Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Октябрь 2022, 15:00

Ҡазан башҡорттары Мостай Кәрим һәйкәленә сәскәләр һалды

Был урын милләттәштәребеҙ өсөн оло рухи-мәҙәни әһәмиәткә эйә.

Ҡазан башҡорттары Мостай Кәрим һәйкәленә сәскәләр һалдыҠазан башҡорттары Мостай Кәрим һәйкәленә сәскәләр һалды
Ҡазан башҡорттары Мостай Кәрим һәйкәленә сәскәләр һалды

Бөгөн йәмәғәтселек Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 103 йыл тулыуҙы билдәләне, республикала халҡыбыҙҙың бөйөк улына арналған саралар үтте.

Ҡазан ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ситтә ҡалманы – урындағы башҡорттар ҡоролтайы ағзаларынан бер төркөм, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, популяр йырсы Радик Юлъяҡшин ҡалалағы Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскәләр һалды. Был ҡоролма 2020 йылда асылған, ул шағирҙың ижадын һөйөүселәр менән бер рәттән, Ҡазан башҡорттары өсөн дә оло рухи-мәҙәни әһәмиәткә эйә.

Татарстанға республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың Башҡортостандан мобилизацияланған егеттәрҙең хәлен белергә барғаны мәғлүм. Был сара бөйөк әҙиптең тыуған көнө менән тура килгән.

Ҡазан башҡорттары ойошмаһының әүҙем ағзаларына килгәндә, уларҙың береһе – яҡташыбыҙ Нәфисә Юлъяҡшина ла тантаналы сарала ҡатнашҡан. Мәғлүм булыуынса, ул - популяр йырсы Радик Юлъяҡшиндың әсәһе бер нисә йыл элек күрше республикаға күсеп киткәйне.  

Фото: Ҡазан башҡорттары ҡоролтайы, видео Радик Юлъяҡшиндың шәхси сәхифәһенән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас