Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Октябрь 2022, 18:00

Мостай Кәримгә - Келәштән хат

Гөлсәсәк Мостаева: "...шул саҡтағы ҡыҙыл курткалы, әшкиле ҡыҙ мин инем. Һин миңә ҡәйнәм яғынан яҡын олатай, апа икәнһең ул. Быны кейәүгә сыҡҡас ҡына белдем..."

Мостай Кәримгә - Келәштән хатМостай Кәримгә - Келәштән хат
Мостай Кәримгә - Келәштән хат

"Башҡортостан" гәзитенең элекке хеҙмәткәре, социаль селтәрҙәрҙә төрлө төркөмдәр алып барған Гөлсәсәк Мостаева "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә асыҡ хат яҙған.

"Һаумы, Мостай!

Һиңә хат яҙыусыны Гөлсәсәк тип белерһең. Бөгөн - һинең тыуған көнөң, тыуған Башҡортостаның геү килеп әҙерләнде, саралар башланып та торалыр инде.

Ә мин кисә көнө буйы һинең ауылыңда булдым. Үҙем генә барҙым, ғаиләмһеҙ. Ауылың ҡаланан әллә ни йыраҡ булмаһа ла, хөрриәттең үҙе! Автобус 15 минут һайын йөрөп тора, юл - асфальт, урамдар ҙа асфальтлы, таҙа. Үҙәк урамың - трасса - ауыл аша транспорт шунан үтә. Шул уҡ урамда мәсет урынлашҡан. Беҙҙең никахыбыҙ ҙа тап шунда уҡылды, Рамаҙан айында тәрәүих намаҙҙарына ла йөрөнөк. Ҡайһы миҙгел булмаһын, аҙан яңғырап тора, беҙҙең өйгә тиклем ишетелә, инде рәхәт булып китә күңелгә. Ауылдың имамы ла ихлас, дәртле. Йәше олпат булһа ла, йәштәрсә донъя көтә, өлгө итеп ҡуйырлыҡ.

Әсәйемдәр алған өйҙөң күршеләре лә, әйтерһең, алдан заказ биреп, һайлап алынған. Рәсилә апалар һуңғы телеме менән бүлешерҙәй, күрше йәнле, ихлас ғаилә булһа, һул яҡ күршеләге ағай кистәрен гармунда моңланып беҙҙе үҙенә ғашиҡ итә. Таяныс, ҡыуаныс булырҙай ике яҡтағы ла күршеләребеҙ, мең шөкөр!

Мостай, һинең һуңғы сәғәтең һуғып, ямғырлы сентябрь иртәһендә гәрсә халыҡ Нефтсе мәҙәниәт һарайына хушлашырға йыйылғанда, араларындағы ҡыҙыл курткалы, әшкиле ҡыҙ мин инем. Башҡорт гимназияһы уҡыусылары булараҡ барған инек. Унда мин нисәлер йылдан һуң һинең ауылыңа, һинең исемеңде йөрөткән мәктәпкә уҡытырға барырымды күҙ алдыма ла килтермәй инем, әлбиттә. Әммә яҙмышым шулай ҡоролған булып сыҡты, ғүмеремдә "Келәш" тигән бүлек асылды, һәм мин сикһеҙ рәхмәтлемен.

Мостай исемен ғорур йөрөткән мәктәп ҡаланыҡынан һис ҡалышмай - заманса йыһазлы, яңы, бөхтә. Һинең дә төрлө милләт дуҫтарың булғандай, Келәш мәктәбендә лә төрлө милләт балалары белем ала. Аҡманайҙан да, Арҙан да, Ҡаранйылғанан да килеп уҡыйҙар.

Ауылдың клубы хаҡында һөйләү генә етмәй, килеп күрер кәрәк. Бер-ике йыл элек өр-яңынан ултыртып ҡуйҙылар. Атай менән әсәй хәҙер элеккесә концерт-фәләнгә Өфөгә сығам, тимәй, "Бөгөн балалар бейей", "Был аҙнала шул-был килә", тип тамашаға тыздап йөрөй. Кисә лә әле мин иртә менән өйҙәренә килеп инеүем булды, әбей менән бабай "Беҙ - клубҡа репетицияға" тип ырғандашып сыҡты ла киттеләр. Юл ыңғайы роль өсөн кәзәкейме-жилетмы эҙләп алдылар ҙа келәттән, остолар. Баҡтиһәң, һинең әҫәреңде сәхнәләштерергә йөрөйҙәр икән, атайым - һинең атайың Сафаны, әсәйем - Оло инәйеңде уйнамаҡсы. Үәт!

Мостай, фамилиям Мостаева булһа ла, һин миңә ҡәйнәм яғынан бик яҡын олатай, апа икәнһең ул. Быны мин кейәүгә сыҡҡас ҡына белдем. Ҡәйнәм мәрхүмә өлгөргәнен һөйләп ҡалдырҙы, ҡалған һинең, уның иҫтәлектәре үҙе менән китте. Улым менән ҡыҙымда Мостай затының ҡыҫылышы бар, тип күңелем тыныс. Аллаһ бойорһа, балаларыбыҙҙы һинең кеүек республикаһы, халҡы өсөн ышаныслы, тәүфиҡлы егет, ҡыҙ итеп үҫтерергә яҙһын. Һинең Әлфиә ҡыҙың Келәш мәктәбе менән дә, Хәлидә һеңлеңдең улдары менән дә яҡшы мөғәмәләлә. Әйткәндәй, мине буласаҡ ирем менән таныштырған кеше лә - һиңә һеңле тейеш кеше бит әле - Гөлнара апа. Шулай бына беҙҙең хәлдәр.

Мостай, һинең Оксана, Йәмилдәрең менән беҙ үҫһәк, Аҡйондоҙ, Мәрәһимдәрең менән ғашиҡ утында янһаҡ, бөгөн килеп һинең тыуған ауылыңда баҡсалы булып, ғаиләм, туғандарым-дуҫтарым менән шунда йәмле йәйҙәр үткәрмәксемен. Ауылыңдың һауаһы ла үҙең кеүек бөйөк тә, ябай ғына татлы ла. Тормошом арбаһына Келәш туҡталышы яҙғанына рәхмәтлемен, бәхетлемен.

Тыуған көнөң менән, Мостай! Хуш!

Көнбағыш төбөндә төшкән фотоңа иш итеп Келәштең быйылғы үҙенсәлекле көнбағышын һалам әле", - тип яҙған Гөлсәсәк.

Фотолар Г. Мостаеваның сәхифәһенән.

Фото һәм текст сығанағы: Гөлсәсәк Мостаева.

Мостай Кәримгә - Келәштән хат
Мостай Кәримгә - Келәштән хат
Мостай Кәримгә - Келәштән хат
Мостай Кәримгә - Келәштән хат
Автор:Карима Усманова
Читайте нас