Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Октябрь 2022, 13:45

"Хоҙайым, һаҡла ғүмерҙәрен!"

Дания һәм Марсель Нәжметдиновтарҙың тетрәнеүҙәр аша тыуған яңы йырын тәҡдим итәбеҙ. Уны нисек яҙыуҙары хаҡында - яҙмала.  

"Хоҙайым, һаҡла ғүмерҙәрен!""Хоҙайым, һаҡла ғүмерҙәрен!"
"Хоҙайым, һаҡла ғүмерҙәрен!"

Һәүәҫкәр шағирә Дания һәм композитор Марсель Нәжметдиновтар яңы йыр ижад иткән.

Бөтә ил өсөн ҡатмарлы осорҙа битараф ҡалып булмай. Мобилизация тигән һүҙ бар ғаиләләрҙе лә тетрәндерҙе. Быға тиклем йырҙар башҡаса яҙыла ине: тәүҙә мин шиғыр ижад итәм, унан Марсель көй һала торғайны. Был юлы иһә Марсель иң беренсе көйөн сығарҙы. Уға мин һүҙҙәр яҙҙым”, — ти Дания Нәжметдинова.

Учалы ҡалаһында йәшәп ижад иткән талантлы ғаиләнең ижад емеше тураһында фекерҙәрегеҙҙе комментарийҙарға яҙып ҡалдырыуығыҙҙы һорайбыҙ.

Фото Нәжметдиновтарҙың ғаилә архивынан.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас