

Волга буйы федераль округында үткән быйылғы “ФормART” стрит-арт (ингл.теленән – урам сәнғәте – авт.) фестивале Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын сағылдырыуға арналған. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, фестивалдә Башҡортостандан дизайнер Артур Мөзиповтың башҡорт милли мәҙәниәтенә ауаздаш “Күсмә халыҡтарҙың ҡурсалаусыһы” (“Покровительница кочевников”) эше һайлап алыу турында иң яҡшы өлгөләр иҫәбенә инеп, финалға сыҡҡайны.
Әле бына иң яҡшы граффити эше өсөн тауыш биреү башланды, бында йәмәғәтселектең һәм эксперттарҙың тауыштары иҫәпкә алына. Теләгән һәр кем 23 октябргә тиклем бушлай 8 (800) 301-50-23 номерына шылтыратып, үҙенә оҡшаған эш өсөн тауыш биреү хоҡуғына эйә. Бер кеше тапҡыр ғына тауыш бирә ала.
Конкурсанттарҙың бөтә фото һәм видеоматериалдары formartpfo.ru сайтында, «финалисылар» ҡушымтаһында урынлаштырылған. Йомғаҡлау һөҙөмтәһе өс — эксперт, төбәк халҡының асыҡ тауыш биреүе һәм башҡа төбәктәрҙән алынған тауыш тарҙы ҡушып килтереп сығарыла.
Урам сәнғәте фестивале һөҙөмтәләре 2 formartpfo.ru сайтында онлайн-тапшырыу барышында иғлан ителә. Тура эфирҙы теләгән һәр кем ҡарай ала.
Республикабыҙ вәкиленең «Күскенселәр ҡурсалаусыһы» эше өсөн әүҙем тауыш бирергә саҡырабыҙ! Был эшкә тауыш биреү һаны – 1.
Конкурстың рәсми сайтынан.