

Кисә кис "Башҡортостан" дәүләт концерт залында виолончелдә уйнаусыларҙың IV Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсы башланды. Уны асыу тантанаһында билдәле музыкант — Әрмәнстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Чайковский исемендәге XIV халыҡ-ара конкурстың алтын миҙалына эйә Нарек Ахназарян һәм Башҡортостан Милли симфоник оркестры концерты булды.
Конкурс – академик музыка донъяһында иң ҙур ваҡиға, юғары профессиональ һәм абруйлы сара. Уны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Мәҙәниәт министрлығы ойоштора.
“Башҡортостандың Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсын икенсе йыл рәттән үткәреүе ҡыуаныслы, — тине “Росконцерт” ойошмаһы директоры урынбаҫары Светлана Кондратьева. – Был республика етәкселегенең, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының мәҙәниәткә, сәнғәткә оло ихтирам менән ҡарауы, бар халыҡҡа талантлы музыканттарҙың сығыштарын ишетеү, күреү мөмкинлеген булдырыуы хаҡында һөйләй".
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләү телмәрендә барыһын да республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән әһәмиәтле мәҙәни сара башланыуы менән ҡотланы.
Конкурсанттарҙы баһаларға Рәсәйҙең алдынғы музыкаль уҡыу йорттарының күренекле музыканттары һәм уҡытыусылары, шул иҫәптән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Марк Афанасьев саҡырылған. Баһалама рәйесе — Н.А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһы профессоры, Санкт-Петербургтағы Музыка йортоноң художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Ролдугин.
Форум саралары Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында, "Башҡортостан" дәүләт концерт залында, Өфө сәнғәт училищеһында һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында үткәрелә.
18 октябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтәсәк өсөнсө турҙа һәм гала-концертта конкурста ҡатнашыусылар республиканың Милли симфоник оркестры менән сығыш яһаясаҡ.
Сығанаҡ: Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәте.