

Илебеҙҙең төрлө быуын тамашасыһына Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С. Юлаев, Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Фидан Сафа улы Ғафаров бар ғүмерен театр сәнғәтенә арнаған сәхнә оҫтаһы булараҡ билдәле. Илле йылдан ашыу милли сәхнә сәнғәтендәге популяр, сағыу йондоҙ Фидан Ғафаровтың ижады – халыҡсан, романтик рухлы, ә сәхнә мөмкинлектәре – сикһеҙ; һоҡланғыс тауыш тембры, ғәжәйеп үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығы артисты йырсы булараҡ та киң танытты.
Фидан Ғафаров ижадының төп темаһы – йәшәйештең мәңгелек ҡанундарын раҫлау, тормошобоҙға, мөхәббәткә дан йырлау. Классик һәм милли авторҙарҙың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә 100-ҙән ашыу сағыу образдар ижад иткән. Ул башҡарған Ғ. Ҡотойҙоң “Тапшырылмаған хаттар” драмаһында – Искәндәр, М. Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”ында – Хәлил, Т. Таһировтың “Ғәлиә”һендә Заһир ролдәре Башҡортостан профессиональ сәнғәтенең алтын фондын тәшкил итә. Әңгәмәбеҙ артистың тормошо, ижад юлы һәм донъяға ҡарашы хаҡында...
– Фидан Сафа улы, һеҙ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 56-сы йыл эшләйһегеҙ. Ғүмер буйы ошо театр менән бергәһегеҙ...
– Шуның менән бәхетлемен дә. Театр менән бер бөтөн булып китеүем – ул яҙмышым тарафынан оло бүләк тип иҫәпләйем.
– Һеҙҙең арҡала Фидан исеме бик популяр булып киткән...
– Ысынлап та, Фидан исеме уҙған быуат аҙағында бик таралғайны, “Диләфрүзгә дүрт кейәү” спектаклендә уйнаған Бакиров фамилиялы актер:
“Фидан дуҫҡа ни әйтһәң дә,
Барыһын эшләргә әҙер,
Башҡортостан балалары
Фидан исемле хәҙер”, –
тип йырлай торғайны. Бөгөн дә осрай ошо исем – уҙған йыл Әбйәлилдән Фидан исемле малай менән “Аҡбуҙат” журналы өсөн фотоға төштөк. Хәйер, Фидан тип кенә түгел, мин уйнаған ролдәрҙең исемдәрен дә күп ҡуштылар – Заһир, Хәлил, Искәндәр исемдәре лә ныҡ таралып китте. Ғөмүмән, театрҙың кешеләргә тәьҫире көслө. Беҙҙең дуҫтар араһынан берәү: “Әгәр һеҙ “Тапшырылмаған хаттар” спектаклендә шул тиклем матур итеп уйнамаһығыҙ, мин өйләнмәгән дә булыр инем”, – ти. “Ниңә улай тиһең?” – тип һорайым. “Сөнки һеҙҙең Нурия Ирсаева менән сәхнәләге мөхәббәтегеҙ шул тиклем ысын, ышандырғыс, күңелгә дәрт, өмөт, мөхәббәт килтергән хис булды. Шул спектаклегеҙҙе ҡарағас, беҙ өйләнешергә булдыҡ”, – ти. Бына бит ул спектакль ниндәй көскә эйә!
– “Халыҡтың яратҡан артисы” – һеҙҙең өсөн был һүҙҙәр ниндәй мәғәнәгә эйә?
– Халыҡ үҙенең яратҡан артисы тураһында: “Ул сәхнәгә сыҡһа, сәхнә тулып китә, һоҡланып ҡарап ултырабыҙ”, – ти. Әммә халыҡ яратҡан артистар күп түгел. Мәҫәлән, минең өсөн Ульянов, Лановой – бөйөк актерҙар... Әгәр ҙә халыҡ ҡабул иткән, яратҡан артистар күп булып китһә, ул саҡта сәнғәттең ҡиммәте бөтә, баһаһы юғала. Ысын мәғәнәһендә халыҡтың яратҡан артисына әүерелер өсөн махсус юғары уҡыу йортон тамамлау, сәнғәт буйынса белем алыу ғына аҙ, уның өсөн тыуғандан уҡ талант булырға тейеш, һәләттең 70-80 проценты – тәбиғәттән.
– Һеҙҙең һәләт ҡасан халыҡҡа юл яра башланы?
– Элек ауылда күңелле була торғайны – көндөҙ йәштәр гөрләтеп эшләне, ә кистәрен клубҡа йыйылды. Ул ваҡытта 9-10 йәш тирәһендәге бала ғына инем, бер ағай мине гармунда уйнарға өйрәтте. Ауылда минән башҡа гармунда уйнаған кеше юҡ. Йәштәр әсәйемә инәлеп килә: “Рәйсә апай, Фиданды ярты сәғәткә генә биреп тор инде, беҙҙе бейетеп китһен. Уны ҡулыбыҙҙа ғына күтәреп алып барырбыҙ ҙа һуңынан оҙатып ҡуйырбыҙ”. Әсәйем: “Фидан ен-пәрейҙәрҙән ҡурҡа, уны берүк ҡалдырып китмәгеҙ, оҙатып ҡуйығыҙ”, – тип киҫәтеп ҡала. Йәштәр мине уртаға ултыртып ҡуя, һәм мин, йөрәгемде ҡушып, тальянда көйҙәр һыҙҙыра башлайым... Йәштәр бейеп арый, ҡыҙҙар йүгереп сығып китә, уларҙы оҙатып егеттәр эйәрә. Минең турала оноталар – гармунымды ҡосаҡлап ултырып ҡалам. Клубта электр уты юҡ, лампа ғына яна, уның һүрән генә яҡтыһында теләһә ниндәй шәүләләр күренә башлай... Шулай ултыра биргәс, әсәйемдең тауышы ишетелә. “Башҡаса йөрөтмәйем”, – тип алып ҡайтып китә. Ә иртәгәһенә йәнә шул уҡ хәл ҡабатлана.
Бына шул малай сағымдан алып ошо илаһи донъяла йәшәйем. Йыр, драма сәнғәте, музыка ҡоралдарында уйнау (тальянда, хромкала) – улар күңел донъямдың талабы, уларһыҙ йәшәй алмайым. Әле лә тыуған ауылым – Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылына ҡайтып, музыка ҡоралдарымды алып, Ағиҙел буйына төшәм дә, тәбиғәт ҡосағында бер үҙем ҡалып, тальян тартып, йырлап ултырырға яратам. Был – күңелемә дауа, булған борсолоуҙар ошо моң менән тарала, донъя йөгөнән арындыра, йәшәүҙең тәме һиҙелә, йәме күҙ алдына баҫа.
– Һеҙ күп балалы ғаиләлә үҫкәнһегеҙ…
– Эйе, биш бала үҫтек. Бала сағым әле һаман күңелемдә йылы хәтирәләр булып оҙатып йөрөй. Әсәйем бик ҡаты тотто беҙҙе, талапсан булды: малайҙар булһаҡ та, һауыт-һаба, иҙән йыуыу ҙа беҙҙең өҫтә ине. Ағай-ҡустылар был эшкә ылығып барманы, ә мин таҙалыҡ яратам, шуға күрә иҙәнде ҡырып йыуып сығара торғайным. Әсәй ураҡтан ҡайтҡас, донъяның таҙа икәнен күрә лә беҙҙе маҡтай. Үҙем генә бөтә өйҙө йыуып таҙартып ҡуйһам да, бер ваҡытта ла туғандарымды һатманым, бергә эшләнек, тип әйтә торғайным. Ә шулай ҙа бер шуҡлығым булды – әсәйем иртән берәр йомортҡа, май һыланған өс киҫәк икмәк, ҡыҙҙырылған макарон ҡалдыра. Теге йоҡосолар торғансы, мин уларҙың өлөшөн дә йыпырып ашап ҡуям. Эшләйем бит, эшләгәс, ашарға ла кәрәк. Ә тегеләр уянғас, ни ҡылһын инде, ҡалған макаронды булһа ла ашап ҡуялар. Тамаҡтары туймай, балыҡ тоторға тип йылғаға төшөп китәләр... Бөтә күмәк балалы ғаиләләр һымаҡ, беҙ ҙә тормоштоң төрлө сағын күрҙек, эш белеп үҫтек.
– Һеҙҙе халыҡҡа танытҡан ролегеҙ – “Тиле йәшлек” спектаклендәге Зөлҡәрнәй...
– Беләһеңме, ниңә ул шулай булды? Сөнки Зөлҡәрнәй – ул үҙем. Беҙҙең арала айырма юҡ. Мин шулай уҡ шуҡ, дәртле булдым, бөгөнгө йәшемә тиклем лидерлыҡты бирмәнем. Кеше ниндәй генә һөнәрҙә эшләмәһен, ул лидер булырға тейеш. Шулай булмаһа, үҙ-үҙен таба алмай. Ә ул ваҡытта һүрелә башлаған театр “Тиле йәшлек” спектакле менән күтәрелеп китте. Йөҙҙән ашыу спектакль аншлаг менән уйналды.
– Киноға ла төшкәнһегеҙ...
– Эйе. “Алтын атлы һыбайлы” фильмында. Тик кинола уйнау оҡшаманы. Кино – ул завод һымаҡ. Планлаштырылған – бында эре план, ошонда иларға, тегендә көлөргә. Үҙең булып йөрөп уйнамағас, кәрәкмәй ул. Ижадта миңә һауа кәрәк – саф һауа. Кинола ул юҡ, ә театрҙа бар.
– Ә йыр? Спектаклдәрҙәге йырҙарығыҙ театр сәхнәһендә генә ҡалмай, радио, телевидение аша халыҡҡа таралып, һеҙҙе йырсы булараҡ та танытҡан бит?
– Йырлау төп һөнәрем түгел, ул – минең хобби. Эстрада ауырыраҡ бирелде. Йырҙарҙың һүҙҙәрен тиҙ генә хәтергә һалып ҡуйһам да, уның мәғәнәһенә төшөнмәйенсә, үҙемдеке итмәйенсә тороп, бер ваҡытта ла халыҡҡа сығармайым.
– Ҡатын-ҡыҙҙар әле һаман һеҙгә ғашиҡ...
– Бының бер серен асам – улар бит миңә түгел, ә уйнаған геройҙарыма ғашиҡ. Кешегә тормошта романтика, мөхәббәт етмәй. Ә мин шундай спектаклдәрҙә ҡатын-ҡыҙ яратҡан геройҙарҙы уйнаным. Ябай, әммә ихлас һәм мәңгелек ҡиммәттәрҙе күтәргән сәхнә әҫәрҙәрендә уйнаным. Хәҙер классик әҫәрҙәрҙе сәхнәлә үҙгәртеп, замансалаштырып ҡуйырға яраталар, ә мин быны ҡабул итә алмайым. Мәҫәлән, “Ромео менән Джульетта” буйынса яңыса ҡуйылған фильмды ҡараным. Оҡшаманы. Тағы бер миҫал – минең “Ҡышҡы романс” йырын башҡаса, заманса итеп йырлайҙар – уны ла ҡабул итә алмайым, халыҡ та ҡабул итмәй, тип уйлайым. Һәр йырҙың, әҫәрҙең үҙ “йәне” бар бит – ул тыуғанда уҡ камил булып тыуа, ниңә уны үҙгәртергә тырышырға?..
– Һеҙҙең режиссерығыҙ кем?
– Режиссер әҫәрҙең бөгөнгө осорға кәрәк икәнен аңлатырға бурыслы. Бөтә артистар ҙа режиссерҙың артынан эйәрергә, уның әйткәндәренә ышанырға тейеш, сөнки артистар шундай халыҡ – үҙҙәренең фантазияһы көслө. Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов – шундай сифаттарға эйә режиссер. Ул һәр артист менән айырым, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп, уның ҡиммәтле икәнен аңлатып, образдарҙың эске донъяһын асып бирергә тырыша ине, темаға яҡын фильмдар ҡарап, фекер алыша торғайныҡ. Шунан һуң һәр артист ролдең үҙенеке икәнен аңлай ине. Хатта ошо персонажды ныҡ ҡабул итеп, ҡәҙимге тормошта ла шул герой булып йәшәй башлайһың. Уның репетицияһынан һуң йәшәге, эшләге килеп таралыша инек. Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Хөсәйен Ҡудашев, Ғәзим Туҡаев кеүек артистар ҙа Рифҡәттең репетицияһын көтөп йөрөй ине. Хәҙер иһә ошолай эшләгән режиссерҙар юҡ тиерлек.
– Бөгөн халыҡҡа ниндәй сәхнә әҫәрҙәре кәрәк?
– Халыҡ музыкаль мелодрамаларҙы ярата. Трагедия, тарихи әҫәрҙәр кәрәк, әлбиттә, әммә улар халыҡ күңеленә ятмай. Тағы бер күренеш – сәнғәт ваҡлана башланы. Ялтыр-йолтор костюм, тышҡы балҡыш ҡына түгел ул сәнғәт, уны фейерверкка әйләндерергә ярамай.
– Ҡасан йырҙар яҙа башланығыҙ?
– Мин яңғыҙым ғына ҡалырға яратам. Шунда йырҙар тыуа. “Бергә йәшәү – бүләк” – ул йыр минең һүҙҙәргә яҙылған. Айбулат улым үлгәс, “Юғалтыу” тигән йыр яҙҙым... Үкенескә ҡаршы, Айбулатым бик иртә китте. Ул Азамат менән миңә ҡарағанда ла талантлыраҡ ине – виртуоз гитарист булды, йырҙар, шиғырҙар яҙҙы...
– Тормош аяуһыҙ...
– Эйе... Быйылғы осор ҙа ауыр булды – Фәриҙәм мине ташлап китте. Ул беҙҙең өйҙөң йәме, йөрәге булғанын хәҙер тағы ла нығыраҡ төшөнәм. Хоҙайға рәхмәтлемен – ғүмер юлымды тәрән аҡыллы, сабыр ҡатын менән үттем. Ғөмүмән, хәҙер шуға төшөнәм – “өс көнлөк донъя” тигәндәре хаҡ икән. Ысынлап та, ғүмер ашыға, уны туҡтатып тороуҙың бер сараһы – ошо мәлде тойоп йәшәү...
– Һеҙҙе нимә йыуата?
– Яратҡан эшем һәм яҡындарым. Самира исемле ҡыҙым барлығын беләһегеҙ. Улым Айбулатты юғалтҡан мәлдә килеп инде ул тормошома. Самира арҡаһында бөгөн үҙемде 45–50 йәш тирәһендә тоям, уның менән бергә йәшәрҙем.
– Һеҙҙең данығыҙ хатта ҡайһы бер Мәскәү артистарыныҡын да үткән. Данлы булып йәшәү рәхәтме, әллә михнәте лә бармы?
– Ул турала уйлағаным юҡ. Дандың файҙаһы ни, тормош кәрәк-ярағына етерлек булды. Ҡазанда аҙыҡ-түлек магазинында колбаса менән май булған, ул ваҡытта дефицит ризыҡ. Фиданды алып килеп күрһәтһәгеҙ, колбаса һатабыҙ, тигәндәр. Коллектив һорағас, киттем.
Икенсе бер ваҡиға. Стәрлетамаҡтан ҡайтып киләбеҙ, ярты юлда бензин бөттө, ә талон юҡ. Шул ваҡыт администратор: “Мин Фидан Ғафаров менән ҡайтып барам”, – тип әйткән. Заправкалағы ҡыҙҙар: “Давай, йырлап күрһәтһен!” – ти икән. Башымды заправканың бәләкәй генә тәҙрәһенә тығып йырларға тура килде. Ул дан шул йомош-фәләнгә ярай ине.
– Оҡшаған шөғөлдәрегеҙ?
– Балыҡ ҡармаҡлайым. Гастролгә йөрөгәндә гел генә “Ауылда йылға-күл бармы?” тип һорай инем. Шунан иртә таңдан балыҡ тоторға сығып китәм.
– Нурия апай менән ижадығыҙ бер осорға тап килгән...
– Эйе. Халыҡ хатта беҙҙе тормошта ла бер ғаилә итеп күрә ине. Тимәк, ышандырып уйнағанбыҙ. Бына бит сәнғәттең тәьҫир көсө! Нурия ла, мин дә шуның менән бәхетле булдыҡ – беҙҙең ижад бергә башланды, әлегә тиклем бергә үрелеп бара, бөтә ролдәрҙе тиерлек парлашып уйнаныҡ.
– Бөгөнгө йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Беҙҙең йәштәр талантлы. Актер һөнәрен һайлағандарға актер булып танылыу, сәнғәттә үҙ урыныңды табыу өсөн режиссер кәрәк. Ҡыйыу, тәүәккәл булһындар!
– Ярты быуаттан ашыу Театр ғали йәнәптәренә хеҙмәт итеүсе булараҡ әйтегеҙ әле – бөгөн һеҙҙең өсөн нимә ул Театр?
– Мин сәнғәтһеҙ йәшәй алмайым. Ошо театр донъяһын булдырған кешегә рәхмәтлемен. Сәнғәтһеҙ йәшәгән кеше бахыр ул. Театр ҙа, сәнғәттең башҡа төрө кеүек, эске донъяны үҫтерә, кешелек донъяһында үҙеңде табырға өйрәтә.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

