Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Октябрь 2022, 12:00

Ҡурҡаҡ һалдат

Һәр ҡыйыу аҙым яһаған саҡта Аллаһ Тәғәләнең эргәгеҙҙә булыуын онотмағыҙ!

Ҡурҡаҡ һалдатҠурҡаҡ һалдат
Ҡурҡаҡ һалдат

Һуғыш ваҡытында бер ҡурҡаҡ ҡына һалдатты разведкаға ебәрергә булалар. Бөтәһе лә уның ҡурҡаҡлығын белә һәм бынан көлә башлайҙар. Тик бер хеҙмәттәше генә көлмәй. Ул ҡурҡаҡ иптәшен йыуатмаҡсы булып эргәһенә бара.

Тегеһе: “Мин үлермен инде, дошман бөтөнләй эргәлә генә бит”, - тип илай башлай. “Ҡурҡма, Аллаһ дошмандан да яҡыныраҡ”, - ти хеҙмәттәше.

Ошо һүҙҙәр һалдаттың күңеленә инеп ята. Һәм, ысынлап та, ул разведканан тейешле мәғлүмәт табып иҫән ҡайта. “Мин Аллаһты эргәмдә итеп тойҙом, уға ышандым, шуға ҡурҡманым. Рәхмәт һиңә шул һүҙҙәр өсөн”, - ти ул теге иптәшенә.

Һәр ҡыйыу аҙым яһаған саҡта Аллаһ Тәғәләнең эргәгеҙҙә булыуын онотмағыҙ!

Фото һәм сығанаҡ: Сәләм телеканалы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас