

Бөгөн Мәскәүҙә төрлө йәштәге милләттәштәребеҙ ҡатнашлығында хәтерҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ матур саралар уҙҙы.
Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова илебеҙҙең баш ҡалаһындағы башҡорттар берләшмәләренең иң алдынғы вәкилдәренән бер төркөмгә милли йәмәғәт ойошмаһының наградаларын тапшырҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур бүләге – "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы профессор, иҡтисади фәндәр докторы, Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡаповҡа бирелде. Билдәле булыуынса, ул 1990 – 1995 йылдарҙа Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле булды, Мәскәүҙәге яҡташтарыбыҙ араһында ныҡлы бәйләнеш булдырыуға күп көс һалды.
Абрар Ярлыҡапов – Йылайыр районының Матрай ауылынан. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (хәҙер – Башҡортостан дәүләт аграр университеты) тамамлағас, хәрби хеҙмәтте Афғанстандағы совет ғәскәрҙәренең айырым контингенты иҫәбендә үтә, яугир-интернационалист. Тулы хоҡуҡлы вәкил бурысын атҡарғандан һуң ул Мәскәү Хөкүмәтенең төбәк-ара бәйләнештәр һәм милли сәйәсәт комитеты рәйесе урынбаҫары була. Артабанғы ғүмерен фәнгә бағышлай: хәҙер ул Рәсәй Президенты ҡарамағындағы халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының иҡтисад һәм йәмәғәт секторы финанстары кафедраһы профессоры, Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы ағзаһы. Халыҡтар дуҫлығы (1988), “Почет Билдәһе” (1971), Салауат Юлаев (2022) ордендары менән наградланған.
Бөгөнгө сарала Мәскәүҙәге "Аҡ тирмә" башҡорт фольклор коллективы ойоштороусылары һәм әүҙемселәре Фәүриә Сәйәхова һәм Гүзәл Ишкинина Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамоталары менән бүләкләнде. Үҙешмәкәр ансамбль һуңғы йылдарҙа юғары оҫталыҡ кимәленә күтәрелде. Ошондай фольклор төркөмдәре, түңәрәктәре арҡаһында илебеҙҙең баш ҡалаһында башҡорт мәҙәниәте тулы кимәлдә күрһәтелә.
Мәскәүҙәге башҡорт берләшмәләренең алты әүҙемсеһе бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Улар – Раушания Ҡырымғужина ("Самрау" бейеү коллективы), Нәркис Мөхәмәтшин («Илһам» Мәскәү башҡорт театры), Лилиә Туҡтағолова һәм Венера Исмәғилева («Хазина» вокал-хореография ансамбле), Искандәр Булатов һәм Эрик Ғөбәйҙуллин (Башҡортостан яҡташтары берләшмәһе).
Бөгөн шулай уҡ, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаковтың саҡырыуы буйынса, "Боронғо дөйә" I асыҡ республика конкурсы еңеүселәре, йәш рәссамдар Мәскәүҙә сәфәрҙә булды.
Билдәле булыуынса, "Боронғо дөйә" I асыҡ республика конкурсы балаларҙың Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр сюжеты, башҡорт эпостарының, легендаларының мифик геройҙары һынландырылған ижади эштәре араһында уҙғарылды. Сараны ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Аҡбуҙат" республика балалар журналы, Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге.
Конкурстың еңеүселәре – Ғафури районынан Элина Арыҫланбәкова, Борайҙан Элина Мирйәнова һәм Мәскәү ҡалаһынан йәш милләттәштәребеҙ Салауат Щербаковтың Александров баҡсаһындағы эштәре менән танышты, Третьяков галереяһында булды. Гран-при яулаған балалар Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, скульптор, Шайморатов генералға һәйкәл авторы Салауат Щербаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һәм Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Әхмәҙуллин менән осрашты.
Конкурстың өсөнсө еңеүсеһен – Салауат районынан Инесса Ғәлинаны Өфөлә үк ҡотлағайнылар. Салауат Александрович уға Аҡбуҙат статуяһын бүләк итте (уны журнал редакцияһы һорауы буйынса Дүртөйлө художество мәктәбенең 6-сы класс класс уҡыусыһы Алһыу Мөнирова эшләгәйне).
"Боронғо дөйә" проектын башлап ебәргән милләттәшебеҙ, "Аҡбуҙат" журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина балалар менән бергә сәфәрҙә булды.
— Минеңсә, конкурс еңеүселәрҙе билдәләү генә түгел, ә барлыҡ ҡатнашыусылар үҙенең үҫешен, камиллашыуын күрһен өсөн үткәрелергә тейеш. "Боронғо дөйә"гә эштәрен биш йөҙҙән ашыу бала ебәрҙе. Ижадҡа тотонор алдынан улар башҡорт халыҡ легендаларын, әкиәттәрен, эпостарын өйрәнде – был, һис шикһеҙ, үҫешкә юл. Конкурс еңеүселәре ошо йәйҙә данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһендә булып, рухи байлығыбыҙҙы яҡындан тойҙо. Ә өс йәш рәссамыбыҙҙы жюри етәксеһе – билдәле скульптор Салауат Щербаков Мәскәүҙәге үҙенең оҫтаханаларына саҡырҙы, – тип билдәләне Лариса Хашим ҡыҙы.
Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.