Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Октябрь 2022, 05:45

Ауыл тураһында һөйләшәйек!

"Замандаш"тар Йылайыр районының 17 ауылына барған, тиҙҙән Хәйбуллаға йыйыналар.

Ауыл тураһында һөйләшәйек!Ауыл тураһында һөйләшәйек!
Ауыл тураһында һөйләшәйек!

Башҡортостан Республикаһының Драматургия һәм режиссура үҙәге хәҙерге ауылдың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған «Замандаш» экспедицияһы» паблик-ток форматындағы һөйләшеүгә саҡыра. Проект авторҙары теләгән һәр кемде 2022 йылдың 22 октябрендә осрашыуҙа көтә.

2022 йылдың авгусында дүртенсе тапҡыр «Замандаш» театр-фольклор экспедицияһы уҙғарылды. Хәҙерге милли театрҙы өйрәнеүселәр төркөмө (составында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары, драматургтар, журналистар, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты студенттары бар) хәҙерге башҡорт ауылының көнүҙәк документаль хроникаһын – вербатим, видеофильм, фотоархив  жанрында театр тамашаларын эшләү өсөн район халҡы менән интервью үткәреү маҡсатында Йылайыр районында булды. Заман геройҙарын эҙләп, проектта ҡатнашыусылар Йылайыр районының 17 ауылына барҙы, эштә бөтәһе 200-ҙән ашыу респондент ҡатнашты. Режиссер-педагог Рима Харисова (З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты) һәм проекттың шеф-драматургы Сәрүәр Сурина (Башҡортостандың Яҙыусылар союзы) етәкселегендәге экспедиция командаһына беренсегә тарихсылар Ғ. Ҡашҡаров һәм И. Байғужин, медиаирекмәндәр Н. Ғәлиева, Р. Ғәбиҙуллин, И. Килдейәрова йәлеп ителде. Архив фотоларын һәм видеоларын эшләү буйынса эш дауам итә.

«Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» федераль проектының «Мәҙәниәт ирекмәндәре» программаһы сиктәрендә «Рәсәй мәҙәниәт фонды»нан алынған грант ярҙамында республикабыҙ өсөн үҙенсәлекле «Замандаш» ижади экспедицияһы сифатлы һәм һанлы һөҙөмтәләрҙә тормошҡа ашырылды.

Шулай итеп, 22 октябрҙә 18:00 сәғәттә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында (Цюрупа урамы, 9) август сәфәренә йомғаҡ яһаласаҡ. Паблик-ток (тамашасы менән диалог) киләһе сәфәрҙәр өсөн яңы тикшеренеү сиктәрен асыҡларға ярҙам итәсәк – осрашыуҙы ойоштороусылар нәҡ «залдан ярҙамға» иҫәп тота. Сара барышында яңы ҡатнашыусылар туплана – 2022 йылдың ноябрендә әҙәби-театр десантының Хәйбулла районына сираттағы сәфәре башлана.

Проекттың режиссер-педагогы Рима Харисова: «Сәхнәлә документаль шаһитлыҡ хроникаһы форматы – театр сәнғәтен үҫтереүҙә етди этап, ауыл халҡының тормошо хаҡында һөйләп, беҙ театрға яңы аудитория йәлеп итеп кенә ҡалмайбыҙ, тәү сиратта ҡала халҡының хәтерендә ата-бабаларыбыҙҙың рухи-әхлаҡи тормош нигеҙҙәрен һаҡлау өсөн шарттар тыуҙырабыҙ, халыҡ ижадын популярлаштырабыҙ, райондың яңы туристик маршруттары тураһында һөйләйбеҙ. Беҙҙең проекттың төп геройы – ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, замандың ауыл кешеһе».

«Замандаш» театр-фольклор экспедицияһы 2016 йылдан бирле уҙғарыла, һәр сәфәр айырым тематикаға һәм йүнәлешкә эйә, экспедиция йомғаҡтары буйынса проект командаһы спектаклде вербатим технологияһында тәҡдим итә. Проектты ойоштороусы – «Башҡортостан Республикаһының драматургия һәм режиссура үҙәге» заманса драматургияны һәм режиссураны үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма (художество етәксеһе - Шабаева П.А.). 

Фото ru.pinterest.com

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас