәнғәтенең һәм эстрадаһының легендаһы Фидан Ғафаров бөгөн 75 йәшлек оло юбилейын билдәләй.

Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Башҡортостандың Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда етенсе класты тамамлағас, 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 1966 йылдан, бына инде 56 йыл (!), Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә уйнай.

Ғафаров Фидан Сафа улы – Рәсәйҙең, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.

Кисә, Республика көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халҡыбыҙҙың яратҡан йырсыһы һәм артисы Фидан Ғафаровты Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.

Башҡорт театр сәнғәтенең һәм эстрадаһының легендаһын 75 йәше менән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел көрлөгө теләйбеҙ.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас