

Һуңғы йылдарҙа республикала халҡыбыҙҙың милли рухын күтәреү, мәҙәниәтен үҫтереү, донъя кимәлендә танытыу маҡсатында ҙур эштәр башҡарыла. Беҙ был эшмәкәрлекте Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данын мәңгеләштереү йәһәтенән атҡарылған ғәмәлдәр аша ла күрәбеҙ. Республика көнөндә баш ҡаланың Совет майҙанында легендар дивизия командирына һәйкәл асыу бының сағыу миҫалы булып тора.
Ысынлап та, иҫ китмәле ваҡиға булды. Уны барлыҡ республика халҡы күҙәтте. Һәйкәлде асыу сараһына абруйлы ҡунаҡтар килде, улар араһында Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Рәсәй Рәссамдар союзының скульптура буйынса секретары Геннадий Правоторов та бар ине.
Бөгөн баш ҡаланың Совет майҙанында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең авторы Салауат Щербаков һәм республика ҡунағы Геннадий Правоторов йәмәғәтселек, журналистар менән осрашты. Салауат Щербаков һәйкәлдең, мемориаль комплекстың йөкмәткеһе тураһында һөйләне. Һуңынан осрашыу республиканың Милли музейында дауам итте.
Геннадий Правоторов белдереүенсә, был һуңғы ике-өс йылда Башҡортостанда ғына түгел, ә Рәсәйҙә төҙөлгән мөһабәт һәйкәл һәм илдә асылған иң ҙур, күләмле объект булып тора. Үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән дә әһәмиәте ҙур.
– Башҡортостан данлы традицияларҙы дауам итә. Мемориаль комплекс Донбасстағы “Саур-Могила” комплексы һәм Ржев мемориалы менән бер рәттән мөһим урын биләй. Был ҡаланың өҫтөнлөгө буласаҡ. Өфөләр һәйкәлдең колоннада менән яҡшы тулыланыуына ҡыуанырға тейеш. Пластик һынлау оҫталығы буйынса ла, эш күләме йәһәтенән дә бик әһәмиәтле. Әгәр колоннада менән бергә алғанда, мин уға тиңдәрҙе белмәйем. Бик күләмле һәм иң мөһиме – архитектура менән скульптура берҙәм комплекста уңышлы килеп сыҡҡан, – тип билдәләне Геннадий Иванович.
Милли музейҙағы осрашыуҙа Геннадий Праворотов проект авторы Салауат Щербаковтың эшен юғары баһаланы.
– Һәйкәлдә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең ҡатнашлығым юҡ. Әммә дуҫымдың ижады, һәләте, уның эшмәкәрлеге күләме, ныҡлығы, белемле булыуы тураһында күп беләм. Ул ысын скульптор-монументалист, шул уҡ ваҡытта бәләкәй формалар менән эшләү һәләтенә лә эйә. Уның айырылып торған һәләте бар – төрлө мәсьәләләрҙе хәл итә ала, хеҙмәттәше булараҡ, был эшен дә яҡшы килтереп сығарған. Иң мөһиме - баһа халыҡтың ҡарашынан беленә: асҡан көндә лә, бөгөн дә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарайҙар. Кешеләрҙе махсус рәүештә ойоштормаһаң да, улар бөйөк монументты йылы ҡабул итә һәм авторҙың үҙен дә ҡыҙыҡһынып тыңлай. Салауат Александрович алдынғы, һәләтле монументалист-скульптор, – тине Геннадий Праворотов.
Яңы ҡалҡҡан һәйкәл Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаковтың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Константин Донгузовтың бергә ижад иткән проектына ярашлы эшләнгән монументаль комплексының мәғәнәүи үҙәге булып тора.
Постаментты ике яҡтан уратҡан колоннада хәүеф, дошман янағанда халыҡтың берләшеүен сағылдыра, барлыҡ ансамблгә тантаналыҡ, мөһабәтлек бирә.
Скульптор Миңлеғәле Шайморатовтың кавалерия дивизияһын яуға күтәргән сағындағы торошон сағылдырған. Уның аша башҡорт халҡының бөтә ҡаһарманлығы күрһәтелгән. Постамент фасадында геральдик ҡалҡан ҡуйылған, шунда уҡ Рәсәй Геройының Алтын йондоҙо ла урын алған. Ҡалҡанда: "Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа" тип яҙылған.
Өфөлә барлыҡҡа килгән мөһабәт һәйкәл баш ҡалабыҙға килгән һәр кешенең яратҡан урынына әйләнеренә шигебеҙ юҡ.
Автор фотолары һәм коллажы.