Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Октября 2022, 10:00

"Тамыр" йәнә "ТЭФИ"ға лайыҡ булды!

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының «Тау-тау хәбәр» программаһы «Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәт-күңел асыу программаһы» номинацияһында еңеүгә өлгәште. 

"Тамыр" йәнә "ТЭФИ"ға лайыҡ булды!"Тамыр" йәнә "ТЭФИ"ға лайыҡ булды!
"Тамыр" йәнә "ТЭФИ"ға лайыҡ булды!

Мәскәүҙә балалар тапшырыуҙары араһында үткәрелгән "TЭФИ-KIDS" Рәсәй милли телевизион премияһында еңеүселәргә статуэткалар тапшырылды. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының «Тау-тау хәбәр» программаһы «Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәт-күңел асыу программаһы» номинацияһында еңеүгә өлгәште. 

«Беҙ был Орфейҙы ныҡ көттөк, – ти тапшырыуҙың мөхәррире Татьяна Никитина. – Йыл һайын төрлө номинацияларға эштәр ебәрҙек, финалға ла сыҡтыҡ, әммә бәләкәй Орфей эләккәне юҡ ине. Ниһайәт, "Тамыр"ҙың туғыҙ ҙур Орфейы янына бәләкәсе лә өҫтәлде!

«TЭФИ-KIDS» премияһының төп призы — Орфей статуэткаһы, бронза Орфейҙың бәләкәй күсермәһе.

– «Тау-тау хәбәр» – илдә берҙән-бер көн һайын тура эфирҙа сыҡҡан балалар программаһы. Уны төҙөүҙә балалар үҙҙәре туранан-тура ҡатнаша, ә республикала ҡыйыу һәм ижади йәш хәбәрселәр етерлек. Программа башҡорт һәм рус телдәрендә сыға. Тапшырыуҙың профессиональ командаһын еңеү менән ҡотлайым, – ти "Тамыр" телеканалының баш режиссеры Адель Һунарғолова.

- TЭФИ-KIDS – тотош ил өсөн мөһим ваҡиға, – ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Заманса балалар тапшырыуҙарын булдырыу ҙур инвестициялар талап итә. Халҡыбыҙға  хас булған ҡиммәттәрҙе күрһәткән контенттың әһәмиәтен өлкәндәр лайыҡлы баһаланы. Хәҙер сифатлы нәфис һәм анимацион фильмдар, балалар телевизион проекттары булдырыла. Төбәктәрҙә хәл әлегә ҡатмарлы булып ҡала, әммә бар көсөбөҙҙө, күңелебеҙҙе биреп балалар проекттарын булдырыуҙы артабан да дауам итәбеҙ. «ТЭФИ-KIDS» ойоштороусыларына награданың кимәле, иң мөһим тамашасылар – балалар өсөн сығарылған программа һәм фильмдарға хөрмәт күрһәтеүгә лайыҡлы майҙансыҡ булдырғандары өсөн рәхмәт!

Балалар киноһы һәм телевидениеһы өлкәһендә "TЭФИ-KIDS" Рәсәй Милли премияһы 2019 йылда булдырылған. Быйыл унда 143 эш ҡатнашҡан.

Фото: "Тамыр"ҙың социаль селтәрҙәге төркөмөнән.

"Тамыр" йәнә "ТЭФИ"ға лайыҡ булды!
"Тамыр" йәнә "ТЭФИ"ға лайыҡ булды!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас