

– Һорама инде уның хәлен, Алла һаҡлаһын, дошманыңа күрһәтмәһен. Аҫтына ярау итеп, ҡортлап барып, быҫҡыған тиҙәк һымаҡ серене, меҫкен. Хәрәм ризыҡ килешмәй шул...
– Эйе, олатай, һин бөтөнләй дәһриҙәрсә фекер йөрөтәһең. Беҙ ҙә шулай “Алла юҡ” тип барабыҙ бит. Ошо донъяла ғына йәшәү бар. Ай-һай, үкенһәгеҙ ҙә, һеҙ уны элегерәк төшөнгәнһегеҙҙер. Өйҙө ҡайһылай һәйбәт урынға һалғанһығыҙ. Ожмахың да кәрәкмәй. Кәртә артынан ғына йылға аға, юрый ултыртҡан тиерһең, тирәләп бынау тирәктәр, талдар...
– Тирәктәр... – тәрән уфылдап бышылданы ҡарт, тағы ла мине бүлеп. Бик тәрәндән, йөрәгенең иң төбөнән сыҡты был уфылдау. – Уны кеше ҡулдары ултыртҡан шул, улым. Ләкин бер ҙә юрамал түгел. Изге тирәктәр ул. Һәр ҡайһыһында тотош ғүмерҙең яҙмышы шаулап ултыра булыр... Әйҙәле, минең арттан.
“Минең арттан” тигәненә йылмайып ҡуйҙым. Әммә...
Был ни хәл?! Һуҡыр ҡартым, таяғы менән ҡапшанмай ҙа, туп-тура иң йыуан тирәк төбөнә барып, шып туҡтаны.
– Бына быныһы – иң тәүге ағасым. Анау инәйеңде... ул ваҡытта ҡыҙ ине, әлбиттә, – тип ихлас көлөп алды, – оҙатып алып ҡайтҡас ултыртҡайным. Етмеш йыл!.. Шул саҡ башҡа уй килгәйне: шулайтып инселәп берәй нәмәгә гел ултырта барғанда? Эй, китте-китте... Бынауын, мәҫәлән, үҙем некрут булған йылда, мынауын япун һуғышына китер алдынан... – Оҫта экскурсовод һымаҡ, бер тирәктән икенсе тирәк тәңгәленә күсеп, кәкре таяғы менән уға ҡарап бер һелтәй ҙә талғын ғына һөйләүен белә.
Ағастар тарихы ғынамы ни һуң был! Юҡ-юҡ, был бит кешеләр тарихы, көрәш һәм тормош тарихы. Бабай ғүмерен тәшкил иткән йылдар үҙҙәре шаулап ултыра икән был ерҙә. Бына ун дүртенсе йылғы һуғышта һәләк булған баш балаһының иҫтәлеген һаҡлап ултыра берәүһе. Егерменсе йылдарҙағы аслыҡ һәм ваба. Утыҙынсы йылғы колхозлашыу дәүерендәге фажиғә ҡорбаны ла бар. Бөйөк Ватан һуғышы ла. Һәм бөтәһенән дә бәләкәйерәк тирәк – 9 Май!.. Был һуңғыһы ғаиләнең дә иң һуңғы ағзаһы, кинйәләре, иҫтәлегенә ултыртылған. Бер боролош та, бер дәүер ҙә был йортто ситләп үтмәгән. Ата-әсә йөрәгенә юйылмаҫ яра, ә ихатаға тирәк өҫтәп, тейешле ҡорбанын алып китә торған. Тимәк, бында кешеләр тарихы ғына түгел, кешелек тарихы йәдкәрҙәре шаулап ултыра лабаһа!.. Әҙәм балаһы бирешмәһә бирешмәй икән: шунса ҡайғы-хәсрәт һәм упҡынлы оҙон юлдар был икәүҙе бөкһә-бөккән, ләкин һындыра ла, йыға ла алмаған.
Аяуһыҙ тормош тарафынан ҡағылып-һуғылып, кибеп, ҡаҡ һөйәккә әйләнеп бөткән ошо ҡарттарға ҡарап, уларҙың кеше ышанмаҫлыҡ сикһеҙ ҡөҙрәткә һәм сайралмаҫ рухҡа эйә булыуына ҡайһылайтып ышанырға?
Олатайҙың хикәйәтен тыңлап йөрөй торғас, ер йөҙөндә бер заман төҙөләсәк иң юғары һәм хаҡ ҡоролошта йәшәй алмаҫы миңә ифрат үкенесле булып тойолдо. Үҙем дә һиҙмәҫтән ҡапыл һорай ҡуйҙым:
– Ҡара әле, Йомағужа олатай, коммунизмда йәшәргә теләр инеңме?
– Ҡайҙа тиһең? – бер усын локаторлап ҡолағына ҡуйҙы.
– Коммунизмда, тим, комму-низмда!
– Әәә... Коммунаны беҙ, балам, әүәлерәк үҙебеҙ ҙә төҙөп ҡараныҡ уны. Ана теге күмхуждан алдасы.
– Юҡ-юҡ, мин уны әйтмәйем – ауыҙын асһа, үпкәһе күренеп торған коммунаны. Киләсәктәге муллыҡ дәүерен...
– Аңлайым, аңлайым, улым. Әлбиттә, ул һеҙҙең коммуна беҙҙекенән йөҙ мәртәбә артыҡ булыр инде ул, мең мәртәбә булмаһа. Унда һәр кем баҡса эсендә генә үҙе йәннәт төҙөп йәшәр. Минеке һымаҡ ҡоро тирәк тә булмаҫ улар. Алма, хөрмә, әфлисун тигәндәй, әллә ниндәй емеш ҡыуаҡтары булыр. Шулайтып һәр кеше үҙ ағасын ҡалдыра барһа, бер-ике ғасырҙа ер йөҙө тотош баҡсаға әүерелер әле!.. Мин ана шул заманды күрермен тигән өмөт-хыял менән йәшәнем. Инәйең дә. Хәтереңдән сығарма, улым: алдағы яҡты өмөткә хыялланып йәшәргә тейеш кеше. Өмөтө булманымы – ул бөттө, тигән һүҙ! Мин һеҙҙең коммунала йәшәмәҫемде асыҡ беләм, әммә йәшәгәнемә үкенмәйем!
Ул хәбәренән туҡтаны, оҙаҡ ҡына өндәшмәй тик ултырҙы. Миңә сикһеҙ тойолған был паузала ул ни тураһында уйлағандыр, миңә ҡыйын булып китте. Ошо ауыр тынлыҡты боҙор өсөн генә:
– Әллә ҡарт үлә, әллә йәш үлә, тигән боронғолар, – тигән булдым. Ләкин был уны ишетмәне шикелле, үҙенекен дауам итте:
– Иллә-мәгәр мынау тирәктәремдең бер-икәүһе, бәлкем, барып та етер килер заманға. Ана, күрәһеңме, ҡайһыһының төбөндә күпме йәш үҫенте. Былай-алай ҡалҡып киләләрме, ҡолонсаҡтарым!
Ысынлап та. Мин, күҙле бүкән, шуны ла абайламағанмын. “Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе – ботаҡ тишеге” тип минең ишеләргә ҡарата әйткәндәрҙер, моғайын.
– Уларын мин ултыртманым. Берәй асмани ҡаза ғына һәләк итеп ҡуймаһа, ағастар кеше һымаҡ бер-береһе менән һуғышмай бит. Әҙәм балаһы аҡылланған һайын оторо иҫәрләнә барамы әллә?
Ул, нимәгәлер ишаралап, билдәһеҙлеккә табан ҡул һелтәне. Шул саҡ һанһыҙ күп һәм тәрән йыйырсыҡтарҙың бер нисәүһе буйлап көмөш тамсылар тәгәрәне лә уларҙа ҡояш нурҙары сағылып китте. Кем белә, былар, бәлки, ҡояш сағылыуы ла түгелдер. Ә йөҙ йыл буйы тынғы белмәй дөрләп янған йөрәктең ҡартайған күкрәккә һыймай тышҡа бәреп сыҡҡан осҡондарылыр.
– Ана, ҡояш Таштур түбәһенә барып ятты. Ниңә был әбей һаман ығыша икән? Бер самауыр ҡайнарлыҡ ҡына гәпләштек түгелме?
Йоҡа ғына божралар пәрҙәһендә үтә күренеп, ҙур ҡыҙыл ҡояш, ысындан да, ауырлығына ялпашып, тау башында ята ине.
Һуҡыр! Ҡайҙан һиҙә һуң ул был ҡәҙәре?!
Беҙ алтынсы класта уҡығанда, боронғо донъя тарихында грек философтарының һүрәттәре була торғайны. Күҙ алмаларын ап-аҡ шекәрә ҡаплаған, мөһабәт ҡарашлы был ҡартты ла ошо мәлдә шуларға оҡшаттым. Бер ниндәй фәнни хеҙмәтте шыпа ҡулына алмаған килеш, ваҡытында үҙе өнһөҙ табынған батшаһына протест белдереүгә тиклем күтәрелгән, күңеле менән күпте күрә белгән стихиялы материалист ултыра ине алдымда.
– Олатай, күҙең әҙерәк күрәме әллә?
– Юҡ, тома һуҡырмын, балам. Ниңә улайтып һорайһың?
– Һуң бит күҙле кешенән дә былайыраҡ күргән һымаҡһың...
– Һе-һе... Ғәжәптер шул. Шул тиклем тәжрибә лә алмағас, ни хәжәтемә бер ғасыр ерҙә йәшәргә, ә?
Йомшаҡ ҡына һөйләнә-һөйләнә инәй килеп сыҡты:
– Хоҙай кәрим... Һаман туҡтамағанмы? Был бер тотонһа, мөкиббән китә торған. Хәбәренең осо ла, башы ла булмаҫ уның. Етмеш йыл шулайтып маҙама тейеп бөттө бит ул. Самауырҙы нисәмә өҫтәнем, әйтәгүр, кешене һаман сәйгә әвинмәйсе. Белдекһеҙ шул, байғошом...
– Олатай, инәйем ҡыҙа башланы.
– Нимә тип?
– Һаман сәй эсергә инмәй, тип.
– Әй улым, ҡыҙмай ул. Шул мөжөлдәп йөрөүе – бар бөтмөш миңә иркәләнеүе уның. Инәйеңдең холҡон мин уның үҙенән дә артығыраҡ белеп бөткәнмен, далай бергә йәшәйбеҙ бит...
Өйгә табан ыңғайланыҡ, ул йәнә туҡтаны:
– Әй, улым, онота яҙғанмын. Гәпте боҙоп, бая бәхәсләшкем килмәгәйне... Һеҙ, Алла юҡ тиһегеҙ ҙә. Юҡ, тип өҙә һуғып ҡына әйтеп булмай. Ул, бәлкем, Алла түгелдер. Мәгәр бер ҡөҙрәтле көс бар булыр. Бөтә нәмәне төҙөк, тәртипле тотоп килгән көс. Шундай баш булмай, әҙәмдәргә хут бирһәң... барын тырым-тырағай туҙҙырып бөтөр ине.
Ҡара-ҡара, мин тәүҙәрәк фараз иткән материалист та түгел икән әле был. Идеалист тип тә әйтеп булмай. Донъя тураһында үҙенә бер төрлө гипотеза ижад иткән яңы фәлсәфәсе лә баһа. Йомағужизм! Философтар Көнбайыш Европа менән Көнсығыш Азияла ғына тыумай икән...
Мәрхүм олатайҙың ҡәбер кәртәһенә түшемде терәп, ташына бағып, күпме торғанмындыр, белмәйем: саманы юғалтҡанмын. Әйтерһең дә, ваҡыт машинаһы мине кирегә алып киткән. Бөтә үткәндәрем күңел экранында ап-асыҡ булып ҡабатланды.
...Таныш таш.
Ундағы һуңғы һандар ғына ап-асыҡ – күптән түгел яҙылғандар. Ҡалғандары зыяратҡа килмәҫ борон уҡ, өй аръяғында нисәмә йыл тороп, ел-ямғырҙан ашалып, уңырға ла өлгөргән.
Ана, Һаҡмарҙың бер ҡултығына һыйынған ихатала кескәй генә иҫкергән өйҙө эреле-ваҡлы тирәктәр уратып алған. “Йомағужа тирәктәре” тип йөрөтә уларҙы ауыл халҡы. Әлеге Таштур итәгенә етеп, байырға ялпашып ятҡан көҙгө алһыу-һары ҡояштың һүрән нурҙары уларҙың алтын япраҡтарында һанһыҙ күп булып сағыла. Кем белә, бәлки, “ҡуянҡайҙар” ҙа түгелдер, ә тирәктәргә йәшәү биргән изге кешенең мәңге һүнмәҫ йөрәк осҡондарылыр.
- Мөслим ӘБСӘЛӘМОВ