Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Октябрь 2022, 11:00

Бер образы мәңге күңелдә...

Радий Хәбиров Нурия Ирсаеваны юбилейы менән ҡотланы. 

Бер образы мәңге күңелдә...Бер образы мәңге күңелдә...
Бер образы мәңге күңелдә...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, башҡорт театры легендаһы Нурия Ирсаеваны 80 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.

“Нурия Исхаҡ ҡыҙының наградалары һәм исемдәре күп. Әммә иң мөһиме – тамашасыларҙың сикһеҙ һөйөүе һәм ихтирамы.

1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң Нурия Ирсаева Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрына килә. Йәш һәм сағыу артистка театр труппаһына үҙенең онотолмаҫлыҡ өлөшөн индерә.

Башҡорт тамашасыһына Нурия Исхаҡ ҡыҙы “Бәхет хаҡы”, “Ай тотолған төндә”, “Ҡара йөҙҙәр”, “Йософ һәм Зөләйха”, “Сыңғыҙхандың аҡ болото”, “Һөйәркә”, “Ҡыҙ урлау” һәм башҡа спектаклдәрҙә ролдәре менән яҡшы таныш. Ул һынландырған образдар араһында күбеһенең күңеленә үтеп инерлек бер образ бар. Ул – Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса спектаклдән бер ҡатлы, киң күңелле Әсхәт исемле малай.

Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаровтың сәхнә дуэты республика халҡына яҡшы таныш. Ижади тандем Таһир Ахунйәновтың “Ғәлиә” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль менән хәтерҙә ҡалды. Ләкин тәү сиратта уларҙы иҫ киткес лирик йырҙар башҡарыусы булараҡ беләләр, уларҙың төпкөлөндә башҡорт халҡының үҙенсәлекле күңеле.

Нурия Ирсаева күңел күтәренкелеген, оптимизм һаҡлай һәм ижады менән тамашасыларын ҡыуандырыуын дауам итә.

Нурия Исхаҡ ҡыҙын ихлас күңелдән юбилейы менән ҡотлайым. Һаулыҡ теләйем! Бөтә республиканан – хеҙмәтегеҙ һәм талантығыҙ өсөн рәхмәт!" - тип яҙҙы ул үҙенең сәхифәһендә.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас