Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Октябрь 2022, 06:30

Әҙибәнең тағы ниндәй һоҡланғыс таланты бар?

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова - тыуған яғында ҡунаҡта. 

Әҙибәнең тағы ниндәй һоҡланғыс таланты бар?Әҙибәнең тағы ниндәй һоҡланғыс таланты бар?
Әҙибәнең тағы ниндәй һоҡланғыс таланты бар?

Билдәле булыуынса, күптән түгел Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова үҙенең күркәм юбилейын - 75 йәшен билдәләне. Ошо уңайҙан Өфөлә һәм республиканың төрлө район-ҡалаларында яҙыусының ижадына арналған саралар  үтә. Әле яҙыусы үҙенең тыуған яғында ҡунаҡта.

13 октябрҙә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Таңсулпан Ғарипова ҡатнашлығында “Рухиәтебеҙҙең Таң Сулпаны” исемле осрашыу үтте. Унда яҙыусының ҡәләмдәштәре, яҡындары, ауылдаштары, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар, мәғариф, китапхана эше ветерандары, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.

Прозаик, драматург, ижады менән меңләгән кешенең күңелен имләгән, рухи яҡтылыҡ сәскән Таңсулпан Ғарипова тормошона, ижадына, шулай уҡ хәҙерге йәшәйешкә ҡағылған һорауҙарға яуап бирҙе, кәңәштәрен еткерҙе. Уға атаһы Хизбулла Мөхәмәтҡоловтан моң, халыҡ йырҙарына һөйөү ҙә күсә: әҙибә осрашыуҙа баянсы Азамат Ишйәровҡа, ҡурайҙа Рәмил Хәсәновҡа ҡушылып “Түрәкәй”, “Ҡуңыр буға” халыҡ йырҙарын башҡарып, залдағыларҙы хайран ҡалдырҙы. 

Сарала ҡәләм оҫтаһының тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды, яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, “Йәнгүҙәй” берекмәһенең әүҙем ағзалары Рәйсә Иҫәнбаева, Борис Хәйретдинов, Күсей ауылы мәктәбе директоры Ҡ.Ш. Уйылданов, мәғариф ветераны К.Ә. Әхмәтова, Түбәнән башҡорт теле уҡытыусыһы Д.Ә. Исхаҡова, төрлө ауылдарҙан китапханасылар, яҙыусының яҡындары – Г.И. Низамова, А.М. Ишйәров, А.Ә. Сирбаева һәм башҡалар сығыш яһаны, Таңсулпан Ғариповаға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте, изге теләктәрен еткерҙе. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина әҙибәгә саҡырыуҙы ҡабул итеп килгәне, ихлас әңгәмәһе өсөн рәхмәтен белдерҙе, киләсәктә лә яҙыусы менән йылы осрашыуҙар күп булһын тип теләне, уға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыуҙар тыуған ауылы Күсейҙә, Сибай ҡалаһында дауам итә.

Автор фотолары.

Әҙибәнең тағы ниндәй һоҡланғыс таланты бар?
Әҙибәнең тағы ниндәй һоҡланғыс таланты бар?
Әҙибәнең тағы ниндәй һоҡланғыс таланты бар?
Әҙибәнең тағы ниндәй һоҡланғыс таланты бар?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас