Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Октябрь 2022, 07:31

Салауат Щербаков: Шайморатов һәйкәле – Башҡортостан халҡының хәрби рухына ҙур симфония

Бөгөн бөтөн илдә Ватан яугирҙәренең бөйөк батырлыҡтары иҫтәлеген мәңгеләштереү традицияһы тергеҙелә. Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡан ҡойошло яуҙары урынында халыҡ аҡсаһына Ржев мемориалы төҙөләсәк. Донбассты нацизмдан азат итеүгә арнап тергеҙелгән “Саур-Могила” мемориаль комплексы асылды.

11 октябрҙә Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Сара Республика көнөнә ҡарата үткәрелде. Совет майҙанында һәйкәл ҡуйыу идеяһы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Ул Башҡортостанда башҡорт халҡының рухын, яугир рухын кәүҙәләндереүсе легендар комдив хөрмәтенә мемориаль комплекс барлыҡҡа килергә тейеш тигән фекерҙе әйтте һәм тормошҡа ашырҙы.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы журналисы Герой һәйкәленең авторы – скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков менән әңгәмәләшкән. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

 

– Салауат Александрович, әле Совет майҙанында һәйкәлде монтажлау бара, күренеүенсә, ул бик күп планлы. Легендар ком­дивтың ғына түгел, Баш­ҡорт­ос­тандың бөтә яугирҙәренә лә хәрби дан мемориа­лына һалын­ған идея хаҡында һөйләгеҙ әле.

– Һеҙ хаҡлы, идея бер үк образ­ға бер ни­сә тарихты, кешеләрҙе, ваҡиғаларҙы, дә­үер­ҙәрҙе берләш­терә. Беренсенән, был бер ке­ше­нең ҙур тарихы – Миңлеғәле Шай­мо­ратовтың тарихы. Геройҙың шәхе­сен, рухын аң­лар өсөн беҙ уның тыуған төйәгендә – Ҡыр­мыҫҡалы районында булдыҡ, уның менән бәйле бик күп материалдарҙы өйрәндек. Шу­лай уҡ, уйыбыҙса, һәйкәл башҡорт халҡы­ның еңелеү белмәҫ рухын, яугирҙе символ­лаш­ты­рырға тейеш, һәм беҙ кавалерия, Бөйөк Ватан һуғышы һәм бынан алдағы дәүер­ҙәрҙең тарихына сумдыҡ. Тарихи ваҡи­ғаларҙы – 1812 йылғы Ватан һуғышы ва­ҡытында Парижға ингән башҡорт атлыларын хәтергә төшөрҙөк. Һәм, әлбиттә, беҙҙә баш­ҡорт эпосы һәм тарихы геройҙары – Урал батыр, Салауат Юлаев, боронғо башҡорт йолалары, халҡыбыҙҙың холоҡ-фиғеле бар. Тамырҙар, күсмә халыҡтар, халыҡ ҡиммәттәре, хәрби батырлыҡ кеүек ҙур тематикаһы барлыҡҡа килде. Был скульптура тематикаһында ла сағылыш тапты, унда боронғо осорҙан алып XXI быуатҡа тиклемге төрлө дәүерҙәр сағылдырылған.

Икенсенән, был – архитектура объекты, шуға күрә уның ҡалала нисек күренеүе мөһим. Ошо урындың мәғәнәһен, масштабын аңларға кәрәк ине. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Рәсәй Геройы Шайморатов һәйкәленең идеяһын оҙаҡ ваҡыт уйлап йөрөгән – уның фекерҙәре һәм ҡаланы аңлап күҙ алдына килтереүе беҙгә ныҡ ярҙам итте, колоннада идеяһы ла шулай килеп тыуҙы. Бер үк ваҡытта архитектура эше барҙы. Беҙ ҡайҙа ниндәй биҙәктәр, ниндәй ҡалҡандар файҙаланылғанын белгән тарихсылар, этнографтар менән ентекле һөйләштек. Архитектор Константин Александрович Донгузов та ҡушылды. Ул ҡаланы шәп белә һәм классиканы бик яҡшы аңлай. Скульптура һәм техник яҡтан да ҡеүәтле коллектив барлыҡҡа килде. Барыһы ла тура килде. Бында барыһы ла бар – классика ла, совет осоро ла, башҡорт холоҡ-фиғеле лә. Оло симфония эшләнек, хәҙер аҙағынаса еткерәбеҙ. Дөйөм алғанда һәйкәлдең мәғә­нәһе – батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, изгелек, йолалар, тамырҙар, ейәндәр, олатайҙар, ата-бабалар...

 

– Һеҙ һәр ваҡыт ошондай тарихи материалға сумып эшләйһегеҙме?

– Эйе, һәр ваҡыт шулай эш­ләйбеҙ. Әгәр рәссамдың карти­наһы  уның шәхси теләге икән, беҙ, скульпторҙар, халыҡта булған идеялар менән эшләйбеҙ. Беҙ һөнәри, юғары кимәлдә башҡарыу өсөн ҡушылабыҙ ғына. Өйрәнәбеҙ, тәрәнгә сумабыҙ, уйлап сығармайбыҙ, сөнки идея беҙгә тиклем үк булған.

 

– Һәйкәлдең параметрҙары ниндәй?

– Был – бик ҙур комплекс, архитектура ансамбле. Төҙөлөш нөктә­һенең киңлеге яҡынса 80 метрға 45 метр, дөйөм бейеклеге – 15 метр. Һыбайлы ике натуранан күберәк, рельефтары төрлө масштабтарҙа.

Һәйкәлдең бейеклеге классик ҙурлыҡтан, Европала, Мәскәүҙә, Петербургта урын­лаш­ҡан ғәҙәти атлы һәйкәлдәрҙән, саҡ ҡына юға­рыраҡ, ҙурыраҡ. Һыбайлы буйынса ҡараһаң, уның ҙурлығы Европала иң ҙурҙарҙан һаналған Салауат Юлаевҡа яҡынлаша (Чехияла Ян Жижка, Монголияла Сыңғыҙхан бар).

 

– Һәйкәл ниндәй материалдан һәм ҡайҙа ҡойолған?

– Үҙебеҙҙең тыуған Мансур башҡорт гранитынан. Бөтә материалдар тәбиғи – гранит, бронза, мәрмәр. Мәскәү һәм Мәскәү өлкә­һенең өс ҡойоу предприятиеһында ҡойолған, ғәҙәттә, берәүһендә генә эшләнә. Әммә бында ваҡыт ҡыҫҡа, ә күләм ҙур ине. Бөтә ансамблдә – 40 тоннанан ашыу бронза.

 

– Һәйкәлде Өфөгә нисек алып килделәр?

– Автомобиль транспорты менән алып ҡайттыҡ. Тәүҙә Салауат Юлаев һәйкәле кеүек һыу өҫтөнән – баржаларҙа күсерергә уйлағайныҡ, унда бейеклек тулыһынса үтә. Әммә йылға буйлап ағыу оҙағыраҡ һәм ныҡ ҡиммәт булып сыҡты, шуға күрә заманса автомобиль транспорты менән алып ҡайт­тылар. Юлда өлөштәр менән алып барырға тура килде, сөнки күпер аҫтына һыйманы. Алып ҡайтҡас, йыйырға тура килде.

 

– Эш барышында проектта ниндәйҙер үҙгәрештәр булдымы? Мәҫәлән, монтаж­лаған һәйкәл янынан үтеп барышлай унда башҡорт һәм рус телдә­рендә “Тыуған ил өсөн һәләк булғандарға бағыш­лана” тигән яҙыу барлыҡҡа килгәненә иғтибар иттем.

– Проектты әҙерләү барышында күп үҙ­гәрештәр индерелде. Яҙмаға килгәндә, Баш­ҡортостан етәкселеге уны Шаймо­ра­товҡа ғына түгел, ә башҡорт халҡының хәрби рухына бағышланған һәйкәл тип ҡабул итергә ҡарар итте. “Тыуған ил өсөн һәләк бул­ғандарға бағышлана” – Шайморатовҡа ла, уның артынан барыусыларға ла.

 

– Эшегеҙ менән ҡәнәғәт­һегеҙме?

– Минең ҡәнәғәт булыу-булмауым – был ваҡ-төйәк. Был эш – ҙур профессиональ карап, бульдозер тип әйтергә була. Әлбиттә, бөтәбеҙ ҙә һөҙөмтәгә килдек, бө­тәбеҙ ҙә намыҫлы, тырышып, ты­ғыҙ, профессиональ кимәлдә эш­ләнек. Беҙ нисек дөрөҫ тип иҫәп­ләнек, шулай эшләнек, ә артабан халыҡ хөкөм итергә тейеш.

 

– Өфөләрҙең һәйкәлде нисек ҡабул итеүе һеҙҙең өсөн мөһимме?

– Бик мөһим, әлбиттә! Баһалар­ҙар тип ышанабыҙ, беҙ бит уны бергә эшләнек.

 

– Ошо ҙур идеяны тормошҡа ашырыу өҫтөндә ҙур коллектив эшләне, тинегеҙ. Был яҡынса нисә кеше?

– Коллектив бер нисә тиҫтә менән иҫәп­ләнә, ул художество ҡеүәттәре лә, техник та, ҡойоу ҙа, гранит төҙөүселәр ҙә. Беҙҙә ҡат­марлы, күләмле, күп ҡатлы бурыстарҙы башҡара алырлыҡ яйға һалынған коллектив бар.

 

– Һеҙ үҙенсәлекле яҙмышлы кеше, атай яғынан башҡорт. Был эштән һуң үҙегеҙҙе халҡығыҙға, тамырҙарығыҙға яҡыныраҡ итеп хис иттегеҙме?

– Мин үҙемдең сығышымды бала саҡтан белә инем, әммә хәҙер Башҡортостанды тәрәнерәк белдем. Атайым һуғыштан һуң бында булманы тиерлек, килер кешеләре юҡ ине. Фажиғәле осорҙар, тарих, һуғыш булды. Иң мөһиме – тыуғандан алып белә инем, әммә Башҡортостанды үҙем өсөн олоғайғас ҡына ныҡлап астым. Атайым бәхетле булыр ине, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул иҫән түгел...

 

– Артабан Башҡортостан өсөн тағы ла нимәлер эшләрһегеҙме?

– Әгәр килеп сыҡһа, бәхетле булыр инек, әлбиттә. Ниндәйҙер уй-фекерҙәр, баш­ланғыстар бар, беҙ ошо йүнәлештә эшләйбеҙ.

 

– Ҙур рәхмәт, Салауат Александрович!

- Ләйлә Аралбаева

Читайте нас