

Салауат драма театры артистары Өфө тамашасыларын көтә. 19 октябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында билдәле драматург Мөнир Ҡунафиндың әҫәре буйынса “Тоғролоҡ” спектакленең премьераһы күрһәтелә.
Спектаклдең режиссер-ҡуйыусыһы - Салауат театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина.
Сәхнә әҫәре Нәфисә исемле ҡатын һәм уның тормош иптәше Иҙрис тураһында. Өлгөлө ғаиләлә барыһы ла яҡшы һымаҡ, ләкин уларҙың ҙур проблемалары бар – 10 йыл бергә йәшәһәләр ҙә, балалары юҡ. Нәфисә төрлө юлдар эҙләй һәм уны хәл итеү өсөн иренән хыянат итеүгә рөхсәт һорай. Хатта ул үҙенә тура килгән вариантты – йәш һәм телһеҙ егет Рәсүлде лә ҡарап ҡуя. Нәфисә был аҙымға барырмы? Ғаиләнең артабанғы яҙмышы тураһында спектаклде ҡарағас, белерһегеҙ.
Спектакль башҡорт телендә ҡуйыла, рус теленә синхрон тәржемә бар. Башлана 19.00 сәғәттә. Рәхим итегеҙ.