Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Октябрь 2022, 07:56

“Хәтер ипкендәре” – тормош китабы

Тәлғәт Сәғитов “Башҡортостан” гәзитендә эшләгән йылдары хаҡында йылы хәтирәләр һаҡлай.

Резеда Шәңгәрәева фотоһы.Резеда Шәңгәрәева фотоһы.
Фото:Резеда Шәңгәрәева фотоһы.

Әгәр теләһә, һәр кем үҙенә бүләк яһай ала, ғәҙәттә, шулай итәләр ҙә. Әлбиттә, уның ниндәй булыуы мөһим түгел. Мәҫәлән, күренекле журналист һәм дәүләт эшмәкәре, Ишембай районының почетлы гражданы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тәлғәт Сәғитов түңәрәк юбилейын “Хәтер ипкендәре” тигән бай йөкмәткеле китабы менән ҡаршыланы. 535 битлек әҙәби-нәфис баҫманың тиражы – 200 дана. Әйткәндәй, күптән түгел “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ошо китаптың исем туйы ойошторолдо. Байрамда бик күп арҙаҡлы шәхестәр, рәсми вәкилдәр, ҡунаҡтар ҡатнашты.

Сараға алданыраҡ килеүселәр мәҙәниәт усағының фойеһында видеофильм ҡараны. Унда Тәлғәт Ниғ­мәтулла улының тормош һәм хеҙмәт юлы менән ҡыҫҡаса таны­шырға мөмкин ине. Артабан бары­һы ла тамаша залына ашыҡты.

Исем туйы тиккә генә республи­кабыҙҙың милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының (дирижеры – Линар Дәүләтбаев) күңелдәргә дәрт-дарман өҫтәрлек көйө менән асылманы. Баҡтиһәң, тап Тәлғәт Сәғитов Башҡортостандың мәҙә­ниәт министры вазифаһын башҡар­ғанда, беҙҙә шундай шәп оркестр төҙөлгән. Ул Ҡаҙағстанға эшлекле сәфәрендә ҡаҙаҡтарҙың милли оркестрын күреп ҡайтҡан. Башҡортос­танда ла шундай оркестр төҙөү хыялы менән янған Тәлғәт Ниғмәтулла улы тиҙ арала уй-планын тормошҡа ашырып та ҡуйған.

– Ҡалын булыуына ҡарамаҫтан, “Хәтер ипкендәре”н бер тынала уҡып сыҡтым, сөнки ул ҡыҙыҡлы ла һәм еңел дә яҙылған, – тине Башҡорт­ос­тандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. – Ошоға хәтлем кемдәр өлгөрмәгән – уҡырға тәҡдим итәм. Автор китабында үҙе түгел, ә кешеләр хаҡында яҙған. Йәш быуын уны уҡып, тарих тураһында беләсәк, бүтән төрлө мәғлүмәттәр ҙә аласаҡ. Ул олоһо өсөн дә, кесеһе өсөн дә өлгө булып тора.

Әминә Ивний ҡыҙы һөйләүенсә, Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры ҡайҙа ғына сығыш яһа­маған?! Күптән түгел Мәскәүҙә Кремль һарайында көй-моңдар яң­ғы­ратыуы маҡтауға лайыҡ. Мәҙә­ниәт министрлығының эшмә­кәр­леге ижад менән туранан-тура бәй­ле. Улар әле лә Тәлғәт Ниғмәтулла улының бай эш тәжрибәһенә таяна. Министр телмәрен танылған шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәровтың тетрәткес бер шиғыры менән тамамланы. Унда, көл өҫтөндә үҫкән сәскә кеүек, һин көслөрәк булдың үлемдән, тигән юлдар бар. Был һүҙҙәр нәҡ Тәлғәт Сәғитовҡа арналған.

Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, мәҙәниәт менән мәғариф йәнәш атлай, уларҙы бер-береһенән һис тә айырып ҡарау мөмкин түгел. Ошондағы яҙмалар ҡыҙ һәм малай­ҙарҙы тәрбиәле, тәртипле булырға әйҙәй.

“Мин 1942 йылдың 31 июлендә Маҡар районының (хәҙерге Ишембай районы) Маҡар ауылында Ниғмәтулла Фәт­ҡулла улы Сәғи­ҙуллин менән Зө­ләй­ха Әбелнәғим ҡыҙы Ғәзизо­ваның ғаиләһендә тыуғанмын, – тип башлаған яҙма­һын ҡәләм оҫтаһы. – Башҡорт­останыбыҙҙың, уның һәр төбәге­нең, райондарының иҫ киткес матурлығы донъя менән, иле менән ҡыҙыҡһынған һәр кемгә лә мәғ­лүмдер. Тыуған төбәгем булған­ғалыр, үҙ районым бигерәк тә матур күренә. Ысынлап та, тәбиғәте менән дә, тарихы менән дә, халҡы, шәхестәре менән дә айырылып торған кеүек ул миңә”.

Исем туйында ижадсыны видеояҙма аша Миҙхәт Мәмбәтов, Әнисә Таһирова кеүек билдәле шәхестәр ҡотланы, йөрәгендәге иң изге теләктәрҙе еткерҙе.

Тәлғәт Сәғитов билдәләүенсә, ул бары тик күңелендә урғылған уй-тойғоларҙы ташҡа баҫтырған. Күңел һиҙгерлеге, күҙ осҡорлоғо, аҡыл айыҡлығы, рух тайпылмаҫ­лығы, хәтер үткерлеге уға үҙенең яҙмышы аша республикабыҙҙың һуңғы 80 йыллыҡ тарихын эсенә алған дәүергә күҙ һалырға мөмкин­лек биргән, шулай уҡ ҡатмарлы заманыбыҙҙы ла, төрлө хәл-ваҡиғаларҙы ла, эргә-тирәһендәге кешеләрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаған.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусы­лар союзы рәйесе, филология фән­дәре кандидаты Зәки Әлибаев Тәл­ғәт Сәғитовты аҡһаҡалға тиңләне.

– Китаптың теле бик бай, шул уҡ ваҡытта ул ябай тел менән яҙыл­ған, – тине Зәки Арыҫлан улы. – Аҡһаҡал исеме әҙәм балаһының йәшенә түгел, ә башҡарған эш­тәренә ҡарап бирелә. Иҫ киткес ҙур эштәр башҡарылған.

Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы, Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбай еткерелгән изге теләк­тәрен Тәлғәт Ниғмәтулла улына арналған шиғыр менән тамамланы, ә республикабыҙҙың Әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова Мәҙәниәт министрлығында бергә эшләгән йылдарын иҫкә төшөрҙө.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнил Ҡоҙаҡаев белдереүенсә, әлеге китап, ғөмүмән, тормошто үҙенең эсенә алыуы менән ҡиммәтле, “Хәтер ипкендәре”н йылдар аша ҡулыңа алһаң да, ялҡытмаясаҡ, киреһенсә, уҡыған һайын уҡығы килеп торасаҡ.

– “Башҡортостан” гәзитендә баш мөхәррир булғанда Тәлғәт Ниғмә­тулла улының лидерлыҡ һәләттәре асылды, – тине журналистика ветераны Фәнил Шәмсетдин улы. – Шул осорҙа эшләгән гәзит-журнал­дарҙың баш мөхәррирҙәре араһын­да ул һәр йәһәттән дә бер башҡа юғары ине. Гәзиткә, улай ғына ла түгел, беренсе биткә фотолар ме­нән ҡыйыу мәҡәләләр биреп, баҫ­маны уҡымлы итте, уның тиражын арттырыуға тос өлөш индерҙе, халыҡ менән бәйләнеш булдырҙы. Ручка менән яҙыуҙан компьютерға күсеү осоро иң беренсе “Баш­ҡортостан”да башланды.

“Башҡортостан” гәзите тигәндән, Тәлғәт Сәғитов ошо гәзиттә эшләгән йылдарын йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Әйтеүенсә, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы килеп етә, шулай итеп, иң ҡыҙыу осор яҡынлаша. Һәр редакция республика буйлап үҙ уҡыусылары менән осрашыуға тарала. Төрлө форматта үткән бындай сараларҙа уҡыусылар фекере, һәр кемдең теләге, беҙгә ҡарата баһалары еткерелә. Редакция хеҙмәткәрҙәре, үҙ сиратында, пландары менән уртаҡлаша. 

– Мөхәррир булараҡ, тәүге имзамды 1990 йылдың 17 апрелендә “Совет Башҡортостаны”на ҡуйғай­ным, һуңғы имзамды иһә “Баш­ҡортостан” гәзитенең баш мөхәр­рире сифатында 1997 йылдың декабрендә ҡуйҙым, – тине Тәлғәт Сәғитов.

“Ағиҙел” журналының баш мө­хәррире Мөнир Ҡунафин һөй­лә­үенсә, “Хәтер ипкендәре” ошо баҫ­ма­ның туғыҙ һанында донъя күргән. Һуңынан да журналды эҙләп йөрөүселәр күп булған. 

Унда тағы ла Башҡорт дәүләт университетының башҡорт фило­логияһы, шәрҡиәт һәм журналис­тика факультетының I курс студент­тары ҡатнашты. Шулай уҡ бүтән сығыш яһаусылар ҙа китаптың уҡымлы, бай йөкмәткеле булыуын билдәләне.

Тәлғәт Сәғитов “Һәнәк” журналы­ның баш мөхәррире булған. Был турала бына нимә тине:

– 1978 йылда миңә “Һәнәк” журналына баш мөхәррир булырға тәҡ­дим иттеләр. Башта аптыраң­ҡырап ҡалдым, төрлөсә уйландым. Унан инде редакция коллективы менән таныштырырға алып кит­теләр. “Журналда эшләү тәжрибәм юҡ, әммә мәктәптә уҡығанда “Һәнәк” исемле стена гәзитен сығара тор­ғайныҡ, уға мин яуаплы булдым”, – тигәйнем, барыһы ла көлөштө. 

Тәлғәт Сәғитов Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радио­тапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе булғанда бихисап проекттар тормошҡа ашырыла.

Исем туйында Тәлғәт Ниғмәтул­ла улының һөйөклө ҡатыны – йырсы, педагог, ғалим, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы­ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙын, балаларын һәм ейән-ейәнсәрҙәрен күреү шатлыҡлы ине. Әйтәйек, Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исе­мендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Заһир Исмәғилев исе­мендәге Өфө дәүләт сәнғәт акаде­мияһы педагогы Шәүрә Сәғитова ҡартатаһы яратҡан көйҙө уйнап ишеттерҙе.

Байрамда Башҡортостан милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестрынан тыш, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы Гөл­нара Вәлиева, ҡурайсы Илнур Хәй­руллин, Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы Искәндәр Ғәзизов, Рудольф Нуриев исемендәге Баш­ҡорт хореография колледжы студенты Камил Мөхәмәтйәнов, Мәжит Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театры һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары һәм башҡа сәнғәт әһелдәре майҙан тотто, ҡыҫҡаһы, китап менән танышыу йыр-бейеүҙәр, ҡурай моңо менән үрелеп барҙы.

- Илдар АҠЪЮЛОВ

Читайте нас