

Халҡыбыҙҙың олуғ шәхесе - бөйөк Мостай Кәримдең тыуыуына бөгөн 103 йыл. Билдәле шағирә Тамара Искәндәриәнең шиғыры аша халыҡ шағирын иҫкә алайыҡ, аудиояҙмала Мостай тауышын тыңлап ҡыуанайыҡ. Күңелегеҙҙә уға бәйле ҡәҙерле хәтирә йөрөтәһегеҙ икән, комментарийҙарҙа уртаҡлашығыҙ, төркөмдәштәр!
20 ОКТЯБРҘӘ
Хәтеремдә, Мостай ағай,
Һеҙгә етмеш йәш ине.
Ашҡынып барған еребеҙ
Һеҙ тыуған Келәш ине.
Сыуашстан, Татарстан,
Дағстан, Ырымбурҙан
Килгәйнеләр һеҙҙе ҡотлап,
Мәжлес ҡоролдо ҙурҙан.
Ҡыҙҙар тауына мендек беҙ,
Яғылды шиғри усаҡ.
Усаҡтан йөҙҙәр алланды,
Шар асыҡ күңел-ҡосаҡ!
Тыңланыҡ беҙ, тын да алмай,
Рәсүл Ғамзатовты.
Бөтәбеҙҙе берләштерҙе
Илһамлы усаҡ уты.
Татарҙарҙан ике Ренат,
Сыуаш Валерий Турғай
Бөйөк шиғриәт тауында
Туған булышты шулай.
Бөйөк шиғриәт ялҡынын
Күккә ашырҙы усаҡ.
Мостай ағайҙы ҡотланы
Тәбиғәт үҙе шул саҡ:
Ҡапыл, ерҙе-күкте ялмап,
Ябалаҡлап ҡар яуҙы.
Тәбиғәт әйтте: "Был көндө
Яратҡан балам тыуҙы..."
Эре ябалаҡлы ҡарҙы
Ябынды баштарыбыҙ!
Беҙ көләбеҙ, беҙ бәхетле -
Мостай юлдаштарыбыҙ!
...Хушлашабыҙ.
Ырымбурға,
Өфөгә юлланабыҙ.
Мостайса күңел көйләнеп,
Мостайса моңланабыҙ...
Шул саҡта... бейек күктәрҙе
Иңләне ҡыр ҡаҙҙары!..
Әллә нисә саҡрымдарға
Таралды ауаздары!..
Тантаналы бер ант булып
Күктәрҙән моңдар яуҙы.
Тәбиғәт әйтте: "Был көндө
Даланлы балам тыуҙы!.."
...Хушлашыуҙан күңел әрней.
Ләкин беләмен, бөгөн
Бар тәбиғәт байрам итә
Мостайҙың тыуған көнөн.
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.