Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Октябрь 2022, 05:15

Кеше бөйөклөгө хаҡында

Мостай Кәримдең тыуыуына – 103 йыл.

Башҡорт һүҙ сәнғәтен донъя кимәлендә танытҡан шәхестәребеҙҙең береһе – ул  Мостай Кәрим. Был икһеҙ-сикһеҙ ижад диңгеҙенә ҡараһаң, яҙыусының “бер тамсы нур, бер тамсы моң кешеләргә көн һайын бирә алһам, йырланырға хаҡлымындыр, моғайын” тигән юлдары иҫкә төшә. Бар ғүмерен һүҙ сәнғәтенә һәм халҡына арнаған бөйөк әҙиптең яҡты ижады бөгөн дә кешеләр күңеленә нур һәм моң таратыуын дауам итә.

Башҡорт әҙәбиәтендә кешенең күрәсәге, уның яҙмыш менән бәхәсе, көрәше идеяһы халыҡ ижадынан башлап бөгөнгә тиклем юл үткән. Мостай Кәрим әҫәрҙәрендә лә яҙмыш, тәҡдир төшөнсәләре йыш осрай һәм улар төрлө мотивтар, художестволы образдар, мифологик архетиптар аша яҡтыртыла.

 

“Маңлайына яҙылғаны булыр...”

 

Мостай Кәримдең ижадында башҡорт халыҡ ижадынан килгән яҙмышҡа, уның көсөнә ышаныу менән бәйле ҡараштар урын ала. Яҙыусының әҫәрҙәрендә кеше яҙмышының үҙгәрмәҫ, алдан билдәләнгән, “маңлайға яҙылған” булыуына ишаралар бар, яҙмыш ҡушыуы буйынса, яҙмышты ҡабул итеү, яҙған булһа, Хаҡ Тәғәлә яҙғаны, яҙмыш ҡөҙрәте кеүек юлдар йыш осрай.

Мостай Кәримдең “Ғүмер миҙгелдәре” китабының “Мөғжизәләр” бүлегендә яҙмыш хаҡында бик күп хикмәтле хәл-ваҡиғалар урын ала. Яҙыусының тормош юлдашы Рауза менән осрашыу ваҡиғаһы – үҙе бер серле тарих. Бер саҡ Мостафаның атаһы, улының ҡашына ҡарап: “Хәләлен уға Хаҡ Тәғәлә бик алыҫтан тәғәйенләмәгәйе бит әле”, – ти. 1938 йылдың яҙында һис көтөлмәгән ваҡиға була. Мостафаның һабаҡташ дуҫы Вафин уға: “Шәрип ауылында һиңә тәғәйен тыуған бер ҡыҙ бар. Уҡытыусы. Киттекме шуны күҙләргә”, – ти. Тик улар Шәрип ауылына килгәндә “былбыл” Өфөгә киткән була. Шулай итеп, юлдар аймылыша. Был хәл ваҡытлыса булып сыға. Шул уҡ йылдың 31 декабрендә яҙмыш уларҙы осраштыра. Ни ғәжәп: йәштәр үҙҙәрен тәү күрешкән кешеләр итеп түгел, оҙаҡ айырылышҡандан һуң табышҡан кешеләр һымаҡ һиҙә башлай.

Мостафаның маңлайҙағы яҙыу хаҡындағы һүҙҙәре Раузаға ныҡ тәьҫир итә: “Ул бер талай моңһоу уйға сумып торҙо. Яй ғына башын ҡалҡытып, минең маңлайыма күҙ һалды. Саҡ ҡына йылмайып ҡуйҙы. Бәлки, маңлайымдан да һыйпар әле, тип өмөт иттем, һыйпаманы. Шулай ҙа, уҡып, нимәлер таныны, төшөндө шикелле”. Аҙ ғына алға китеп шуны әйтәйек: Мостай Кәрим менән Рауза, яҙмыш һынауҙарын лайыҡлы үтеп, 62 йыл бергә ғүмер кисерә.

“Рәхмәт йыры” шиғырында лирик герой шулай ти:

Нурың төштө, йәрем, яҙмышыма –

Баҡыр инем. Көмөш яһаның.

Мостай Кәрим әҫәрҙәрендәге яҙмыш төшөнсәһен, О. Шпенглер тәғлимәтендәге кеүек үк, “тарихи процесс” менән тиңләштереп, Киләсәк, Тарих менән бер рәттә ҡарарға мөмкин. Яҙыусы ижадында йыш ҡына кеше яҙмышының – тыуған йорто, ғаиләһе менән, ғаиләнең – милләт яҙмышы менән, милләт һәм халыҡ яҙмышының – Ватан яҙмышы, хатта тағы ла киңерәк –  Ер шары яҙмышы менән бәйләнешен күрәбеҙ. “Декабрь йыры”, “Европа-Азия”, “Айгөл иле”, “Ай тотолған төндә”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”... Уларҙың барыһында ла абстракт мәғәнәле “яҙмыш” төшөнсәһен реаль ерлек менән бәйле күрһәтеү ярылып ята.

 

Сәскәнеңде урырһың...

 

Кеше яҙмышын күп осраҡта үҙе һайлай. Донъя шулай ҡоролған: әҙәм балаһын шыма, саф ғүмер юлдары көтөп тормай. Ниндәйҙер уйланып бөтмәгән ҡылыҡтар эшләп, кемдер үҙе лә белмәй гонаһтарға бата, кемдер ғү­мер буйы выждан ғазаптары кисереп йәшәй, кемдер хаталарын ҡабатламаҫҡа тырыша... Тағы ла тәрәнерәк уйлаһаң, кеше яҡшылыҡ юлын һайлаймы, әллә яманлыҡҡа аяҡ баҫамы – барыһы ла бәндәнең үҙенән тора.

Башҡорт халҡының “Сәскәнеңде урырһың, яҙғаныңды күрерһең” тигән фәһемле мәҡәленең асылы “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә йыш ҡына урын ала. Үгеҙ ҡойроғо арҡаһында Әсғәт туҡмалғас, Оло инәй Искәндәр ҡартты шулай тип киҫәтә: “Бармаҡ менән сиртәһе булма балаға. Уның күңеленә хәҙер асыу сәсһәң, һуңыраҡ нәфрәт урырһың”.

Выждан ғазабы кисереүсе персонаждар күп Мостай Кәрим ижадында: капитан Казарян, Ефимий Лукич, Зубков (“Ярлыҡау”), Ҡәҙерйән Ябағаев (“Айгөл иле”), Тәңкәбикә (“Ай тотолған төндә”)...

Яҙмыш-хөкөм мотивы Мостай Кәримдең “Ҡара һыуҙар” поэмаһындағы хыянатсы образында асыҡ күренә. Яҡуп үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалыу маҡсатында, ҡулын күтәреп дошманға ҡаршы сыға. Әсирлек юлын һайлаған ҡурҡаҡ әҙәм аҡтығы мәғәнәһеҙ үлем менән үлә.

 

“Эсәһе һыуым эселеп, йотаһы утым йотолоп бөтмәгән...”

 

Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесының башында уҡ һуғышҡа китеп барған Йәнтимер Байназаров ҡашығын юғалта. Әллә ни ҙур юғалтыу булмаһа ла, был хәл күңелгә шом һала: “Һалдат өсөн ҡашыҡһыҙ ҡалыу аҙыҡһыҙ ҡалыу менән бәрәбәр. Күңел өсөн дә алама. Юлға сыҡҡас та әллә нисек... ризыҡ өҙөлөү кеүегерәк булып китте. Йәнгә шом ҡағылды. Бәке юғалһа, бәлки, хәүефһеҙерәк булыр ине...”

Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә халыҡ ижадындағы “күрәһен күрмәй, гүргә кереп булмай” мотивы бар: “Мин яңынан салҡан әйләндем. Әйҙә, күҙемә ҡарап килһен үлем! Юҡ, килмәне был юлы. Минең егерме ике йәшлек ғүмеремә тимер ярсыҡ менән билдә һуғып, ҡайҙалыр башҡа тарафҡа китеп барҙы”.

