Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Октябрь 2022, 12:30

Был йәштәр - башҡорт архитектураһының киләсәге

Улар “Шүлгәнташ” музей комплексы бинаһының проекты һәм экспозицияһы өсөн юғары наградаға лайыҡ булды.

Был йәштәр - башҡорт архитектураһының киләсәгеБыл йәштәр - башҡорт архитектураһының киләсәге
Был йәштәр - башҡорт архитектураһының киләсәге

Республика көнөндә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырҙылар. Был мәртәбәле премияға лайыҡ булғандар араһында архитекторҙар Рөстәм Әлибаев, Илфат Аҡтуғанов һәм Гөлфиә Тажитдинова бар ине. Улар был премияға “Шүлгәнташ” музей комплексы бинаһының проекты һәм экспозицияһы өсөн лайыҡ булды.

 Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ обьекттар файҙаланыу буйынса фәнни-ғәмәли үҙәк етәксеһе Данир Ғәйнуллин премияға лайыҡ булған йәштәрҙебашҡорт архитектураһының киләсәге” тине.  

– Республика көнөн күтәренке кәйеф менән ҡаршыланыҡ. Быйыл сафҡа ингән “Шүлгәнташ” музей комплексы бинаһының проекты һәм экспозицияһы өсөн беҙҙең архитекторҙар Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Рөстәм Әлибаев, Илфат Аҡтуғанов һәм Гөлфиә Тажитдинова – башҡорт архитектураһының киләсәге. Сит ил ҡаҙаныштарын өйрәнеп, иң алдынғы тәжрибәне файҙаланһа ла, улар башҡорт халыҡ ижадын, мәҙәниәтен һәм тарихты ихтирам иткән, быны эшендә күрһәтә белгән үҙебеҙҙең рухлы йәштәр булып ҡала.
Был архитекторҙарҙың эшмәкәрлеге тураһында тағы ла күп ишетербеҙ, тип уйлайым. “Архтамға” экспертиза һәм проект бюроһы булараҡ, коллектив мәҙәни мираҫ объекттарын реставрациялау өлкәһендә һөҙөмтәле эш алып бара, Сибай филармонияһын, баш ҡалалағы бихисап архитектура ҡомартҡыларҙы тергеҙеүҙә ҡатнашты. Йәштәргә уңыштар, “Шүлгәнташ” комплексы кеүек республика мәнфәғәтендә эшләгән проекттарының күберәк булыуын теләп ҡалам, – тине Данир Ғәйнуллин.

Йәштәргә ижади уңыштар һәм яңы үрҙәр, ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Фото: vk.com/danir1970

Был йәштәр - башҡорт архитектураһының киләсәге
Был йәштәр - башҡорт архитектураһының киләсәге
Был йәштәр - башҡорт архитектураһының киләсәге
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас