Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Октябрь 2022, 06:30

Нәркәс - "Тәңкәле ҡыҙ" еңеүсеһе!

Ҡаланан һәм 40-лаған ауылдан, бөтәһе 50-гә яҡын ҡыҙ саялыҡта, матурлыҡта, зирәклектә, сәхнә оҫталығында һынау тотто.

Нәркәс - "Тәңкәле ҡыҙ" еңеүсеһе!Нәркәс - "Тәңкәле ҡыҙ" еңеүсеһе!
Нәркәс - "Тәңкәле ҡыҙ" еңеүсеһе!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы иғлан иткәйне. Тәүге тур Беренсе Этҡол, Һаҡмар, Ҡаратал, Ишмөхәмәт ауылдарында һәм Баймаҡ ҡалаһында үтте. Ҡаланан һәм 40-лаған ауылдан, бөтәһе 50-гә яҡын ҡыҙ саялыҡта, матурлыҡта, зирәклектә, сәхнә оҫталығында һынау тотто. Йомғаҡлау туры ҡаланың 1-се мәктәбендә үтте һәм унда 10 башҡорт һылыуы “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының район этабында сығыш яһаны.

Береһенән-береһе матур, һылыу, үткер, сая ҡыҙҙар үҙҙәре менән үҙенсәлекле таныштырҙы, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, мәҙәниәте, Таңсулпан Ғарипованың ижадына бәйле һорауҙарға яуап бирҙе, яҙыусының әҫәрҙәренән сағыу өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Шулай уҡ ҡыҙҙар стилләштерелгән милли кейемдә дефиле күрһәтте. Милли биҙәкле, үҙенсәлекле кейемдәрҙәге ҡыҙҙарҙың сығышы сағыу тамашаға әйләнде. 

Беренсе тапҡыр үткәрелгән “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы шуныһы менән дә әһәмиәтле һәм иҫтәлекле булды – унда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова үҙе ҡатнашты. Шулай уҡ сарала мәртәбәле ҡунаҡтар – “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, шағир, яҙыусы Мөнир Ҡунафин, Салауат Юлаев ордены кавалеры, билдәле шағир, яҙыусы Әхмәр Үтәбай, драматург, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Әминә Яхина булды.

Гран-приға бер тауыштан Иҫке Сибай һылыуы Нәркәс Ишмырҙина  лайыҡ булды. Төп еңеүсегә диплом һәм 5 мең һум аҡсалата премия, тәңкәле биҙәүес тапшырылды. Беренсе урынға - Икенсе Этҡол ауылынан Ғибатова Линара, икенсе урынға Мерәҫ ауылынан Ғазина Ильвина лайыҡ булды, өсөнсөгә Йәрмөхәмәттән Йәрмөхәмәтова Әлиә сыҡты. Әбүбәкирова Әҡлимә (Йәнйегет) – “Тамашасы һөйөүе”, Ҡотлоғужина Юлиә (Баймаҡ) – “Әҙәбиәткә һөйөү”, Мәхмүтова Нәзилә (Сыңғыҙ) – “Сәхнә оҫтаһы”, Баймөхәмәтова Айгүзәл (Күсей) – “Баймаҡ гүзәле”, Хәсәнова Айгүзәл (Ниғәмәт) – “Рухлы һылыуҡай”, Шаһыбалова Сулпан (Билал) – “Йәшлек гүзәле” номинацияларында еңеү яуланы. Ҡыҙҙарға дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырылды. “Ағиҙел” журналының махсус призына Ильвина Ғазина лайыҡ булды. “Тәңкәле ҡыҙ” район конкурсында ҡатнашыусы һәр ҡыҙға Таңсулпан Ғарипова “Салауат вариҫтары” исемле йәш ижадсыларҙың ижад емештәренән торған китаптар тупланмаһы бүләк итте.

Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы конкурстың бик оҡшауын, башҡорт һылыуҙарының сығышын һөйөнөп тамаша ҡылыуын билдәләне һәм уның ойоштороусыларына рәхмәт белдерҙе. Әминә Яхина, Әхмәр Үтәбай, Мөнир Ҡунафин да бәйге тик матур тәьҫораттар ҡалдырыуын, башҡорт ҡыҙҙарының сығыштары һоҡланыу, ғорурланыу хистәре уятыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Бындай йәштәребеҙ булғанда – киләсәгебеҙ өмөтлө”, – тине улар. Конкурсты йомғаҡлап, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы тәүге “Тәңкәле ҡыҙ” район конкурсына халыҡ яҙыусыһының үҙе тамаша ҡылыуына, конкурста ҡатнашыусы ҡыҙҙар уның менән аралаша алыуына һөйөнөсөн белдерҙе һәм ҡыҙҙарҙы бәйгегә әҙерләгән китапханасыларға, уҡытыусыларға, яҡындарына рәхмәт әйтте.

“Тәңкәле ҡыҙ”ҙа ҡатнашҡан ҡыҙҙар милли аңлы, рухлы, үткер, сая, аҡыллы, белемле булыуы, яҡташ яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың ижадын яҡшы белеүе менән тамашасыларҙы арбаны. Киләһе йылдарҙа ла “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы ойошторолоп, унда ошондай уҡ рухлы, илһөйәр, телһөйәр, нәзәкәтле башҡорт һылыуҙары ҡатнашыр тигән ышаныс ҙур.

Конкурс Балалар ижады үҙәгенең “Серле йондоҙҙар” , “Шатлыҡ” фольклор берекмәләренең , “Сулпылар” бейеү ансамбленең сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы.

Фото һәм текст сығанағы: "Читающий Баймак" сайты.

Нәркәс - "Тәңкәле ҡыҙ" еңеүсеһе!
Нәркәс - "Тәңкәле ҡыҙ" еңеүсеһе!
Нәркәс - "Тәңкәле ҡыҙ" еңеүсеһе!
Нәркәс - "Тәңкәле ҡыҙ" еңеүсеһе!
Нәркәс - "Тәңкәле ҡыҙ" еңеүсеһе!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас