

Фестиваль округтағы бөтә театр йәмәғәтселеген берләштереүҙе, балалар һәм үҫмерҙәр араһында театр сәнғәтен популярлаштырыуҙы, һәүәҫкәр коллективтарҙың ижади мөмкинлектәрен асыуҙы, йәш таланттарға булышлыҡ ҡылыуҙы күҙ уңында тота.
Һәүәҫкәр театрҙар форумында 6-нан алып 17 йәшкә ҡәҙәре балалар һәм 18-ҙән 35-кә тиклемге йәштәр ижади коллективтары ҡатнаша ала. Фестиваль бер нисә этаптан тора:
1. октябрь-декабрь айҙарында төбәктәрҙә үткән өлөшө. Унда ҡатнашыуға ғаризалар бирелә, еңеүселәр билдәләнә, спектаклдәрҙең видеояҙмалары төшөрөлә;
2. округ этабы, 2023 йылдың ғинуар-февраль айҙары. Был өлөштә башта видеояҙмалар сайттар һәм социаль селтәрҙәргә ҡуйыла, унан ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәтте таратыр өсөн спектаклдәр сәхнәлә күрһәтелә, гастролдәр, төрлө акциялар ойошторола. Этап һуңында эксперттар советы ҡатнашыусылар өсөн тауыш бирә;
3. финал өлөшө, март-апрель. Бөтә донъя театр көнөндә онлайн тәртиптә еңеүселәр иғлан ителә һәм уларға бүләктәр тапшырыла.
Фестивалдә киләһе номинациялар ҡаралған: “Иң яҡшы йәштәр спектакле”, “Иң яҡшы балалар спектакле”, “Иң яҡшы режиссер эше”, “Иң яҡшы ир-егет роле”, “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”. Ә “Музыкаль яҡтан иң яҡшы биҙәү” һәм “Иң яҡшы художестволы биҙәү” номинациялары быйыл беренсе тапҡыр ҡарала.
Еңеүселәргә ижади эшмәкәрлекте артабан үҫтереү өсөн гранттар тапшырыла: 1-се урынға – 250 мең, 2-сегә – 200 мең, 3-сө урынға 150 мең һум.
Фестиваль тураһында тулы мәғлүмәтте уның сайтында һәм “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә табырға мөмкин.
Фестивалдең сайтынан.
#PRIFO_ТеатральноеПриволжье
#PRIFO_окружныепроекты
#PRIFO_события