

Икенсе йыл рәттән Өфө федераль кимәлдәге иң абруйлы конкурстарҙың береһен ҡабул итә. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында IV Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсында ҡатнашырға килеүселәр теркәлеү үтте һәм йәрәбә тартты.
Былтыр республика тәүге тапҡыр был мәртәбәле музыка форумын "Халыҡ инструменттары" һөнәре буйынса "Думбыра", "Балалайка" һәм "Гитара" номинацияларында ҡабул иткәйне. Әле Өфөгә академик йүнәлештәге ҡыллы музыка ҡоралдарында уйнаусылар килде. Башҡорт ере виолончелдә уйнаусыларҙы берләштерәсәк.
Өфөлә бөтә Рәсәйҙән профессиональ йәш музыканттар йыйылды. «Виолончель» номинацияһындағы конкурсҡа Рәсәйҙең 26 ҡалаһынан бөтәһе 250-гә яҡын ғариза килгән. Шуларҙан Өфөлә үтәсәк йомғаҡлау этабында сығыш яһау хоҡуғын 19 музыкант яулаған. Улар Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Ҡазан, Һарытау һәм Сочи ҡалалары вәкилдәре.
Өфөлә бындай масштабтағы профессиональ музыкаль конкурс үткәреү тураһында ҡарар тәбиғи – үткәндәге конкурс Башҡортостан тормошондағы мөһим мәҙәни ваҡиға булды. Быйылғы сараның мәҙәни программаһы ифрат бай. Чайковский конкурсы алдынан Өфөлә был мәртәбәле форумдың легендар лауреаттары — виолончелистар Александр Князев, Кирилл Родин һәм Нарек Ахназаряндар сығыш яһай. Бынан тыш, баһалама ағзалары конкурсанттар һәм Өфө музыкаль уҡыу йорттарында белем алғандар өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғарасаҡ. Шулай уҡ "Хәҙерге заман шарттарында башҡарыу сәнғәтен үҫтереү тураһында" тигән темаға түңәрәк өҫтәл үткәреү планлаштырылған.
Ҙур баһаға эйә был конкурс Башҡортостанда 12-18 октябрҙә үтә.
Сығанаҡ: Башҡорт дәүләт филармонияһының сайты.