Дәһшәтле һуғышты үткән Кендек йыш ҡына шулай уйлана: “Бәлки, бүтәндәр минең өсөн дә һәләк булғандыр – үтескә миңә ғүмер ҡалдырып?..” Уның ерлеге лә бар. Ауылға ҡара ҡағыҙ килә. Барыһы ла Мостафа үлгән тип уйлай. Аҙаҡтан беленеүенсә, ҡағыҙ Кендектең аҙашына – еҙнәһенә килгән була. Был хәлде Мостафа ауыр кисерә: “Кесе инәйемдең ике туған һеңлеһе Кәфиә апайым бынан ары гел мине эҙәрләй торған булды. Уның хәйләһеҙ ҙур ҡара күҙҙәре йә үпкәләп, йә тилмереп гел миңә ҡарай. Әйтерһең, мин үҙемә тәғәйенләнгән немец пуляһын еҙнәмә атҡарғанмын, шуға күрә беҙгә тигән ҡара ҡағыҙҙы апайыма ебәргәндәр”.

 

“Яҙмыштан уҙмыштар табырмын...”

 

Мостай Кәримдең бик күп әҫәрҙәрендә яҙмыш менән бәхәс мотивы урын ала. Был мотив бер нисә аспектта хәл ителә: йәшәү өсөн көрәш, яҙмышыңды үҙ ҡулыңа алырға тырышыу, уны үҙгәртергә теләү, идеяға тоғролоҡ, хатта үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү...

Мостай Кәримдең яу йылдары шиғриәтендә йәшәү өсөн көрәш, Тыуған ил, тыуған ер, еңеү өсөн алыш – үҙе бер яҙмыш һынауы ул. Һынауҙың да ниндәйе әле. “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр”, “Башҡорт халҡына яуап-хат” кеүек әҫәрҙәрендә шәхси яҙмыш ил яҙмышы менән бәйләнә. Һалдат яҙмышы алыҫ сит ерҙәргә алып киткәндә лә лирик геройға тыуған ере – Башҡортостаны фашизм “аждаһа”һы менән көрәшергә көс бирә.

Һуғышта Мостай Кәримдең үпкәһенә ярсыҡ инеп ултыра. Шағир ғүмер буйы шул ярсыҡтың эҙемтәләрен күреп йәшәй: ҡат-ҡат операциялар, дауаханалар... Ләкин әҙип күберәк йәшәүҙең матурлығы, ғүмерҙең ҡәҙере хаҡында яҙҙы. “Уйҙар”, “Һаумы, Иртәгә”, “Кеше көслө” кеүек шиғырҙарында изге эштәр, йәшәү мәғәнәһе хаҡында йырланы ул.

Мостай Кәрим әҫәрҙәре – иҫ киткес фәлсәфәүи ижад. Тәүбәләр, ярлыҡауҙар, намыҫ тауышы, выждан ғазабы, йөрәк яраһы, күңел дауаһы, йән тыныслығы... Был төшөнсәләр барыһы ла тәҡдир менән бәйле. Яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә яҙмыштың кешенән өҫтөн бер көс булыуын да инҡар итмәне. Шул уҡ ваҡытта кешегә һайлау бирелгәнлеген дә күрһәтте. Теге йәки был ваҡиғала әҙәм балалары үҙҙәрен нисек тота? Әҙип йыш ҡына үҙенең әҫәрҙәрендә кешенең бөйөклөгө, уның рухи көсө хаҡында яҙҙы. Йәшәйеш фәлсәфәһендә лә халыҡ аҡылынан айырылманы. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Урал батыр йәншишмәне бөрккән традициялар рухында шулай тип мөрәжәғәт итте ул кешеләргә:

Китеп барһам, ҡан-ҡәрҙәштәр, һеҙгә

Нимә ҡалдырам, тип ҡаңғырам.

Түп-түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә,

Сатнамаған ҡояш ҡалдырам.

Йәшәйештең бөйөклөгөн, ғүмер асылын тәрән аңлаған, мәңгелеккә күпер һалған аҡыл эйәһе генә әйтә алалыр бындай һүҙҙәрҙе...

- Луиза КИРӘЕВА

Читайте нас